+22 °С
Болотло
Кисә, 30 майҙа, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи хөрмәтенә Тәтешлелә һәйкәл асылды. Ул Балалар ижад үҙәге бинаһы алдында йырсыға 62 йәш тулған көндә ҡуйылды.
Һәйкәлдең авторы - скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Һәйкәл төҙөүгә аҡсаны район хакимиәте, ауыл халҡы һәм район эшҡыуарҙары йыйған. Билдәле шәхестең иҫтәлегенә бындай хөрмәт күрһәтеү, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Әммә һәйкәл тирәләй интернет селтәрҙәрендә бәхәс ҡупҡан. Мәҫәлән, Хәмдиә Миңлеғәлиева исемле ханым: "Ныҡ йәмһеҙ эшләгәндәр, Хәниәнән көлгәндәр, ҡулынан килмәгәс, ниңә тотонорға, тфүү!", - тип яҙған. Һеҙгә нисек, һәйкәл оҡшаймы?