Самауырҙы “йығырға” төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре килә. “Галстукһыҙ”, ихлас аралашыу мәлендә улар бөтөнләй беҙ белмәгән, хатта уйламаған ерҙән асылып китеүсән. Киләһе геройыбыҙ менән дә шулай булды. Сираттағы ҡунаҡ: “Ғүмерем буйы журналистар араһында йөрөһәм дә, һеҙҙең кеүек матур итеп яҙа, һөйләй белмәнем инде”, – тип килеп инһә лә, йәнле әңгәмә бүләк итте. Шулай булырына алдан уҡ тамсы ла шигебеҙ юҡ ине. Үҙе килгәнсе үк уның менән яҡынданыраҡ таныша тороу маҡсатында интернет киңлектәрен гиҙгәндә киң йылмайып, эске бер нур менән кешене үҙенә тартып торған билдәле фотограф, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең иң шәп фоторәссамдарының береһе Рәиф Бадыҡовтың фотоһүрәтен күреү менән үк төшөнгән инек.
Әсәйемде күрһәтергә төндәрен генә йөрөттөләр
“Шоңҡар”ҙар. Традицион һорау: самауыр тиһәләр, күҙ алдығыҙға нимә килә, Рәиф Карам улы?
Рәиф Бадыҡов. Иң тәүҙә Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылы иҫемә төшә. Бала сағымда һәр саҡ сайылып, яңы һыуҙан ғына һалынып, борхолдап ҡайнап ултырған күмер самауыры һәм донъялағы иң яҡын кешем – инәйем. Дөрөҫөрәге, атайымдың инәһе. Яҙмышым шулайыраҡ булды: атай-әсәйем мин бәпес саҡта уҡ айырылышҡас, ул ҡарап үҫтерҙе. Шуға үҙемдең инәйем тере булһа ла, өләсәйемде “инәй“ тип әйтергә тура килде. Атай-әсәйемдең йылы ҡарашын, наҙын тойоп үҫеү бәхете эләкмәне, ҡайнар самауыр сәйе менән башҡа изге ҡулдар һыйланы мине.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, һеҙ атай-әсәй тәрбиәһен ала алманығыҙ инде?
Рәиф Бадыҡов. Эйе. Айырылышҡас та әсәйем икенсе кешегә кейәүгә сығып, Бохараға киткән, атайым ситтә йәшәне. Үгәй атайым бик яуыз һәм уҫал булғандыр, әсәйемә минең менән аралашырға рөхсәт итмәгән. Бик бәләкәй саҡтарҙа төндәрен йыраҡтағы бер өйгә алып барғандарын иҫләйем. “Бына был һинең әсәйең“, – тип бер апайҙы күрһәттеләр. Ул апайҙың йөҙөн улай уҡ иҫләмәйем, ләкин ҡара төндә алып барғандары хәтерҙә. Үҙ әсәйең, тере изге кешең менән ҡараңғылыҡта ғына осрашыу ҙур фажиғә икәнен бөгөн йөрәгем менән ныҡ аңлайым. Үҙ балаңа булған изге хистәрҙе лә асыҡтан-асыҡ еткерә алмай, ир ҡоллоғонда йәшәсе. Бәлки, шуға ла күңелем һәр саҡ яҡтылыҡҡа ынтылғандыр ҙа. Мостай әйтмешләй, донъяның ҡояшлы яғында йәшәргә тырыштым.
“Шоңҡар”ҙар. Ҙурайғас та әсәйегеҙ менән аралашманығыҙмы?
Рәиф Бадыҡов. Армияла саҡта әсәйемде эҙләп, уның эшенә РОНО-ға хат яҙҙым. Шунан аралашып киттек. Өйөнә хат яҙыу, барып сығыу тураһында уйларға ла түгел инде. Башта был хаҡта ул берәүгә лә әйтмәгән. Һуңынан балалары минең хатты табып, кемлегемде һорашҡас ҡына, дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр булған.
“Шоңҡар”ҙар. Әле мөнәсәбәттәрегеҙ нисек?
Рәиф Бадыҡов. Әсәйем гүр эйәһе инде. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, кисә генә Бохаранан ҡайттым. Әсәйемдең ҡәберендә булып, бер аҙ күңелемә тыныслыҡ алдым. Уларҙың уртаҡ балалары – ҡарындаш туғандарымды күреп, шатландым. Бер һеңлем Парижда йәшәй, икенсеһе Бохарала тора. Тағы ла бер ҡустым Бохарала ерләнгән.
“Шоңҡар”ҙар. Өләсәй тәрбиәһендә генә үҫкәс, атай-әсәйегеҙгә үпкә һаҡландымы?
Рәиф Бадыҡов. Һаҡланды. Бала күңеле бигерәк нескә була, тартһаң, ҡылы өҙөлөргә тора тигәндәй. Мине атайым яғы туғандары: “Һине әсәйең ташлап китте”, – тип үҫтерҙе. Үҙе үк был оло яра. Ә урамда китеп барғанда: “Ана, йәтим Рәиф килә, уны әсәһе ташлаған, ташландыҡ”, – тип һиңә төртөп күрһәтһендәр әле. Бигерәк ҡыйын ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ашау яғы ла наҡыҫ саҡ. Оло ағайымдың ҡатыны герой-әсә булғас, Туймазынан аҙыҡ-түлекте оҙон сиратҡа баҫып ала инек. Шунан үҙемә бер стакан манный бутҡаһынан өлөш сыҡҡанын иҫләйем.
Мин барыбер ғүмер буйы әсәйемде юҡһынып йәшәгәнмендер. Тик уның менән бер ҡасан да асылып китеп һөйләшмәнем. Берҙән, холҡом улай түгел, һүҙ менән аңлатҡансы, һүҙһеҙ генә эш менән иҫбатла, тип йәшәнем. “Әсәй, нишләп улай килеп сыҡты, нишләп мине ташлап киттең?“ – тип тә һорашманым. Дөрөҫөрәге, шул һорауҙы биреүҙән ҡурҡа инем. Бала саҡ яраларымды асып, уны ла, үҙемде лә әрнеткем килмәнеме? Икенсе сәбәбе шул. Шуға мин дә уға бик яҡын кеше лә була алмағанмындыр, бәлки. Ә килене, минең хәләл ефетем, менән ихлас һәм иркен аралашты.
“Шоңҡар”ҙар. Бала сағығыҙ еңелдән булмаған икән... Әсәйегеҙ һуңынан һеҙҙең ижадығыҙ менән ҡыҙыҡһындымы һуң?
Рәиф Бадыҡов. Беренсе күргәҙмәм асылғас, килде. Һуңынан ул яҙып ҡалдырған теләктәр “Ҡыҙыл таң” хәбәрсеһенең ҡулына эләккән һәм, әсәһе лә күргәҙмәгә килгән, ҡарап үҫтергән улының уңыштары өсөн ул да бөгөн шатлана, тигән юҫыҡтағы мәҡәлә баҫылды. Һуңынан ауылдаштар гәзитте тотҡандар ҙа: “Бына Рәиф нимә яҙҙыртып ята. Кем уны ҡарап үҫтергәнен онотҡан”, – тип ағайыма күрһәткәндәр. Был ваҡиғанан һуң ул оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөнө.
“Шоңҡар”ҙар. Элекке бала саҡтағы самауырығыҙ берәй фотоғыҙҙа һаҡланғанмы?
Рәиф Бадыҡов. Юҡ. Армияға киткәнгә тиклем төшөргәндәрен ауылда ҡалдырғайным. Йортто күсереп яңынан төҙөгән ваҡытта подвалға ҡуйғандар. Дым тартып ятҡан булған, эшкинмәҫ, тип ырғытҡандар. Үҙем булһам, киренән тергеҙеп алыр инем дә... Шулай итеп, тәүге эштәремдең күбеһе юғалды. Олатайымдың берҙән-бер фотоһы ла шулар араһында ине. Әле боронғо әйберҙәрҙе музей-фәләнгә тип, кире йыя башланым. Араһында киң, әммә тәпәшәк кенә элекке бер самауыр ҙа бар.
Ҡулың алтын булһа,
ҡайны-ҡәйнәң дә ярата
“Шоңҡар”ҙар. Бала сағығыҙҙа ниндәй малай булдығыҙ? Тәртип боҙоп йөрөгән саҡтарығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
Рәиф Бадыҡов. Бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһындым. Шуға тәртип боҙорға ваҡытым булмағандыр. Нимә бар – бөтәһен дә һүтеп, киренән йыя инем. Радиоалғысты ла һүтеп ҡарағас ҡына эсендә кеше юҡлығына инандым (көлә). Элек “Йәш техник” тигән журнал бар ине. Шул баҫманы китапханала туҙан йыйып ятҡан еренән табып алдым да баштан аҙағынаса уҡып сыҡтым, IV класта үҙ аллы комбайндың төҙөлөшө тураһында өйрәндем. Ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем көслө булғандыр инде.
Физкультуранан, хеҙмәт дәрестәренән уҡытҡан, техника менән булышырға ла ныҡ һәләтле Шамил исемле уҡытыусыбыҙ бар ине. Ул минең кеүек бер нисә малайҙы үҙенә ылыҡтырҙы. Ауыл янынан электровоз үтә. Түңәрәкләп өс метр диаметрлы тимер юлын йыйҙыҡ. Оҡшатып электровоз эшләнек. Ул ваҡытта ауылда электр уты үткәрелмәгән ине әле. Моторҙы ҡабыҙабыҙ, теге түңәрәк буйлап йөрөй. Аҙаҡ, 1960 йылдар самаһы булғандыр, Йәрмәкәйҙә ойошторолған пионерҙар күргәҙмәһенә алып барғанды ла иҫләйем.
Шул техникаға, электроникаға тартылыу көслө булғандыр, VII класты тамамлағас, ауылдың радиоузелына эшкә индем. Айына 15 һум түләйҙәр ине. Һигеҙ ай эшләп өлгөрҙөм. Һуңынан, колхозды совхозға ҡушҡас, миңә, ун алты йәше тулмаған үҫмергә, дәүләт эшендә эшләргә ярамағанлығы билдәле булды. Китергә тура килде.
“Шоңҡар”ҙар. 50–60-сы йылдарҙа былай ҙа техникаға ҡыҙыҡһыныу ныҡ көслө булғандыр инде?
Рәиф Бадыҡов. Шулайҙыр. Ауылда бер генә кешенең велосипеды бар ине. Аҙаҡ айырым движок һатып алды. Ул ватылһа, миңә, үҙенән нисә йәшкә бәләкәй үҫмергә, төҙәтергә килтерә был. Бушҡа төҙәтеп бирәм, миңә, киреһенсә, ҡыҙыҡ ҡына. Улай уҡ бушҡа ла түгел, йүнәткәс, ағай бер-ике көнгә йөрөргә биреп тора әле. Һе, ул саҡтағы шатлыҡты күрһәгеҙ!
“Шоңҡар”ҙар. Әтеү эш хаҡын шулай алғанһығыҙ инде?
Рәиф Бадыҡов. Эйе. Әле лә килтерәләр. Тик хәҙерге аппараттың электроникаһы күп. Элекке механиканың ғына ул бер ерен әйләндерһәң, икенсе урыны тоҡанып, эшләп китә торғайны. Хәҙергеләре менән булышырға махсус программа кәрәк.
Ҡулым алтын булғас, ҡайны-ҡәйнәм алдында ла дәрәжәм шәп булды (көлә). Ватылған телевизор, һыуытҡыстары менән бергә ауылдаштары ла минең ҡайтыуҙы көтөп кенә торалар. Иҫләйһегеҙҙер, элекке телевизорҙарҙың лампочкалары гел боҙолоп ыҙалатты. Шуларҙы алмаштырырға тип, Өфөнән тоҡлап лампочка ташыған саҡтарым да булды. Әжерен ҡаҙ, өйрәк менән ҡайтаралар ине.
Фото төшөрөп – төрмәгә...
“Шоңҡар”ҙар. Ә беренсе тапҡыр фотоаппарат ҡулығыҙға ҡасан эләкте һуң?
Рәиф Бадыҡов. Күршенеке ине. Минең кеүек техниканы ныҡ яратҡан кеше булды ул. Мотоцикл һатып алды, әммә кәртә тотманы. Яңылыҡ уйлап табырға әүәҫ ине. Мотоциклының спидометрын алып, ҡулайлаштырып, баҫыуҙағы һөрөлгән ерҙе шуның менән генә үлсәп йөрөнө. Ә былай уны ике метрлы циркуль һымаҡ нәмә менән сажинлап үлсәргә кәрәк. Эшен еңеләйтте был. Хәҙер арманһыҙ булып этләнеп йөрөмәй, тегендә күрһәткән һандарҙы ғына яҙып ала.
“Шоңҡар”ҙар. Автоматлаштырыуҙың тәүге ысулдары шулай барлыҡҡа килгән инде...
Рәиф Бадыҡов. Ауылда әле электр уты ла үткәрелмәгән саҡта ошо күршем фотоаппарат алды. Таҫманы тәҙрәнән төшкән нурҙар аша ҡуйып, фотоһүрәттәр эшләне. Шунда беренсе тапҡыр миндә лә ҡыҙыҡһыныу уянды. Өфөгә килгәс, үҙем һатып алдым. Алты киң таҫмалы ине ул. Тарырағын таба алмағас, араһына рамка ҡуйып, үҙемсә көйләп алырға тура килде.
“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, Өфөгә нисек килеп урынлаштығыҙ? Баш ҡаланы яулауы еңел түгел бит.
Рәиф Бадыҡов. Ике туған апайым Өфөгә саҡырып, хат яҙып ебәргән. Радиоузелдағы эштән туҡтаған ғына ваҡыт ине. Гәрәбилкә менән бесән йыйып ҡайтһам, хатты тапшырҙылар. Икенсе көнөнә үк йыйынып сығып киттем. Дәрт ташып тора, ауылда улай уҡ тотоп торған нәмә лә юҡ тигәндәй. Өфөгә килгәс, апайымдың адресы яҙылған хатын әллә нисә таксисҡа күрһәтеп ҡараным. Бындай урам юҡ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Аптырап, Өфө урамдарын тегеләй-былай ҡыҙырам. Кире ҡайтҡым да килмәгәндер, вокзалда бер кис ҡундым. Икенсе көнө трамвайға ултырып, ауыл хужалығы институты яғындағы бер туҡталышта төшөп ҡалып, ауыҙымды асып китеп барған еремдән яңы ғына Өфөлә урынлашып йөрөгән икенсе апайым тап итте. Шунан мөғжизә юҡ тип әйт бына. Оло ҡалала шулай тап булып, осрашсы әле. Хәҙергесә телефон юҡ. Хәлде аңлатҡас, был мине хат яҙған апайыма алып китте.
Телеүҙәк янында урынлашҡан бәләкәй генә бер урам булып сыҡты. Ике ҡатлы бараҡтың фатирында өсмө-дүртме ҡыҙ торалар ине, хәҙер мин өҫтәлдем. Күмәкләшеп иҙәнгә теҙелешеп ятып, йоҡлап йөрөнөк. Бер ниндәй боҙоҡлоҡ та юҡ, тартыныу ҙа тигәндәй. Унан һуң ФЗО-ға барып урынлаштым. Беҙ тамамлағанда һөнәрселек училищеһы ине. Унда барғас та телогрейка, салбар бирҙеләр. Уларҙы кейеп, текә егет булып, ауылға ҡайтҡан саҡтарҙы әле лә һағынып иҫләйем.
Уҡыған саҡта бер ағайымдарҙа ла тороп алдым. 18 квадрат метрлы элекке дөйөм ятаҡ бүлмәләрен үҙҙәренсә фатирға әйләндереп эшләп алғандар ине. Ағайым, еңгәм, улдары, ике яҡтан һәр береһенең икешәр һеңлеләре менән йәшәнек бер мәл. Бына элек кешенең сыҙамлығына, киң күңеллегенә, ихлас булыуҙарына иҫең китерлек бит! Аҙаҡ ҡыҙҙар төрлөһө төрлө яҡҡа йәшәргә күскәс, бер аҙ иркенлек тойолдо. Ағайым алтын ҡуллы, бик оҫта кеше ине. Магазин витриналарының быялаларынан ишек ҡуйып, аш-һыу бүлмәһенә комод эшләне. Мин шуның эсенә инеп, ҙурайтҡыс, башҡа фото эшләү ҡорамалдары менән булыша башланым. Тик бер көн ағайымдың улы мин ҡулланған шыйыҡсаны эскәндән һуң бының менән өйҙә шөғөлләнеү туҡтатылды. Ярай ҙа бәләкәс бала зыян күрмәне.
“Шоңҡар”ҙар. Әтеү Советтар Союзын һағынаһығыҙҙыр инде?
Рәиф Бадыҡов. Әйтәм бит, кешеләр бер-береһенә ярҙамсыл, ихластар ине. Беҙҙең һөнәр кешеләре лә ул ваҡытта яҡшы йәшәне, тип иҫәпләйем. Бер фотоның гонорарына тулы бак бензин һатып алып була ине. Элек һәр фото айырым шәхестең ижад емеше булараҡ та юғары баһаланды. Хәҙер генә ул йәнең теләгән һүрәтте компьютерҙан сығарып алып була.
“Шоңҡар”ҙар. Беренсе фотоаппаратты үҙешмәкәр фотограф булараҡ алдығыҙмы?
Рәиф Бадыҡов. Эйе. ФЗО-ны тамамлағас, балта оҫтаһы булып сыҡтым да, бер йыл һөнәрем буйынса эшләп алдым. Һуңынан электрик булып киттем. Ете класс ҡына белемем булһа ла, физиканы алдан уҡыған инем. Техника менән ҡыҙыҡһыныу ҙур булғас, был һөнәр миңә яҡыныраҡ та, таныш та ине. Ғөмүмән, булмышым менән мин физик-математик инде, шуға һеҙҙең кеүек матур итеп һөйләй, яҙа белмәйем (көлә). Шулай эшләп йөрөгәндә, был 1964 йыл була, Виктор Мушкин тигән радиорепортер “Спорт журналисы” тигән курс асты. Мин дә фотоаппаратымды тотоп барҙым.
“Шоңҡар”ҙар. Уны һеҙ ҡайҙан ишеттегеҙ?
Рәиф Бадыҡов. Уныһын хәҙер иҫләмәйем инде. Шунда төрлө йүнәлештәге билдәле спортсыларҙы саҡыралар ине. Бер Гавриил Аферин тигән ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы килде. Шкаф хәтлем үҙе. Башта көрәшеп ҡараған. “Иҙәндә тәгәрәп, бысранып бөтәһең, шуға ул шөғөлдө ташланым”, – тип көлә. Һуңынан армияла ҡулына гер алып, донъя рекордын ҡуйыуға өлгәшкән кеше. Уларҙың һөйләгәндәрен берәүҙәр яҙып ала, икенселәре фотоға төшөрә. Шулай һөнәргә инеп киттем. Аҙаҡ үҙебеҙгә заказ бирә башланылар.
Армиянан ҡайтҡас, фотограф булырға ныҡлы ҡарар иткәйнем инде. Өсөнсө треста электрик вазифаһында йөрөгәндә эш тәҡдим иттеләр. Элек бит комсомол контроле тигән ойошмалар әүҙем эшләне. Улар тикшергән ерҙәрҙә ҡайҙа, ниндәй тәртип боҙоуҙар бар, шуларҙы фотоға төшөрөп йөрөнөм. Өсөнсө трестың үҙенең “Голос строителя” тигән листовка формаһында ғына үҙ гәзите бар ине, эштәрем шунда баҫылып сыға.
“Шоңҡар”ҙар. Бала саҡта журналист, фотограф булам тигән хыялдар булмағандыр бит?
Рәиф Бадыҡов. Ю-у-уҡ. Өфөгә килеп, үҙем фотоаппаратлы булғас ҡына ҡыҙыҡһыныу артҡандыр. “Советское фото”, Чехияла баҫтырылған фотографтар тураһындағы журналдар алдырҙым. Элек бит гәзит-журналдарға тиҙ генә яҙылып булмай ине. Уның өсөн таңғы биштән тороп, почтала сиратҡа баҫаһың йә берәй таныш-белешең аша ғына киләһе йыллыҡҡа яҙылып ҡуйыу бәхетенә ирешә алаһың. Чехиянан килгәненә мин бер таныш аша ғына яҙыла алдым. Унда яланғас натуршицаларҙың һүрәттәре баҫылһа, беҙгә уның урынына ап-аҡ бите генә килә ине. Бына ниндәй заман булған.
“Шоңҡар”ҙар. Хәрби хеҙмәттә лә фотоға төшөрөү менән шөғөлләндегеҙме?
Рәиф Бадыҡов. Юҡ. Белоруссияла урынлашҡан ябыҡ зоналағы Беренсе ракета полкында хеҙмәт иттем. Үтә серле урын, бейек-бейек ракеталар Германия яғына ҡарап тора ине. Тревога-фәлән булһа, әлеге кеүек бер төймәгә генә баҫып, барыһын да хәл итеп булмай. Әҙерлек үткәргәнсе биш сәғәтләп ваҡыт үтә. Унан мин сержант булып ҡайттым.
“Шоңҡар”ҙар. Унда саҡта фотоаппаратҡа бөтөнләй теймәнегеҙ инде?
Рәиф Бадыҡов. Әйтәм бит, үтә серле полк ине. Объекттарҙы фотоға төшөрөргә ярамай, был енәйәт, шпион тип төрмәгә ябып ҡуйыуҙары бар. Шулай ҙа отпускыға ҡайтҡанда, тәүәккәлләп, фотоаппарат алып килдем.
“Шоңҡар”ҙар. Буласаҡ һөнәрегеҙ унда ла үҙен белдергән.
Рәиф Бадыҡов. Башымда насар уйҙар юҡ, бары хеҙмәттәш егеттәрҙе иҫтәлеккә генә төшөрөп алыу. Ҡайтҡан саҡта поста тикшереп сығаралар ине. Нишләргә? Фотоаппарат менән тотһалар, эйе, төрмәгә ябыуҙары бар. Изге күңелле старшина бар ине, ул ярҙамға килде. Мине оҙатырға килеп, аппаратты үҙенең ҡуйынына йәшереп алып сыҡты.
“Һинең ижадыңда – яҡтылыҡ“
“Шоңҡар”ҙар. Тәүге осорҙа хеҙмәт алдынғыларын төшөргәнһегеҙҙер? Социализм осоронда ул модала ине бит.
Рәиф Бадыҡов. Эйе. Өсөнсө треста Балабан исемле йәһүд начальник булды. Ул министрҙар, түрәләр менән осрашҡан ваҡыттарын төшөрөргә ҡуша ине. “Бер күҙең миңә генә ҡарап торһон”, – ти. Һуңынан ул фотоларҙы папкаһында ғына йөрөтә һәм, теге кешегә инергә тура килһә, үҙе менән таныш икәндәрен иҫтәренә төшөрөр өсөн тейәп алып китә.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ бик күп, бөйөк, күренекле кешеләрҙе төшөргәнһегеҙ. Мәҫәлән, Мостай Кәрим менән танышыуығыҙ нисек булды?
Рәиф Бадыҡов. Ул ҡәҙәре үк хәтерҙә ҡалмаған. Ләкин минең ижад хаҡында әйткәне ғүмерлеккә иҫемдә. Әлбиттә, нимә тигәнен һүҙмә-һүҙ әйтә лә алмайым, ней үҙемдең дә “яҙып бирегеҙ“ тиергә баҙнатсылығым етмәгән. Ижадыңда яҡтылыҡ бар, тигән мәғәнәлә ине ул.
Хәтере шәп, ихлас кеше булды. Мәскәүҙә бер ҡунаҡхананың баҫҡысынан төшөп киләм, ул ишектән килеп инде. Мостай Кәримде таныным, әлбиттә, тик янына барырға ҡыймай тора инем: “О-о, Рәиф дуҫ, һаумы!” – тип үҙе килеп күрешеп китте.
Ҡыҙы Әлфиәнең туйын төшөрҙөм. Мостай ағайҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡайтҡанда ейәне Тимербулат та таныны.
“Шоңҡар”ҙар. Мостай Кәрим дөрөҫ әйткән, һеҙҙең эштәрегеҙҙә, ысынлап та, яҡтылыҡ бар. Шакир менән һеҙҙең ижадығыҙ араһында ниндәйҙер кимәлдә уртаҡлыҡ та бар, тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ.
Рәиф Бадыҡов. О-о-о, һеҙ артыҡ ҙур баһа бирәһегеҙ, рәхмәт (көлә). Эйе, тормоштоң ҡараңғы яғын күрһәткем килмәй халҡыма. Ҡайһы берәүҙәр бысраҡ битле, таралмаған сәсле әҙәмде төшөрөп тә ниндәйҙер образ табалар. Ә миндә ундай сифат юҡ. Ҡараңғылыҡ тигәндән, бер генә фотом бар. Кушнаренко районындағы бер ашхананың күтәрмәһендә бик бирешкән ҡарт тәмәке тартып ултыра, янында эт тора. Тормошта эт хәлендә ҡалыуҙы яҡтыртыу рәүешендә был икәү кадрға осраҡлы ғына килеп эләкте. Ағай үҙе әйтеүенсә, ҡатыны үлгәс, асарбаҡҡа әйләнгән. Ысын күңелдән йәл булһа ла, улай тормош сөңгөлөнә батырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым.
Кеше үҙенең фотоһын күреп шатланһын, уны башҡаларға күрһәтергә оялмаһын. Был минең өсөн төп шарттарҙың береһе.
Президенттар һәм...
“Шоңҡар”ҙар. Беҙ һеҙҙе республиканың боролош осоронда ла, унан һуңғы йылдарҙа ла Башҡортостандың төп йылъяҙмасыларының береһе тип атаһаҡ дөрөҫ булыр. Сөнки республика тарихына ҡағылышлы күп китаптарҙа, документтарҙа һеҙҙең фотолар урын алған. Республика етәкселәренең төрлө кимәлдәге осрашыуы, төрлө кимәлдәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуы булһынмы, ниндәй генә мөһим ваҡиға булмаһын, быны һеҙ тарихҡа мәңгеләштереп ҡалдырғанһығыҙ. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты йыш төшөрҙөгөҙ...
Рәиф Бадыҡов. Эйе, фото төшөрөргә барһам: “Тағы килдеңме?” – тип шаярып ҡаршы ала торғайны ул. Уның ҡултамғаһы бик ҡыҫҡа, шуға уны бер нисә миллисекунд эсендә ҡуя ла ҡуя. Ә кадрға эләктереп ҡалырға кәрәк. Тырыштыҡ инде. Мәскәүҙә, ҙур Килешеүҙәр ҡуйған мәлдә, ниндәй яуаплылыҡ икәнен үҙем генә беләм. Пленка осоро, кадр нисек килеп сыҡҡанын ҡайтып “проявить” иткәс кенә беләһең. Ә килеп сыҡмаһа... Тарих яҙам тигән оло уй менән йөрөмәһәм дә, бар йөрәгем менән республика алдындағы оло яуаплылыҡты һәм оло йөктө һәр саҡ тойҙом.
“Шоңҡар”ҙар. Мәскәүҙә, Кремлдә, күп килешеүҙәр осорон фотоға төшөргән кеше булараҡ, әйтегеҙ әле, унда инеүҙәр нисек?
Рәиф Бадыҡов. Төрмәләге һымаҡ (көлә). Унда инер алдынан паспорттарҙы йыйып алалар һәм аҙаҡ исем-фамилияңды ҡысҡырып, аныҡ итеп әйткәс, документыңдағы фото менән һине ентекләп сағыштырып ҡарағандан һуң ғына сығаралар. Объективыңды ла тикшереп индерәләр. Уның урынына пушка ҡуйыуың да бар бит инде (көлә). Аҙаҡ операторҙар бергә йыйылған ерҙә йәтешерәк урын һайлап, төшөрөргә әҙерләнеп, көтөп тораһың. Әгәр берәү саҡ ҡына урынынан шылһа, барыһының да эштәре ҡыйыш-мыйыш килеп сығыуы бар.
“Шоңҡар”ҙар. Пленка янып ҡуйыр тигән ҡурҡыу юҡ инеме?
Рәиф Бадыҡов. Минең былай барыһы ла яҡшы булды. Республика тарихындағы оло ваҡиғаларҙы төшөргәндә, шөкөр, аппаратым да, үҙемдең эске тойғоларым да хыянат итмәне. Әммә бер тапҡыр таҫмамды мин дә яндыра яҙҙым. Бесәнгә төшөр ваҡытта баш мөхәррирем сәс алдырырға барған. Бөҙрәханала эшләүсе ике ҡатын үҙ-ара һөйләшәләр икән. Береһе: “Фәлән ауылда ирем бесәнгә төштө”, – тип әйтә, ти. Яңылыҡты иң беренселәрҙән булып халыҡҡа еткереү, йәғни оперативлыҡ, журналист өсөн төп талаптарҙың береһе бит инде. Теге ҡайҙа икәнлеген төпсөп белешкән дә мине фоторепортаж эшләргә сығарып та ебәрҙе. Төшкә тиклем барып та әйләндек. Был һанға бирергә, тип дәртләнеп эшкә тотонған ғына инем, таҫмалы һауытым ҡулымдан ысҡынып китте. Иҙәнгә төшкән ыңғайға ҡапҡасы ҡайҙалыр тәгәрәне. Шул секундта, ут һүнмәгән, хәҙер бөтә эшем юҡҡа сығасаҡ та, үҙ машинамда ҡабаттан барып төшөрөргә кәрәк буласаҡ, тигән ҡурҡыу ҡатыш уй барлыҡҡа килде. Йәһәт кенә иҙәнгә сүкәйеп теге һауыттың башын усым менән ҡаплай һалдым да шыуышып тигәндәй утты барып һүндерҙем. Яҡтылыҡ саҡ ҡына эләгеп өлгөргәнлектән ҡырҙары әҙерәк “янһа” ла, гәзит битендә ул етешһеҙлектәр һиҙелмәне.
Тағы ла бер мәл хәтерҙә ҡалды. 90-сы йылдар башында республикалар Ельцин менән килешеүҙәр төҙөгән саҡ ине. Беҙҙекеләр, йәғни Башҡортостан менән сәғәт ун икелә ҡултамға ҡуйырға тейештәр. Көтәбеҙ, көтәбеҙ, юҡтар. Баҡтиһәң, уңайлы шарттар булдырырға тырышып, һәр яҡ үҙенең фекерен өҫтә ҡалдырыр өсөн дыу килгәндәр икән, шуға һуңлап киткәндәр. Килеп сыҡтылар былар. Ул ваҡытта алыҫтан һәйбәт кадр эшләрлек фотоаппараттар ҙа юҡ ине әле. Тәнһаҡсылары менән һөйләшә-һөйләшә, шулай ҙа бер сама яҡыная алдым. Улар һис тә яҡын ебәрмәй. Нисектер шулай үткәрҙеләр, аңланылар. Ельцин менән Рәхимовтың ҡул ҡуйған мәлен шулай мәңгеләштерҙем.
“Шоңҡар”ҙар. Әллә һеҙ уларҙы берәй төрлө ихлас йылмайыуығыҙ менән арбанығыҙмы икән? Путинды ла фотоға төшөрҙөгөҙмө?
Рәиф Бадыҡов. Күп тапҡыр төшөрөргә тура килде Башҡортостанға һәр килгәнендә, тиерлек. Ул йылына бер тапҡыр тура эфирҙан журналистарҙың һорауҙарына яуаптар бирә бит. Беренсе тапҡыр үткәрелгәнендә шунда төшөрҙөм. Бер аяҡта ғына сәғәттәр буйы баҫып торорға тура килде. Сөнки зал шығырым тулы, яҡындағы урындарҙы Мәскәү операторҙары алдан алып ҡуя. Хәҙер генә ҙурыраҡ аудиторияла үткәрелә башлаған, шикелле.
“Шоңҡар”ҙар. Ә Хәбиров менән эшләп өлгөрҙөгөҙмө әле?
Рәиф Бадыҡов. Йәрмәкәй районындағы эш сәфәрен төшөрөргә тура килде. Фотосессияһына ла саҡырған ине, дауаханала ятыу сәбәпле, барып булманы.
Фотограф психолог та
булырға тейеш
“Шоңҡар”ҙар. Ҡайһы бер кеше фотола бөтөнләй икенсе булып сығыуы ла бар...
Рәиф Бадыҡов. Ҡайһы саҡта ундай осраҡтар, ысынлап та, булғылай шул. Төшөргән ваҡытта яҡшы ғына килеп сығыр төҫлө. Әммә аҙаҡ ҡарай башлаһаң, бер йүнле кадр табып булмай. Хәҙер бөтәһен дә яҡтылыҡ ярҙамында матурлап төшөрөргә була, әлбиттә. Шулай ҙа эшеңдән ҡәнәғәт булмаған саҡтарҙы кисерергә тура килгеләй. Кешенең күңелен аңлаған кеүекһең, әммә шул гүзәллекте тотоп алып булмай ҙа ҡуя.
“Шоңҡар”ҙар. Был нимәнән килеп сыға икән?
Рәиф Бадыҡов. Башта кеше менән яҡындан аралашып, күңел төпкөлөнә төшөргә, уның асылына төшөнөргә кәрәк. Әтеү хәҙер ҡайһы бер фотографтар: “Тегеләй тор, былай ит”, – тип әрләп бөтәләр.
Элек “Ҡыҙыл таң” гәзитенән Әғләм Зараев тигән фотограф һауынсыларҙы барыһын бергә теҙеп ҡуйып, ҡыйыш торған урындарҙы төҙәтеп, бер нисә фотоаппарат менән төшөрөп алып ҡайта ине. Шулай ентекле эшләгәндә, әлбиттә, һайлап алып ҡына ҡуйырҙай яҡшы һүрәттәр килеп сығалыр.
“Шоңҡар”ҙар. Фотограф психолог та булырға тейеш инде?
Рәиф Бадыҡов. Әлбиттә, элегерәк “Огонек” кеүек үҙәк журналдарҙа эшләүселәр бер көн алдан кеше менән танышып, аралашып йөрөгәндәр. Был образды асырға ныҡ ярҙам итә.
“Шоңҡар”ҙар. Кешенең йөҙөндә уның күңел торошо ла сағылмай ҡалмай. 1970 йылдағы кешеләр менән 2000 йылда төшөргән халыҡ араһында айырма бармы?
Рәиф Бадыҡов. Әллә инде. Минең өсөн иң мөһиме – кешенең сырайы яҡты булһын. Төрлө әҙәм бар бит. Кемдер фотоға төшөргә бөтөнләй яратмай һәм уны төрлөсә ыҡҡа килтерергә тура килә. Ҡайһы саҡта: “Һинең өсөн генә килдем. Ә миңә сиратта күпме кеше торғанын беләһеңме?” – тиһәң, “Йә, ярай, төшөр әйҙә”, – тип уйламағанда ризалашып та ҡуя.
“Шоңҡар”ҙар. Төҫлө фотоларға күсеүҙе һеҙ нисек ҡабул иттегеҙ?
Рәиф Бадыҡов. Элек төҫлө фотоларҙы эшләүе ауыр ине. Төҫтө айырыр өсөн оҫта рәссам булыу зарур. Мортаза Ғөбәйҙулла улына: “Әйҙәгеҙ, гәзитте төҫлө итеп баҫтырайыҡ“, – тиһәң: “Уның өсөн күпме аҡса кәрәк, беләһеңме?” – ти торғайны (көлә). Хәҙер күп баҫмалар төҫлө сыға.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡайһыһында характер биреүе еңелерәк?
Рәиф Бадыҡов. Эш төҫтә түгел, минең өсөн объект (кеше), мөһимерәк, әлбиттә. Уны ниндәй образда бирәм? Хәҙер күптәр кире аҡлы-ҡаралыға күсә башланы. Минең үҙемә лә тәүгеһе яҡыныраҡ.
Күңел күҙең дә күрә белһен...
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең эштә иң ҡыйыны нимә?
Рәиф Бадыҡов. Мәлен тура килтереп, тота һалып ҡалыу. Ҡайһы бер кеше юҡ ҡына нәмәнән дә образ тыуҙыра бит. Шуға маңлай күҙең менән бергә күңел күҙең дә күрә белергә тейеш. Кәйеф шәп саҡта фотоаппаратыңды алып сығып китәһең дә яҡшы һүрәттәр тейәп алып ҡайтаһың инде.
“Шоңҡар”ҙар. Шәп кадр ҙур байраммы?
Рәиф Бадыҡов. Әлбиттә. Ҡайһы берҙә шәп фото буласағын алдан уҡ күҙаллайһың, ҡайһы берҙәре осраҡлы ғына килеп сыға, ҡайтып ҡарай башлағас ҡына тап итәһең.
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөнгө көндә ниндәй фотографтарҙы айырып әйтер инегеҙ?
Рәиф Бадыҡов. “Ҡыҙыл таң”дан – Динар Кәлимуллин, “Башҡортостан ҡыҙы”нан – Саша Данилов, “Башҡортостан”дан – Айрат Нурмөхәмәтов, “Йәшлек”тән Юлай Кәримовтар шәп фотографтар. Юлай, етмәһә, шәп рәссам да.
“Шоңҡар”ҙар. Флүр Ғазинды өмөтлө фотограф тип әйтеп буламы?
Рәиф Бадыҡов. Уның да эштәре оҡшай. Тик ул, шилма малай, ҡайҙа төшөргәнен генә әйтмәй (көлә). Йәштәрҙән Эдуард Дилмөхәмәтовтың эштәре күңелемә яҡын.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең һөнәр енескә ҡарап бүленәме?
Рәиф Бадыҡов. Элек бүленә ине. Сөнки тәүге аппараттар ауыр, гүзәл заттар йөрөтөрлөк түгел, уңайһыҙ булды. Ҡыҙым Гүзәл дә уҡыған сағында булыша башлағас, ҡаршы төштөм. Хәҙер һәләтенә ҡарап һәр кем тотона ала.
“Шоңҡар”ҙар. Фотоға төшөрәм, тип ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанығыҙ булдымы?
Рәиф Бадыҡов. Һирәкләп ундай мәлдәр ҙә булды. Хоккейҙа өҫтөмә борттағы быяла ватылып ҡойолдо. Бер тапҡыр ВДВ-ларҙың нисек байрам итеүҙәре тураһында гәзиткә фоторепортаж эшләргә сыҡҡан инем, улар тоҙағына эләгеп, көскә ҡотолдом. Хәтәр егеттәр бит улар. Уларға тарыма, тарыһаң, арыма, тигәндәй. Эшемде тамамлап ҡайтырға ғына йөрөй инем, бер төркөмө бына бәйләнергә тотондо бит. “Засвети пленку”, – тиҙәр ҙә ҡуялар. Былар ҡулына эләкһәң, нисегерәк буласағын ҡулдары менән генә кирбес ватҡан, башына шешә менән тондорған саҡтарын күреп, аңлаған инем. Ярай ҙа бәхеткә күрә, Урал исемле танышым килеп сыҡты. Ул да десант, үҙенең бер төркөм егеттәре менән: “Засвети пленку!” – тип тегеләрҙең үҙҙәреләй булып, мине ҡыҫырыҡлап, аҫтан ғына алып сыҡтылар. Машинаға ултырҙым да тая һалдым. Аҙаҡ ул фотолар гәзиттә исем-шәрифһеҙ генә баҫылып сыҡты.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙ – республиканың ярты быуатлыҡ тарихын сағылдырған кеше, тинек. Йылъяҙмасы булараҡ, һеҙҙең архив һаҡланамы?
Рәиф Бадыҡов. Һаҡлана ул, тик насар. 2001 йылдан һуң төшөргәндәре компьютерҙа бар. Сәйәси ваҡиғаларҙы мәңгеләштергәндәренекенең таҫмалары ла ята. Тик барыһын да яйлап урынлаштырып ултырырға ваҡыт етмәй. Аҙнаһына, исмаһам, бер генә көн булһа ла, шуның менән булышырға ине лә ул. Әммә әлегә яйы килеп сыҡмай.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең республикала фотографтарҙың эшен киләһе быуындарға ҡалдырыу өсөн архив эштәре ныҡ насар ойошторолған. Юҡ кимәлдә тиһәң дә, хата булмаҫ. Коллегам Әғләм Зараев ғүмере буйы гәзит биттәрендә баҫылған һүрәттәрен конверт эсенә таҫма һәм негативы менән бергә һалып һаҡлап барған булған. Берәй заман архив материалы булараҡ ҡулланырҙар, кәрәге тейер, тип өмөтләнгән, күрәһең. Һуңынан дәүләт архивында ҡабул итмәгәс, тота ла негативтарын Өфөнөң күпере төбөндә яндыра. Көлөн конвертҡа һалып, Мәскәүгә ебәрә. Тегенән: “Зараев тигән кешегеҙ көл ебәрә, көмөштө ҡайҙан ала икән?” – тип һорайҙар, ти. КГБ килә быға. Тегеләр эштең айышына төшөнгәс, көлдәге көмөш өсөн булһа ла,аҡса тәтей әҙерәк. Шундай ул беҙҙә хәлдәр.
“Шоңҡар”ҙар. Барыбер нисек тә булһа, һаҡларға тырышырға кәрәктер инде...
Рәиф Бадыҡов. Кәрәк тә ул, тик ҡайһы осраҡта халыҡ үҙе, сәйәси йәһәттән баһалап, айырым дәүерҙе тарих хәтеренән юйып ташлаған осраҡтары ла бар бит. Мәҫәлән, Шакиров кәрәкмәне. Ул үҙе лә фотоға төшөргә яратмаған кеше ине. Йылына бер тапҡыр ғына Республика партия конференцияһы көнөндә төшкән һүрәттәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә күренеп ҡала ине. Конференцияла уның доклад менән сығышын фотоға төшөрөп йөрөй инем, был туҡтаны ла: “Ниңә мине төшөрәһең, ана, залды төшөр. Унда эшсе халыҡ ултыра, был уларҙың байрамы”, – тине.
Фотографтарҙың
бәҫе төшә
“Шоңҡар”ҙар. Бөгөн һәр икенсе кеше фотограф, тигәндәй. Был ысын һөнәр эйәләренең бәҫен төшөрәме?
Рәиф Бадыҡов. Ныҡ төшөрә. Бер ҡалыпҡа һалынған фотографтар күп хәҙер. Туй мәжлестәрендә аҡса һуғыусыларҙы ғына алып ҡарайыҡ. Йәштәрҙең мөхәббәттәрен сағылдырған мәлдәрен, бер-береһенә һөйөү менән тулы баҡҡан күҙ ҡараштарын тотоп алып ҡалыу тураһында уйламайҙар улар. Йөҙөк кейҙерешкән, берәй иҫтәлекле урында ҡосаҡлашып торғандарын төшөрһәләр, етте. Сифатын да ташҡа үлсәйем, тигәндәй.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙ шәхси заказдар алаһығыҙмы?
Рәиф Бадыҡов. Туйҙарҙы – юҡ. Хатта таныштар һораһа ла, баш тартам. Икенсе булып, йәғни ситтән генә төшөрөп йөрөһәм йөрөйөм. Һуңынан улар араһынан да яҡшы ғыналары, кейәү менән кәләштең бәхеттән балҡыған йөҙҙәре тәбиғи генә булып, матур килеп сыҡҡандары ла байтаҡ була.
Ә айырым кешеләрҙе элек “Матбуғат йорто”ноң унынсы ҡатында эшләгәндә төшөрә торған инем. Унда яҡтылыҡ шәп. Тағы ла – кәйефтең булыуы ла кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Иң яратҡан жанрығыҙ һәм фотоғыҙ ниндәй?
Рәиф Бадыҡов. Әлбиттә, бер кадрҙа ғына кешенең бар булмышын, кәйефен, тормошҡа ҡарашын биреүе ауыр, ләкин барыһынан да бигерәк портрет жанрын яратам. Хәҙер пейзажға ла тартыла башланым. Тик беҙ, репортерҙар, бер нисә секундта ғына йүгереп барып төшөрәбеҙ ҙә китәбеҙ инде. Көтөп торорға ваҡыт юҡ, тигәндәй. Ә ысын тәбиғәт күренештәрен мәңгеләштереү өсөн хәтһеҙ генә булышырға кәрәк. Сит илдәр өсөн эшләгән Вадим Гиппенрейтер атлы бер егет бар ине. Ул Камчаткаға барып, аҙналар буйына үҙенә оҡшаған болоттарҙың килеүен палаткала көтөп ята торғайны. Әлбиттә, кәрәк булһа, беҙ ҙә тегенән-бынан алып ҡуя алабыҙ, слайд тип атала ул.
Үҙ иткән фотоларым бар һәм уларҙың бер нисәүһе фатирҙа эленеп тора. Ҡышҡы селләлә минең лаборатория янындағы йортта йылы торба шартлап, эргәһендә үҫкән ағасты бәҫ ҡапланы. Шунан үҙемсә бер образ тыуҙырып, төшөрөп алдым. Йә булмаһа – “Ике күҙ”. Вертолеттан ике күлде төшөрҙөм, тирә-яғы һөрөлгән ер. Был эшем Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү ҙә яуланы.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй фотоаппарат менән эшләргә яратаһығыҙ?
Рәиф Бадыҡов. “Nikon” аппаратына өҫтөнлөк бирәм. Шул маркалағы әллә нисә фотоаппарат алмаштырҙым инде. Был иң шәп техникаларҙың береһе һанала, хаҡы ла елле генә. Сифатлы фотолар эшләйем тиһәң, дүрт йөҙ мең һумдан да ҡиммәтерәк булғанын алырға кәрәк.
“Шоңҡар”ҙар. Телефонға ла төшөрәһегеҙме?
Рәиф Бадыҡов. Унда бик һирәк төшөрәм. Уныһы ысын түгел.
Сит өйгә ҡайтҡаным булманы
“Шоңҡар”ҙар. Буласаҡ ҡатынығыҙҙы ла башта кадр аша күрҙегеҙме?
Рәиф Бадыҡов. Юҡ. Минең кеүек үк комсомол эшсеһе, Илеш районының Ташшишмә ауылы ҡыҙы ине. Дөйөм ятаҡҡа бер төркөм ҡыҙҙар менән килеп ингән инеләр, шунда танышып киттек.
“Шоңҡар”ҙар. Йәш сағында уны йыш фотоға төшөрҙөгөҙмө?
Рәиф Бадыҡов. Яҡындағы кешене бик күреп бармайһың бит ул. Ә бына балаларҙы бәләкәс ваҡыттарында төшөргөләнем. Оло ҡыҙым Гүзәлдең ун һигеҙ көнлөк сағында уҡ үҙенән ҙур портреты стенала эленеп тора ине.
“Шоңҡар”ҙар. Командировкаларға йыш йөрөгәс, ҡатынығыҙҙың үпкәләгән саҡтары булманымы?
Рәиф Бадыҡов. “Республика Башкортостан” гәзитенә күскәс, командировкаларым йышайҙы һәм әҙерәк турһайған саҡтары булды. Үҙем булмышым менән өй кешеһе ул мин. Ситкә сығып йөрөргә бик атлығып та тормайым. Шуға, ике-өс көнгә, тип сығып китһәм дә, бер көн алдан эшемде тамамлай һалып, ҡайтырға ашҡынам. Сит өйгә ҡайтҡаным булманы. Әтеү арабыҙҙа ундай егеттәр ҙә бар ине (көлә).
“Шоңҡар”ҙар. Ҡыҙығыҙ Гүзәлдең журналистиканы һайлары алдан билдәле булдымы? Хәҙер ул төп гәзиттәребеҙҙең береһен етәкләй.
Рәиф Бадыҡов. Минең менән бергә эйәреп йөрөй торғайны. Моғайын, шул ваҡытта был һөнәргә ынтылышы күңелендә ныҡлап оялағандыр.
“Шоңҡар”ҙар. Тыуған ауылығыҙға ҡайтҡанда ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?
Рәиф Бадыҡов. Иң яҡын кешеләрең ҡалған, хатта тупрағы ла, һауаһы ла башҡаса, ғәзиз булған ергә аяҡ баҫыу менән күңелемдә изге тойғолар барлыҡҡа килә. Уның нилектән шулай булыуын әйтеп тә, аңлатып та булмайҙыр ул. Унан һуң үҙең дә һиҙмәҫтән ижадҡа тартылаһың, донъя һиңә икенселәй булып күренгән төҫлө булып китә. Тағы ла – үҙеңде аңлаған, һинең менән “бер телдә” һөйләшкән кеше менән аралашыуы үҙе ҙур ҡыуаныс бит ул. Бына һеҙҙең менән әңгәмә барышында ла ошондай тойғолар кисереү бәхете тейҙе.
Тәрән йылға тын аға... Төрлө дәрәжәләге кеше араһында йөрөп, тормоштоң ағын да, ҡараһын да күреп, әсеһен-сөсөһөн күп тапҡырҙар татыһа ла, сабый бала күңеленә генә хас сафлыҡ, инсафлыҡ, яҡтылыҡ төшөнсәләре Рәиф Бадыҡовтың һәр саҡ юлдаштары булғандыр, тигән һығымтаға килдек үҙе менән өс сәғәткә яҡын һөйләшеп ултырған арауыҡта. Шулай булмаһа, йылмайып торған фотоһындағы (авторы Рәмил Килмәмәтов) кеүек яҡты ҡараш, нурлы йөҙҙө һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлағанда ла һаҡлап ҡала алмаҫ ине бит.
Рәзинә Зәйнетдинова
яҙып алды.