Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Май 2022, 20:48

Еңеү көнөндә «Шайморатов генерал» йырын меңдәрсә кеше башҡарасаҡ

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Еңеү көнөндә «Шайморатов генерал» йырын меңдәрсә кеше башҡарасаҡ
Еңеү көнөндә «Шайморатов генерал» йырын меңдәрсә кеше башҡарасаҡ

Республика халыҡ ижады үҙәге «Шайморатов генерал» тигән киң күләмле патриотик акцияға ҡушылырға саҡыра. 9 майҙа республиканың төрлө төбәгенән ҡатнашыусылар «Шайморатов генерал» йырын бер үк ваҡытта башҡарасаҡ.

Сара «Хәтер тупрағы» республика марафонына бәйле уҙғарыла.

Быйыл «Шайморатов генерал» йырына 80 йыл тула. Шағир Ҡадир Даян менән композитор Заһир Исмәғилев ижад иткән йыр Башҡортостанда күптән халыҡ йырына әүерелгән. Уны республикабыҙҙа ғына түгел,  икһеҙ-сикһеҙ тыуған илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә лә йырлайҙар.

Акция республиканың барлыҡ мәҙәни-ял учреждениеларында ойошторола, уға теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: