Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
5 Апрель 2022, 17:00

Бәхил бул, йырсы!

Мәшһүр йырсы, талантлы педагогтың моңдары, хеҙмәте күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. 

Бәхил бул, йырсы!
Бәхил бул, йырсы!


25 мартта 82 йәшендә йырсы-педагог Мәжит Алкин вафат булды. Ул Салауат районында, үҙенең тыуған ауылы Әлкә зыяратында 26 мартта ерләнде,-тип хәбәр итә яҡташтары.

Мәжит Сәмиғулла улы Алкин - башҡорт йырсыһы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, сәнғәт фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты.
Мәжит Алкин оҙон көй йырҙарының классик өлгөләрен: «Азамат»ты, «Сәлимәкәй»ҙе, «Урал»ды, «Һандуғас»ты һәм башҡа йырҙарҙы айырыуса тойғоло башҡарыуы менән билдәлек яулаған. Йырсының репертуары башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен туплаған.
Шулай уҡ ул — 40-тан ашыу уҡытыу-методик хеҙмәттәр, 50 башҡорт халыҡ йырын нотаға һалыусы автор. 2011 йылда сәнғәт фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған.
Данлыҡлы замандашыбыҙҙың исеме халыҡ хәтерендә юйылмаҫ, йыр- моңдары аша мәңге һаҡланыр...

Автор:
Читайте нас: