Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Май 2022, 16:00

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы арабыҙҙан китте

Бөгөн 83-сө йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар музыкант, баянсы-виртуоз Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте. Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы арабыҙҙан китте
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы арабыҙҙан китте

Бөгөн 83-сө йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар музыкант, баянсы-виртуоз Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте.  

Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (П. С. Петрова класы). Унан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) концертмейстеры була.

1975 йылда Башҡорт телевидениеһында музыкаль программалар режиссеры була.

1975 йылдан алып Башҡорт филармонияһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баянсы-солисы, 2004 йылда солисы итеп тәғәйенләнә.

Репертуарында Н. Я. Чайкиндың баян менән оркестр өсөн концерты, башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, донъя халыҡтары музыкаль әҫәрҙәре.

Хөсәйен ӘхмәтовНур ДауытовЗаһир Исмәгилев, Александр Ключарёв, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәре һәм баян өсөн эшкәртмәләре.

Башҡорт, татар, рус, афган, венгр, монгол, пакистан халыҡ музыка темаларына попурри.

Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙнаһында (1961) ҡатнаша.

Мәскәү—Дрезден—Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты буйынса «ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни ҡаҙаныштары. Цивилизациялар диалогы» экспедицияһында (2002) ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.

СССРРәсәй буйлап һәм донъяның 24 илендә гастролдәрҙә була.

Башҡорт Википедияһынан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: