Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Октябрь 2021, 12:30

Офицер намыҫына һәр саҡ тоғро

Һине, халҡыңдан да бигерәк, яҙмыш һынай: йә кеше булып ҡалаһың, йә боҙолаһың, йә ерлегеңдән айырылып, тиҙ генә ҡолап төшәһең. Шуға күрә депутат мандатына эйә булғас та, үҙемә үҙгәрмәҫкә, кешелекле булып ҡалырға, ауыл малайы икәнемде онотмаҫҡа һәм тәпәй баҫҡан еремдә мәсет төҙөп ҡуйырға һүҙ бирҙем.

Офицер намыҫына һәр саҡ тоғро
Офицер намыҫына һәр саҡ тоғро

Иршат Фәхретдиновты халыҡ менән осрашыу үткәргәндә күрергә насип булғайны. Был көндө депутатҡа төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеүселәр ифрат күп булды. Араларында кемдәр генә юҡ: Афған, Чечен яуҙарын үткән егеттәр, хәрби хәрәкәт инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, улын армияға оҙатып та көтөп ала алмаған әсәләр... Ваҡыт менән иҫәпләшмәй һәр кем менән ихлас аралашҡан, барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан Иршат Юнир улына һоҡланып та, уның сабырлығына көнләшеп тә, башҡортомдоң шундай аҫыл улы булыуына ғорурланып та ҡайтҡайным был саранан. Бөгөн йәнә күрештек. Был юлы осрашыуға гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итмәксе әңгәмә сәбәп булды. Шулай итеп, “Йома”ла ҡунаҡта — запастағы полковник, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, өс бала атаһы, юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһы рәйесе, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Иршат ФӘХРЕТДИНОВ. Депутатлыҡ — яҙмыш һынауы — Иршат Юнир улы, халыҡ Һеҙҙең менән бәйләнешкә сыға алһын өсөн һәр саҡ — телевизорҙан сығыш яһағанда ла, гәзит-журналдарға ла — телефон номерығыҙҙы (8-917-42-18-937) бирәһегеҙ. Ҡайһы бер етәкселәрҙең ишегенә лә яҡын бара алмағанда, бындай асыҡлыҡ һоҡландыра ла, ниндәйҙер кимәлдә хатта һағайта ла. — Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифа биләһәң дә, ерҙән, халыҡтан айырылырға ярамай. Мин һәр саҡ элемтәлә, бәйләнештә, шуға ла ҡабул итеү көндәрендә кеше күп мөрәжәғәт итә. Һәр айҙың бер аҙнаһын Башҡортостанда, халыҡ менән осрашып, уларҙы ҡабул итеп үткәрәм. Ниндәй генә һорау менән килһәләр ҙә, был минең өлкә түгел, тип кире борғаным юҡ. Депутатлыҡ үҙеңә ниндәйҙер өҫтөнлөктәр алыу, тейелгеһеҙлек тәьмин итеү ысулы түгел. Миңә былар бөтөнләй кәрәкмәй. Халыҡтың мөрәжәғәт итеүе мөһимерәк. Ни өсөн тигәндә, ул миңә эш, уйланырға ем, импульс бирә. Аралашыуҙар ниндәйҙер закон проекты әҙерләүгә этәргес булһа, уны үткәреүгә өлгәшһәк, депутат өсөн шунан да юғарыраҡ награда юҡ. — Тимәк, депутатлыҡ һеҙҙең өсөн сираттағы вазифа ғына түгел? — Бер ваҡытта ла депутат булырға хыялланманым, уйымда ла булманы. Ҡайҙа ул Дәүләт Думаһы депутаты булыу, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йәки ҡала Советы түгел, ауыл Советында депутат булыу тураһында ике ятып бер төшөмә инмәне. Хатта окопта ултырғанда ла һәр ваҡыт депутаттарҙы тиргәп, бөтөн нәмәлә уларҙы ғәйепләй торғайным. Хәҙер үҙемде лә шулай әрләйҙәрҙер инде. Бәлки, улар хаҡлылыр ҙа, һис тә үпкәләмәйем. Әммә 2007 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының исемлеге буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш депутаты булып үткәс, быны үҙем өсөн сираттағы һынау тип ҡабул иттем. Һине, халҡыңдан да бигерәк, яҙмыш һынай: йә кеше булып ҡалаһың, йә боҙолаһың, йә ерлегеңдән айырылып, тиҙ генә ҡолап төшәһең. Шуға күрә депутат мандатына эйә булғас та, үҙемә үҙгәрмәҫкә, кешелекле булып ҡалырға, ауыл малайы икәнемде онотмаҫҡа һәм тәпәй баҫҡан еремдә мәсет төҙөп ҡуйырға һүҙ бирҙем. — Әйткән һүҙ — атҡан уҡ... — Аллаға шөкөр, әйткәнемдән тайпылған юҡ. Ғөмүмән, депутат булдың да эш бөттө түгел бит, һин ул яуаплылыҡты күтәрә белергә лә тейешһең. Елкәң йоҡа булһа, депутатлыҡ вазифаһын үтәй алмауың ихтимал. Мин шулай тип әйтмәһендәр өсөн тырышам. — Әле Думала ниндәй йүнәлештә эшләйһегеҙ? — Бишенсе саҡырылышта ветерандар комитетында булдым, алтынсы саҡырылышта уны социаль сәйәсәт буйынса комитет менән берләштерҙеләр һәм мине Думаның ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитетына билдәләнеләр. Ләкин, хәрби кеше булараҡ, һаман да үҙ тармағыма тартылам да торам. Ә бына депутаттар этикаһы буйынса комиссияла тороуым ысынлап та файҙа килтерә тип һанайым: төрлө үткенселәрҙең ҡулдарына һуғып, урлашырға ҡамасаулап йөрөйөм шунда (көлә). Улар миңә ҡаршы бер ни ҙә ҡыла алмай, сөнки һәр яҡтан да таҙамын. Ысынлап әйткәндә иһә, ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, пенсияларын арттырыу, хәрбиҙәргә түләүҙәрҙе күтәреү буйынса бик күп закон проекттары әҙерләнек һәм ҡабул итеүгә өлгәштек. Башҡортостанда Афған һәм Чечен һуғышы ҡорбандарына байтаҡ һәйкәлдәр астыҡ. Шулай уҡ 1931 йылдың 1 ғинуарынан 1945 йылдың 1 авгусына тиклемге арауыҡта тыуған һуғыш йылдары балаларына ярҙам итеү буйынса закон проекты әҙерләнек, әммә уны ҡабул итеү финанс мәсьәләләренә бәйле тотҡарлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырыу буйынса закон тулыһынса тормошҡа ашырылып бөтмәйенсә, быныһы ҡабул ителмәҫтер, күрәһең. — Хәтерем яңылышмаһа, 2013 йылда, Афғанстан­дан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 25 йыллығы алдынан, Һеҙ Хөкүмәткә Афған һуғышы яугирҙәрен юбилей миҙалы менән бүләкләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәйнегеҙ. — Эйе, Оборона министрлығы әлегә тиклем ошо миҙалдарҙы тапшыра. Льготаларҙы арттырыу, вете­рандарҙы федераль йәки төбәктекеләргә бүлеп ҡарамау, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ғына түгел, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы ла торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла сығыш яһап, маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырабыҙ. Афған, Чечен һуғыштары яугирҙәренә 80 – 90 йәш тулыуҙы көтөргә ярамай, уларҙы бөгөн үк торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк. Был йәһәттән дә уңыштарыбыҙ бар тип әйтә алам. “Йәнһеҙ түрәләр үҙемде лә ялҡытты” — Һеҙ, Башҡортостан хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһының етәксеһе булараҡ, Афған, Чечен яуҙа­рын үткән яугирҙәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәһегеҙ. Ҡабул итеү көндәрендә лә нәҡ уларҙың күпләп килеүе – быға асыҡ дәлил. Егеттәр күберәк ниндәй мәсьә­ләләр менән мөрәжәғәт итә? — Күбеһе торлаҡ, хәрби хәрәкәттә яраланыу һөҙөмтәһендә инвалидлыҡ юллау, дауаланыу мәсьәләләре менән килә. Түрәләрҙең битарафлығына зарланыусылар ҙа юҡ түгел. Йәнһеҙ чиновниктар үҙемде лә ялҡытты. Ниндәйҙер район йәки ҡала хакимиәттәре кимәлендә хәл ителә торған ваҡ мәсьәләләрҙе халыҡтан Дәүләт Думаһына яҙҙырталар. Ул хәтлем үк бюрократ булырға ярамайҙыр бит! Кешене тегендә-бында тибеп “футбол уйнағансы”, бер генә документты ҡарап ебәрһәң, белмәгән нәмәләрен өйрәтһәң, кәңәш итһәң… Аңлайым, бөтәһен дә ҡәнәғәтләндереү мөмкин түгел, бары кеше булырға кәрәк. — Бер осрашыуҙа Һеҙ хатта, түрәләр менән алышыуға ҡарағанда яу яланында ҡара көстәргә ҡаршы һуғышыуы еңелерәк, тип тә ысҡындыр­ғайнығыҙ. Хәлдәр шулай мөшкөлмө ни? — Мөшкөл түгел, тик һаман шул кешелеклелек, бер-береңә иғтибар һәм ихтирам етеңкерәмәй. Кеше бит һиңә ышанып, һуңғы өмөтөн бағлап килә. Тыңла, мәсьәләне өйрән, сәбәптәрен асыҡла. Хәл ителмәҫтәй проблемалар булмай ул, ә бына рәхимһеҙ, ҡаты бәғерле депутаттар, түрәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрай. Бер генә миҫал: күптән түгел ҡабул итеүҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатынын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуймауға бәйле мөрәжәғәт ҡаралды. Әбейгә быйыл 100 йәш тула. Ейәнсәренең 20 йыл дауамында судтан судҡа йөрөп йыйған документтары бер ҡосаҡ. Кемдер, бәлки, йөҙ йәшлек әбейгә нимәгә ул фатир, тиер. Ләкин эш унда түгел, хикмәт – етәкселектең вайымһыҙлығында. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Әммә ветерандар әле булһа был һуғыштан “ҡайтып бөтмәгән” — чиновниктарға ҡаршы көрәш күпкә аяуһыҙыраҡ булып сыҡты. Иң аяныслыһы — был берҙән-бер осраҡ түгел. Халыҡҡа шуны әйтер инем: бөтә ташламаларҙы ла, субсидияларҙы ла үҙегеҙ йөрөп, хоҡуғығыҙҙы иҫбатлап, талап итеп алырға кәрәк. Береһе лә һеҙгә барыһын да әҙерләп, сәйнәп ауыҙығыҙға ҡаптырмаясаҡ. Үҙегеҙ үҙегеҙгә кәрәкмәһәгеҙ, һеҙҙең мәнфәғәт бер кемгә лә хәжәт түгел. — Тимәк, күп нәмә үҙеңдән тора? — Тап шулай. Һәр депутат үҙ йүнәлеше буйынса тауыш биреүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлай, әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: беҙгә, халыҡ тарафынан һайланып ҡуйылған вәкилдәргә, трибунаға сығып, ниндәйҙер мәсьәлә күтәреп, уны яҡлау һәм үҙ һүҙебеҙҙе әйтеү өсөн йәмәғәтселектең, ойошмаларҙың инициативаһы кәрәк. Улар беҙгә комитеттарыбыҙ вәкәләтендәге мәсьәләләр буйынса хаттар, мөрәжәғәттәр ебәрһә, урындарҙа ниндәй проблема булыуын белеп торор һәм ошо йүнәлештә эшләр инек. Ә һораусы юҡ икән, тимәк, проблема ла юҡ. Депутат та бит шундай уҡ кеше, ул һәр ауылға барып, ниндәй проблема барлығын белешеп йөрөй алмай. Ватансылыҡ ҡәҙер-хөрмәттән башлана — Бөгөн Афған, Чечен юлдарын “тапаған” һалдаттар нисек йәшәй? — 2011 йылдан Ҡораллы Көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының, офицерҙарҙың хәрби пенсияһы ике тапҡырға артты. Хәрби хәрәкәт инвалидтарына бөтә төр түләүҙәргә ҡушып (пенсия һ.б.), федераль ҡаҙна иҫәбенә (I группалағыларға — 15 мең һум, II — 7 мең һум, III группа инвалидтарына 3 мең һум күләмендә) аҡсалата ярҙам күрһәтелә. 2012 йылдан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарға торлаҡҡа сертификат тапшыра башланыҡ. — Торлаҡ тигәндәй, мөрәжәғәт­тәрҙең башлыса тап ошо мәсьәләгә ҡайтып ҡалыуын иҫәпкә алғанда, сират ҙур ғына икән. — Сират бар. Шуға һәр кемдең дә һорауын тиҙ арала ғына ыңғай хәл итеп тә булмай. Ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт ветерандарына ихтирам, иғтибар, тәү ҡарамаҡҡа хатта ябай ғына тойолған дарыуға ташлама ла хәрби-патриотик тәрбиәнең бер сағылышы булып һынлана. Юҡһа, беҙ ватансылыҡ тураһында юғары һүҙҙәр һөйләйбеҙ, ә яныбыҙҙа йәшәргә урыны, лайыҡлы эше булмаған яугир хаҡында онотабыҙ. Хөрмәт күрһәтеү, социаль яҡтан яҡлау — бына ҡайҙан башларға кәрәк эште. — Ә элегерәк патриотлыҡты “халыҡ”, “армия” төшөнсәләре менән бәйләйҙәр ине... — Бер ҙә ҡаршы түгелмен. Тик был төшөнсәләрҙе кем нисек ҡабул итә бит әле. Ватансылыҡты ошолай аңлатам: рәсми ҡарашым – патриотизм бар, ул булырға тейеш. Ни өсөн тигәндә ауылда йәки ҡалала атай-әсәйең йәшәй, тыуған ерең бар, уларҙы һаҡларға кәрәк. Ә шәхси ҡарашым – тыуған ерең булып та, унда урынлашҡан заводтар берәй байҙыҡы, ә һинең йыртыҡ ыштан менән арыҡ һыйырыңдан башҡа нәмәң юҡ икән, ниндәй патриотизм тураһында һүҙ йөрөтәһең?! Илгә дошман һөжүм иткән осраҡта ла милке булмаған халыҡ ҡыбырламаясаҡ. Ни өсөн ул үҙ ҡанын эсеп ятҡан олигархтарҙы яҡларға тейеш әле? — Һеҙ – Башҡортостандың Тэквон-до федерацияһы ағзаһы. Ошо хаҡта ла бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙсе. — Эйе, тап шулай. Тик үҙем көрәшсе лә, каратист та түгел, мин бишалыш (конкур, фехтование, пистолеттан атыу, йөҙөү, йүгереү) менән шөғөлләнә торғайным. Хәҙер сәләмәт тормошто үҫтереүҙең әһәмиәтен аңлай башлау йәшенә килеп еттем. Уныһы ла шунан: 15 февраль — Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө. Шул көндә “афған”дар менән йыйылып, табын ҡорабыҙ ҙа таралышабыҙ. “Дуҫтар, тим, әйҙә, саңғыла йөрөйөк, походҡа барайыҡ, йәштәргә икенсе төрлө йәшәп булғанын күрһәтәйек!” Бынан да бигерәк, кемгәлер Александр Карелин йәки Николай Валуевтың ҡултамғаһы менән хат алып килеп тотторһаң, ҡыуаныс та инде. Кеше алдында мәртәбәһе лә үҫә. — Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Барлыҡ тормошоғоҙҙо хәрби хеҙмәткә арнаған кеше булараҡ, был датаны ниндәй тойғо менән ҡаршы алаһығыҙ? — Байрам үтә лә китә ул. Иң мөһиме — ветеран­дары­быҙға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡалайыҡ, ҡағыҙ бюрокра­тияһына һылтанып, һуңлап ҡуймайыҡ. Юҡһа, кешеләрҙең изгелеге өсөн үҙе иҫән саҡта ниңәлер ваҡытында рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға күп кәрәкме ни? Ихтирам, иғтибар, йылы һүҙең. Хәйер, был төшөнсәләрҙе байрам менән генә сикләге килмәй. Һәр таңыбыҙ бәрәкәт, шатлыҡ-ҡыуаныс, иртәгәһе көнөбөҙгә ышаныс алып килһен! Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште. “Башҡортостан” гәзите, 13.03.2015 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: