Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
20 Апрель 2022, 08:35

Йырсы, педагог арабыҙҙан китте

Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның моңло йырҙары, хеҙмәт емештәре  халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр. "Шоңҡар"ҙар. 

Йырсы, педагог арабыҙҙан китте
Йырсы, педагог арабыҙҙан китте

Билдәле йырсы һәм педагог Шәмсиә Нагаева 82 йәшендә арабыҙҙан китте.

Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы 1940-сы йылда Ишембай районында тыуа. Бәхетле бала сағы булмай ҙа тиерлек, сөнки бер йәше тулыуға илдә ҡәһәрле һуғыш башлана.
- Бөтә ауырлыҡ әсәйемә төштө. Ике ҡулымды ат итеп, ике аяғымды ҡамсы итеп эшләргә, тырышырға тура килде, тип әйткән һүҙҙәре әлегеләй хәтеремдә. Ағайым менән икебеҙҙе тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалды, - тип үткәндәргә байҡау яһай юбиляр.
Шәмсиә апайға моңло тауыш әсәһенән күскәндер. Сөнки ул да күңеленә тынғы бирмәгән уй-кисерештәрен, бар һағышын башҡорт халыҡ йырҙарына һалған. «Таштуғай», «Буранбай» кеүек халыҡ йырҙарын, халыҡ яратып йырлаған «Ашҡаҙар»ҙы ул әсәһенең башҡарыуында ишетеп, күңеленә һеңдереп үҫә.
- 7-се класты тамамлағас, көндө төнгә ялғап эшләгән әсәйемдең тормошон еңеләй-тергә теләп, Ишембай ойоҡ фабрикаһына сменалы эшкә керҙем. Төнгөлөккә ҡалған ваҡыттарҙа яратып та, йоҡо килмәһен өсөн дә йырҙарҙы яңғыратып ҡуя инем. Шул ваҡыттарҙа уҡ үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөнөм. Смотр-конкурстар ҙа йыш уҙғарыла ине. Шундай сараларҙа миңә гел: «Шәмсиә, һиңә уҡырға кәрәк» тип әйтерҙәр ине. Шулай, отпускымдың береһендә Үзбәкстандағы әсәйемдең апаһы янына ҡунаҡҡа барҙым. Улай ғына булмай сыҡты шул. Бохара ҡалаһындағы музыка училищеһына уҡырға саҡырған иғланды күреп ҡалдым да, үҙемде һынамаҡсы иттем. Комиссия ағзалары тауышымды оҡшатты ахырыһы - ҡабул иттеләр. Шулай итеп мин ҡунаҡҡа барған ерҙән студент булып киттем, - ти Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы.
Сит ерҙәрҙә йәшәһә лә, күңеле менән ҡыҙ тыуған яғына тартыла. Уҡыуын тамамлағас, мәрхәмәтле кешеләр уға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына хат яҙырға ярҙам итә һәм, ғәжәпкә күрә, уны шунда уҡ филармонияға саҡырып яуап хаты килә. Башҡорт филармонияһында йырсы, Өфө музыка- педагогия училищеһында уҡытыусы, Ишембай мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе һәм һуңғараҡ уның директоры, Ишембай Балалар музыка мәктәбе директоры, Себерҙәге Мегион ҡалаһында мәҙәниәт йорто директоры - ниндәй генә вазифала булмаһын, һәр эште күңелен һалып башҡара ул. Ишембай балалар сәнғәт мәктәбен булдырыу өсөн күп көс һала. Юҡ, тигән һайын түрәләрҙең юлын тапап, барыбер мораҙына ирешә. Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын да уңышлы тамамлай. 1990-сы йылда Салауат музыка училищеһына эшкә саҡыралар, вокалдан дәрестәр бирә, башҡорт фольклор бүлеге мөдире була. Училищела эшләгән йылдарында ла үҙен грамоталы, эшһөйәр талапсан педагог итеп күрһәтә, талантлы уҡыусылар әҙерләй. Дәрестәр үткәргәндә иң һөҙөмтәле уҡытыу юлдарын һәм ысул-дарын эҙләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән. Маҡтау грамоталарының, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ.
Шәмсиә Нагаева тормош иптәше Рәшит Вилдан улы менән бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисереп, ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Лилиә Мәскәүҙә, кеселәре Роза Америкала Майами ҡалаһында йәшәй.

Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙының  йырҙары башҡорт халҡы мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: