Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
2 Май 2022, 17:31

Илдар Абдразаков - еңеүсе!

Кисә Мәскәү ҡалаһыныда НТВ каналының "Битлек" ("Маска") тапшырыуына йомғаҡ яһалды.  

Илдар Абдразаков - еңеүсе!
Илдар Абдразаков - еңеүсе!

Илдең иң популяр музыкаль тапшырыуы быйыл өсөнсө миҙгелен тамамланы. Ул 13 февралдә 14 ҡатнашыусы (билдәле йырсылар, актерҙар һәм спортсылар) менән башланғайны. Финалға уларҙың тик дүртәүһе генә үтте. Шулай итеп 4-се урынды тағы ла бер яҡташыбыҙ Алһыу (Бал ҡорто битлегендә), 3-сө урынды Алексей Воробьев (Монстр), 2-се урынды Мария Зайцева (Анибус) яуланы. Ә 1-се урынға лайыҡ булған Аждаһа битлеге менән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сығыш яһаны.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: