Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
8 Октябрь 2022, 21:20

Театрға Илшат Йомағолов исеме бирелде

Илшат Йомағолов Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға башланғыс һалған. Ҡеүәтле ижади энергияға һәм тәбиғәттән актерлыҡ һәләтенә эйә булараҡ, ул илленән ашыу онотолмаҫлыҡ ролдәр башҡара.

Театрға Илшат Йомағолов исеме бирелде
Театрға Илшат Йомағолов исеме бирелде

 6 октябрҙә мәшһүр башҡорт актеры, драматург, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтоң тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантанала Стәрлетамаҡ театрында шәхескә бюст ҡуйылды һәм уның «Һөйәрҙәргә ҡапҡан» пьесаһы буйынса спектакль күрһәтелде.Шулай уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына башҡорт театр эшмәкәре Илшат Йомағоловтың исеме бирелде.

Илшат Йомағолов Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының ижади коллективын ойоштороуға башланғыс һалған. Ҡеүәтле ижади энергияға һәм тәбиғәттән актерлыҡ һәләтенә эйә булараҡ, ул илленән ашыу онотолмаҫлыҡ ролдәр башҡара.

Ҡоролтай/ Курултай

Талант һәм фиҙаҡәрлек

Ундай артистар тураһында яҙыу — ҙур яуаплылыҡ, сөнки ижады хаҡында һөйләгәндә тотош бер дәүер телгә алына, башҡорт театры тураһында фекер туплана, шәхес булараҡ ижад донъяһы барлана... Һирәк осрай торған талант һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө ул Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың милли сәнғәтебеҙҙәге ҡаһарманлығы. Театр тураһында уйланһаң, бик һирәктәр үҙенең ижад юлын тап уның кеүек талантына йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы атҡарып, һәр миҙгелен эҙләнеү, камиллыҡ юлында үткәреүен ап-асыҡ аңлайһың. Бигерәк тә бөгөн Илшат ағай кеүек маҡсатына тоғро ҡалып, яратҡан эшенә ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем тоғро хеҙмәт итеүселәр кәмеүен тояһың. Был — артисты идеаллаштырырға тырышыу, юғалтҡас ҡына кешенең һәм эшенең ҡәҙерен белеү түгел, ә ысынбарлыҡ. Бының менән үкенес тә, ҡайғырыу ҙа белдерергә теләмәйем. Юҡ, киреһенсә, артист Илшат Йомағоловты яҡты хәтер менән иҫкә алам.

Ынтылыш


Ниндәй ҙә булһа һәләт һалынып донъяға килә, имеш, бәндәләр. Әммә бала саҡта уны аңлап етәһеңме ни инде?! Ниндәй һәләт тә ниндәй бәндә тураһында фекер йөрөтөү, ти. Аңлап етмәй Илшат: әллә ниндәй билдәһеҙ бер тойғо уны сит тарафтарға саҡыра, унда уға яңы донъя иҫ китмәле серҙәрен асыр, сағыу төҫтәрҙә балҡып китер төҫлө. Бигерәк тә әсәһе Шәмсенаһарҙың йырҙарын тыңлағанда, күңелен моң сорнап ала. Уҡытыусы атаһы Хәлилдең белемле булыуы ла быға тәьҫир итә кеүек. Хыялының маҡсатҡа әйләнгән мәле, күрәһең, Көйөргәҙе районындағы тыуған ауылы Тимербайҙан Абдулға күсенеп йәшәй башлағас була.
1944 йыл. Ҡайһылай шатлыҡлы көн: Тимербайҙан дуҫы Диҡҡәт килгән. Элек күрше йәшәгән улар. Алтышар бала үҫтергән Йомағоловтар менән Бураҡаевтар, үҙ-ара тығыҙ аралашып, бик яҡын мөнәсәбәттә булған. Бер туғандар ҙа улай татыу йәшәмәҫ, тип иҫкә ала аҙаҡ был хаҡта Илшат ағай үҙенең бер хәтирәһендә. Иптәше Диҡҡәт менән Ҡадир Даяндың Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған “Таңсулпан” спектаклен ҡарарға бара улар. Был ни ғәжәп: һуң ошо донъя әленән-әле тынғы бирмәй ҙә инде йәш егеткә! Сәхнә, һүҙҙәрҙең сихри көсө, артистың арбар хисе — былар барыһы Илшат өсөн шундай үҙ, ғәзиз булып тойола. Иҫе китеп ҡарай ул был спектаклде. Кемгә нимә инде. Диҡҡәтте, ана, декорациялар ҡыҙыҡһындыра: сәхнә төпкөлөнә ҡуйылған урман-тауҙар төшөрөлгән һүрәттәргә ҡарай ҙа, мин геолог булам, шул тау-таштарҙы өйрәнәсәкмен, ти дуҫы. Мин артист, артист булам, тип тибә үҫмер Илшаттың йөрәге. Бигерәк тә Айсыуаҡ образын оҡшата ул. Йылдар үткәс, улына ошо исемде ҡуша ла инде атай кеше. Уның теләге — бер, әммә Хәлил ағай Илшатын ветеринар итергә ниәтләй. Ярты йыл уҡый ул Ермолаевкалағы техникумда, тик күңеле ятмағас, үлтерһәгеҙ үлтерегеҙ, әммә ҡабат унда бармайым, тип ҡайтып төшә. Тик атаһы аптырап ҡалмай, ярар, ремесленныйға барырһың, йәй үтһен, ти. Һис йәне тартмай үҫмерҙең был һөнәрҙәргә, әммә нисек өйҙән сығып китергә һуң?!. Бик-бик теләһәң, юлдар табыла икән: атаһы Ырымбурға киткән көндә, Темәстән кешеләр килгән була. “Аҡса бир, мин китәм!” — ти ул әсәһенә. “Ҡайҙа” һорауына яуап “Темәскә, педучилищеға” була. Бер ҡараһаң, Өфөнән, баш ҡаланан ул тағы ла йыраҡлаша төҫлө, әммә йәш Илшат дөрөҫ тойомлай, иң мөһиме — атай ҡулынан ысҡынырға.
Темәскә юл Ырымбур аша була. Юлда ҡаланан ҡайтып килеүсе атай тап була бит малайға.
— Ҡайҙа бараһың? Нишләп һин бында?
— Уҡырға. Темәскә, педучилищеға.
— Дуракланма, әйҙә, кире ҡайттыҡ!
— Юҡ, ҡайтмайым! — Малай арбаның икенсе яғына сыға.
Их, һуғып йығыр, ҡамсылап ҡына ташлар ине лә бит атай кеше, юҡ инде, машина башындағылар ҡарап тора. Ә бит ул уҡытыусы, ихтирамлы уҡытыусы. Оҙаҡ ҡына ныҡыша ул малайы менән. Асыулы күҙҙәренән осҡондар сәскән атаһы:
— Һал сабатаңды! — тип улына үҙенең аяғынан сисеп, брезент сандалийын кейҙереп ебәрә.
Ауылында тик “биш”кә генә уҡыған малайҙы педучилищеға алалар. Уҡыу башланырға бер ай самаһы ваҡыт бар, ә уға тиклем нисек йәшәргә? Аҡса ла юҡ, килер урын да юҡ, тигәндәй. Шунан улар өс малай педучилищеға урмандан кәртә ташырға яллана: ул, Ғариф, Мәхәмйән (Хисмәтов, БДУ профессоры). Уҡыу башланғас, хәлдәре яҡшыра төшә, стипендия түләйҙәр, предметтар ҙа үҙ. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре оҡшай егеткә. Уларҙы күренекле уҡытыусы Төхвәт Аслаев алып бара. Телдең моңон тойоп, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешенә иғтибар биргән педагог, әйтерһең, уҡыусыһын сәнғәт юлына әҙерләгән. Әгәр Төхвәт ағай телдән шундай тәрән йөкмәткеле дәрес бирмәһә, кем белә, бәлки, ҡәләмгә лә тотонмаған булыр инем, тип хәтерләйәсәк билдәле артист Илшат Йомағолов. Уҡытыусыһы, кеше булараҡ та, уға кәңәштәре менән ярҙам итә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҙен үҙе ҡарап уҡыуы ауырлаша башлағас (сөнки өйҙән ярҙам булыр тип өмөтләнергә түгел, унда үҙҙәре күмәк), егет Мораҡ педучилищеһына күсергә ниәтләй. Ошо мәл Баймаҡ райисполкомынан рөхсәт алып, уны Темәс балалар йортонда ҡалдыралар. Унда Мирза исемле ағай менән дуҫлашып китә, уға мал ҡараша, төрлө эштә ярҙамлаша. Элек аттар көткәне булһа ла, бик иғтибарламаған, нисек тә булһа ветеринар техникумында уҡымау теләге менән янған егет был хайуанҡайҙарҙың аҡыллы ҡарашын тойоп, иҫе китеп тора. Бына һиңә аттар! Ҡарале һин уны, үҙҙәренең холоҡ-фиғеле бар ҙа баһа!
Темәс балалар йортонда завхоз булып эшләгән Мирза ағайға күңеле төбөндәге серен сискәс (һуң уның артист булғыһы килә лә инде), ул егеткә Өфөләге 9-сы мәктәпкә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) күсергә ярҙам итә. 21 бала барырға тейеш урынға, 22-се булып Илшат Йомағолов яҙыла исемлеккә.
Өфөгә килеп төшөү менән егет театр училищеһына йүгерә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡый башлай. 9-сы мәктәптә белем алырға тура килмәй уға, әммә бер йыл тирәһе шунда йәшәй. Йәш артист Илшат Йомағоловты Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡыралар. Ул онотолоп китеп бала саҡтан, Аҡъял батыр булып үҙе уйнап ҡараған, әкиәттәр уҡып үҫкән осорҙан хыял донъяһының тормошҡа ашҡан мәлендә йәшәй башлай.

Театр

Бик боронғо сәнғәт төрө театр. Үҙеңде ошо һөнәр эйәһе итеп күрергә теләү артистан бик күп рухи көс, онотолоп ижад итеү, әленән-әле үҙ өҫтөңдә эшләүҙе талап итә. Сәхнәгә сығыусы һәр кемдең үҙ маҡсаты бар: кемдер танылырға теләй, икенселәр башҡалар алдында өҫтөнлөк эҙләй, өсөнсөләрҙең әйтер һүҙе бар. Илшат ағайҙың тамашасыһына һәр ваҡыт әйтер һүҙе булды. Быны ул ҡатнашҡан пьесаларға йөрөүселәр яҡшы тоя торғандыр. Беҙҙең быуын рәхәтләнеп тороп Илшат Йомағолов уйнаған спектаклдәрҙе ҡарай алманы, шуныһы йәл. Әммә телевидение, радио архивында “Алтын фонд” тигән исем аҫтында һаҡлана ул ҡатнашҡан яҙмалар. Ғәжәйеп үҙенсәлекле һәм тылсымлы урын ул — сәхнә. Әйтерһең, унда артист “яп-яланғас”. Уның бөтә уйҙары, һүҙенә, үҙенә, эшенә тоғролоғо ап-асыҡ күренеп тора. Яһалмалыҡты, образды театрлаштырырға тырышыуҙы, ялғанды, үҙ-үҙең менән һоҡланыуҙы, маһайыуҙы, хәйер, һәр береһен һанап тормаһаҡ та була, тамашасы барын күреп, һиҙеп ултыра. Илшат ағайҙың эшенә мөкиббән киткәнлеге, образды асҡандағы оҫталығы, бай күңел донъяһына эйә булыусы артист икәнлеге һәр ролендә сағыла. Әгәр артисҡа йырлау, бейей белеү, берәй музыка ҡоралында уйнау һәләте бирелгән икән, был Күктәрҙең өҫтәмә бүләге генә. Ә бына йырламайынса ла, бейемәйенсә лә, гармунда уйнамайынса ла һеҙ тамашасыны үҙегеҙгә ғашиҡ итеп ҡарағыҙ, һүҙегеҙҙең тоғролоғона ышандырығыҙ әле! Театр артисы — ул вокалсы ла, бейеүсе лә, музыкант та түгел, тимәксемен. Драма артисы бөтөнләй икенсе тойғоларҙан туҡыла. Уның сәхнәләге уйыны — айсбергтың бер өлөшө генә төҫлө. Ул тыуҙырған характер артында тотош донъя ята: Илшат ағай сәхнәгә алып сыҡҡан образдар һымаҡ.
Артист Илшат Йомағолов Башҡорт академия драма театрына эшкә килгәндә йәштәрҙән бер үҙе генә була. Хатта уға исеме менән өндәшеүсе лә булмай тиерлек: “Бала”, “Балаҡай”... Коллектив егерме йыллап араларына йәш артистарҙы индермәгән. А. Фадеевтың “Йәш гвардия”һында 40 йәшлек Арыҫлан Мөбәрәков йәш Олег Кошевойҙы уйнай, Любовь Шевцованы — Зәйтүнә Бикбулатова һәм башҡалар. Сәхнә гиганттары менән эш башлау бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта яуаплы аҙым була Йомағолов өсөн. Х. Бохарский, Ғ. Сөләймәнов, А. Мөбәрәков, Ғ. Минһажев, Ғ. Ҡарамышев, Ә. Зөбәйеров, Ғ. Туҡаев, Р. Сыртланов, В. Ғәлимов, Х. Ҡудашев кеүек маһирҙар уның сәхнәләше, замандашы була. Хажи Бохарский йәш кешегә ҙур өмөт бағлап, үҙе сәхнәләштергән спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе бирә: студент саҡтарында Илшат Йомағолов “Йәш гвардия”ла — Олег Кошевойҙы, “Мәкер һәм мөхәббәт”тә Фердинандты уйнай. Аҙаҡ театр сәхнәһенә лә сыға ярһыу хисле Фердинанд образы.
Ике йыл эшләгәс, Илшат Йомағоловты ГИТИС-ҡа (А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институты) уҡырға ебәрәләр. Унан улар бер төркөм йәш таланттар булып ҡайтып төшә һәм, өлкән артистарға ҡушылып, эш башлай. Һағынып һөйләрлек була был йылдар! Билдәле генә түгел, бөйөк артистар көс түгә театрҙа. Ҡабатланмаҫ йылдар, ҡабат бындай балҡыш оҙаҡ йылдар булмаясағын күҙ алдына ла килтермәй улар, сөнки театр мәңгелек һәм һәр артист улар һымаҡ театрға ғашиҡ, уға тоғро, уның бәҫен күтәрер өсөн хеҙмәт итә төҫлө. Туҡаевтың уйынындағы тормошсанлыҡҡа, дөрөҫлөккә, ихласлыҡҡа таң ҡала йәш Йомағолов. Ә Арыҫлан Мөбәрәковтың Отеллоһы! Классиканы күпләп уйнаған театрҙың һәр артисы даһи була уның өсөн. Ул Әмин Зөбәйеровтың, Ғималетдин Минһажевтың сәхнәлә лә йәшәгәненә таң ҡалып, һабаҡ ала. Вәли Ғәлимов кеүек шәп артист һәм режиссер уны эске ялҡыны менән әсир итә. Тәжрибәле артистар янына ГИТИС-тан Станиславскийҙың уҡыусылары Ольга Пыжова, Борис Бибиков, Ольга Старостина кеүек педагогтарҙа, профессорҙарҙа белем алып ҡайтҡан йәштәр үҙ усағы менән килеп ҡушыла. Был осорҙа башҡорт театры ҙур үҙгәреш кисерә: беренсенән, ул элекке традицияларын дауам итһә, икенсенән, яңы тулҡын булып килеп ингән йәштәр үҙ һүҙен әйтә, үҙ быуыны тарихын яҙа.
Мәскәүҙән улар бер нисә спектакль әҙерләп алып ҡайта. Украин драматургы Карпенко-Карийҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт”ендә Гнатты уйнай Илшат Йомағолов. “Ҡунаҡхана хужаһы”, “Өмөттөң һәләкәте” кеүек йәш артистар сәхнәгә алып сыҡҡан әҫәрҙәр ҙә тамашасы тарафынан бик яратып ҡабул ителә. Бөгөн инде Мәскәү вузын тамамлап ҡайтҡандарҙың барыһы ла театр һөйөүселәргә яҡшы таныш: Марат Солтанов, Хәмит Яруллин, Роза Кәримова, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Әмир Абдразаҡов, Муллаян Сөйәрғолов.
ГИТИС-та белем алыу үҙенә күп нәмә биреүе хаҡында, йылдар үткәс, Илшат ағай һәр ваҡыт телгә ала. Училищены тамамлағанда артист булам тигән зәңгәр хыял диңгеҙендә йөҙһә, Мәскәүҙә уларға профессионалдың асылы тураһында аңлаталар. Артист башҡалар уйынына ғына түгел, иң тәүҙә үҙ эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡарай белергә тейеш, спектаклде анализлау, әҫәр, образ хаҡында уйланыу — уның төп маҡсаты. Характерҙы асыу өсөн артист ни тиклем көс һалғанын төшөнә ул. Еңел түгел, ай, еңел түгел артистың эше. Еңел, тип ҡараусылар ҙа барҙыр, ундайҙарҙың уйнау кимәле лә самалы, тамашасы менән рухи бәйләнеше лә юҡ, тигәндәй. Һәр образ өҫтөндә ентекле эшләү, эҙләнеү хас, тип яҙа Илшат Йомағолов хаҡында, ул сәхнәгә сығып уйнай башлағас, ваҡытлы матбуғат баҫмалары. Бының шулай икәнен артист оҙаҡ йылдар дауамында иҫбатлай килә. Хатта режиссерҙар төп ролдәргә уны алырға тырыша, характерҙы тап Илшат Хәлил улы аса алырына ышана. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында И. Йомағолов сәхнәгә алып сыҡҡан ролдәр исемлегенә күҙ һалһаң, иҫең китерлек: театр тарихында бындай ҡатмарлы образдарҙы тағы ла кем уйнағаны бар икән?! Мәшһүр Арыҫлан Мөбәрәковтың геройҙары ғына тиңләшә ала был исемлек менән! Р. Ишмораттың “Дауылға ҡаршы”һында — Владимир Ульянов, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре”ндә — Йондоҙ, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”ендә — Хәйретдин, У. Шекспирҙың “Макбет”ында — Макбет, А. Чеховтың “Аҡсарлаҡ” драмаһында — Треплев, И. Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар” әҫәрендә — Моталов, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында — Аҡъегет, “Ташлама утты, Прометей!” әҫәрендә — Прометей, Н. Асанбаевтың “Кеше бәхете”ндә — Әнүәр, Л. Толстойҙың “Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” пьесаһында — Никита, “Тере мәйет”ендә — Протасов, Н. Хикмәттең “Онотолған әҙәм”ендә — Доктор, С. Мифтаховтың “Зимагорҙар”ында — Фәсхи, А. Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш” әҫәрендә — Чекмарев һәм башҡалар...
Ана шулай образдан образға үҫеп, тамашасы күңелен яулап, башҡорт театрында бәһлеүән артист Илшат Йомағолов һыны мәңгелеккә ҡалҡты.
Әгәр режиссерҙар үҙе ҡуйған пьесаға артист булараҡ Йомағоловты һайлаһа, Өфө сәнғәт училищеһының кафедра мөдире Ғабдулла Ғиләжевтең тап уны уҡытырға саҡырыуы ғәжәп түгел. Тәбиғәте менән киң күңелле Илшат ағай башҡалар менән үҙе белгәнен уртаҡлашырға ярата, сәнғәт, театр хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләшергә әүәҫ. Ә иң мөһиме — унда зауыҡлы ҡараш бар. Ана шулай һис көтмәгәндә уҡытыусы булып китә. Уға үҙенә айырым төркөм йыйырға ҡушалар. Егерме йәш кешене туплап, дәрестәр бирә башлай. Оҡшап китә студенттар менән аралашыу, фекер бүлешеү. Фидан Ғафаров, Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Альберт Мостафин, Тәнзилә Хисамова, Мулланур Ниғмәтуллин, Фирүзә Хәсәнова — барыһы ла уның уҡыусылары. Сәнғәт училищеһында белем бирә тип, ул театрҙағы төп эшенән азат ителмәй. Репетициялар, спектаклдәр, дәрестәр, радиоға, телевидениеға яҙылыу, яңы әҫәрҙәр уҡыу — быларҙың барыһын да бер кеше тәүлек эсендә нисек атҡарып сыҡҡандыр, әммә эшен яратыуы, мөкиббән китеп ижад итеүе, күрәһең, ҡанат өҫтәп кенә ебәргән. Ә инде төндәрен ултырып пьесалар яҙыуын да телгә алһаҡ, Илшат Йомағоловтың ижади ҡеүәтенә, сәнғәт өсөн үҙен аямай хеҙмәт итеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ниндәйҙер ябай кешегә хас булмаған инаныу, дарман менән, тылсымлы көс менән ижад иткән. Онотолған ул шул донъяла: үҙ теләге, күңел талабы буйынса, тәбиғи таланты ҡөҙрәте менән.
Пьесалар яҙыуы хаҡында һүҙ сыҡҡас, моғайын, уның мәшһүр драматургияһы хаҡында бәйән итеү урынлы булыр. Бала саҡтан әкиәттәр уҡып үҫкән, уларҙы үҙенсә сәхнәләштерергә тырышҡан артист Мәскәүҙә уҡығанда ҡулына ҡәләм ала. Хәйер, уның был теләге күптән ҡулын ҡысыта, тик аңлашылмаған сәбәптәр бар. Ватандың баш ҡалаһында милли әҙәбиәт, мәҙәниәт көндәре үтә, уларға һәр милләт үҙенең фольклорына нигеҙләнгән сәхнә әҫәре алып килә. Көслө драматургияны күреп, образдарҙың сағыулығына таң ҡалған артист үҙебеҙҙең сәхнәгә ошондай уҡ спектаклдәр сыҡмауына аптырай.
Бер-бер артлы фольклорға нигеҙләнгән пьесалар яҙа Йомағолов, әммә уларҙы сәхнәгә сығарырға ашығып бармайҙар. Шунан ул үҙе уйлап сығарып, күңеле менән кисереп әҫәр яҙырға ҡарар итә: “Нәркәс” була ул. Биш йыл эшләй автор пьесаһы өҫтөндә һәм, ниһайәт, башҡорт сәхнәһендә яңы әҫәр тыуа. Башҡорт тарихының һәр осорон сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған драматург “Семәрле тәхет”, “Ебәк ҡороҡ”, “Сәсәндәр” кеүек пьесалар ҙа яҙа. “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайтҡанда”, “Буш сәңгелдәк” спектаклдәре лә республика сәхнәләрендә уңыш менән бара. “Нәркәс”те бик күп республикаларҙа башҡа телдәргә тәржемә итеп сәхнәләштерәләр. Былар барыһы Илшат Йомағолов драматургияһының көсө хаҡында һөйләй. Ҡыҙыҡ өсөн уның әҫәрҙәрен анализлап, уҡып ҡарағыҙ әле: тел байлығы, һәр һүҙҙең урынлы һәм маҡсатлы файҙаланылышы, әҫәрҙең эске энергетикаһы арбап ала. Бына ниндәй булырға тейеш ысын драматургия! Көслө артист булыуы менән бергә көслө драматург та ул Илшат Йомағолов. Эске һыҙланыу, бәндәләрҙең асылынан асылып яңынан тыуыуы, уйламаҫтай ерҙән уйлы булыуы бар уларҙа. Юҡҡа ғына уны бер мәҡәләһендә Аҫылғужа Баһуманов әҙәбиәтебеҙ һәм сәхнәбеҙ күрке тип атамай. Тап драма жанры театр сәнғәтенең йөрәге, тип әйтһәк, моғайын, хата булмаҫ. И. Йомағолов драматургияһы драматик образдары, көсөргәнешле хәл-ваҡиғалар менән кеше асылын эҙләй. Бер мәл булған ул башҡорт драматургияһында үҫеш: Ә. Мирзаһитов, М. Кәрим, Н. Асанбаев, Н. Нәжми, И. Абдуллин, Ә. Атнабаев, Р. Сафин, А. Абдуллин кеүек ҡәләм оҫталарының геройҙары сәхнә түренә менгән. Әммә бөгөн драматургия үҙенең ошо юғарылығына ҡабат күтәрелә алмай әле. Яҙыусылар аҙ, дөрөҫөрәге, яҙыусылар күп, әҫәрҙәрҙең ҡуйырҙайҙары юҡ, тиергә була.
Илшат Йомағолов ҡатыны, актриса Рәмзиә Хисамова менән үҙ заманында Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрында ла эшләп ҡайта. Бер ҡараһаң, нишләп йөрөнө икән унда Башҡортостанда танылған, халыҡ яратҡан артист, тип уйлайһың. Икенсе яҡлап аңлашыла ла кеүек: рәхәт тормоштан берәү ҙә ижади мөхитте ташлап сығып китмәй. Тәбиғәте менән Илшат ағай — тура һүҙле кеше. Әммә әшәке, бысраҡ телле түгел. Быны шуның өсөн айырым баҫым яһап әйтәм, сөнки хәҙер яҙыусылар, артистар араһы булһынмы, яҙған, ижад иткән нәмәне тикшереү урынына шәхси ҡылыҡтарҙы, холоҡто тикшереүгә күсеп киттеләр. Сәнғәт өсөн йәнен бирергә әҙер торған Илшат Йомағолов академтеатр сәхнәһендәге ҡайһы бер ваҡиғалар менән ризалашмауын, сәхнә өсөн хилаф булырҙай әйберҙәр хаҡында фекерен еткерә, театр тураһында булғас, уның һүҙҙәре дөрөҫ ҡабул ителер, тип уйлай ул. Әммә улай булып сыҡмай, яйлап уға театрҙа эшләү ауырлаша. Башҡаларға исем биргәндә, үҙенең ситтә тороп ҡалыуын да күрә артист. Атҡаҙанған исемдәр, вазифалар ваҡытлыса нәмә тип ҡараһа ла, тамашасыһы алдында уңайһыҙ хәлдә ҡалыуын тоя ул. Үҙен, ижадын юғалтмаҫ өсөн сығып китә лә инде Татарстан тарафтарына.
Унда Йомағоловтарҙы яҡшы ҡаршы алалар. Төп ролдәрҙе башҡара Илшат Хәлил улы. Татарстандың данлыҡлы режиссеры Марсель Сәлимйәнов менән бер осорҙа уҡыған була улар Мәскәүҙә. Тәүге мәлдә еңелдән булмай: бигерәк тә “ж”, “ч” өндәре тыңлашмай ҡаҡшата. Етмәһә, коллегалары ла шаярта. “Башҡорт теле бик матур тел инде ул, әй. Аның белән сүгенергә түгел — мөхәббәт сөйләргә кирәк. Ана, Илшат “гади” урынына “ябай” тип әйтеп ебәрә, тамашасы кабул итә”, — тип йылмая улар. Ҡазан тамашасыһы бик йылы ҡаршылай Йомағоловтарҙы, уйындарын яраталар. Барғас та фатир ҙа биреп ҡуя етәкселек.
Әммә Башҡортостандан, уның кире ҡайтыуын һорап, өс тапҡыр килгәс, кеселекле замандашы, театр директоры Нәжибәк Хафизовҡа ҡаршы килә алмай Илшат ағай һәм, “Халыҡ артисы исемен бирәбеҙ!” тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған яғына ҡайтып китә. Татарстанда ул яҡлап хәлдәр башҡасараҡ шул: сәнғәт әһелдәрен күтәрә белә улар. Бирерҙәр ине уға ул исемде. Уның ҡарауы башҡорт сәхнәһе тип, янып йәшәгән Илшат Йомағоловтың “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исеме юҡ... Минеңсә, был хатаны төҙәтергә була. Ул бит милли сәхнәбеҙҙең аҫыл заты. Рәми Ғариповҡа халыҡ шағиры исемен уны остаздары тип һанаған яҙыусылар шағир үҙе арабыҙҙан киткәс юлланы бит. Ниңә Илшат Йомағоловҡа ла үлгәндән һуң булһа ла бирмәҫкә был исемде?!
Хәйер, Илшат Йомағоловтың исемен мәңгеләштерәм тиһәң, лайыҡлы урындар бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры. Үҙ заманында берәү ҙә тәүге баш ҡалала башҡорт театры ойошторолоуына ышанмағанда, улар режиссер Гөлдәр Ильясова менән ҙур эш башҡарҙы: бөгөн инде тамашалары, артистары менән дан ҡаҙанған Стәрлетамаҡ театрына нигеҙ һалдылар. Илшат Йомағолов кеүек артист шул ҡалаға күсенеп, үҙе эргәһендә ижадташ дуҫтарын тупламаһа, кем белә, бәлки, бөгөн беҙ был төбәктәге башҡорт театры хаҡында һөйләмәҫ тә инек. Хәмит Яруллин, Кинйәбикә Исламғолова, Рафиға Ғәлина менән ҡулға-ҡул тотоношоп эш башлай улар. Илшат ағайҙың абруйы, көслө энергетикаһы, сәнғәт менән йәшәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә был ижад усағы, иманым камил. Шуға күрә бик урынлы булыр ине мәшһүр артист, көслө драматург һәм ялҡын телмәрле уҡытыусы Илшат Йомағоловтың исемен ошо рәүешле лә мәңгеләштереү.

Ижади мөхит ялҡыны


Рәмзиә менән Илшат Йомағоловтар ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнеп үҫте. Бөгөн инде улар үҙҙәре үҙаллы ижадсы булараҡ билдәле. Күрәһең, атай менән әсәйҙең өйҙә көн-төн театр хаҡында һөйләшеүе йоғонтоһоҙ үтмәгән: Айсыуаҡ та, Айһылыу ҙа сәнғәт юлын һайлай. Улының артист булырға ниәтләүенә ҡаршы була Илшат ағай, әммә әҫәрҙән өҙөктө һөйләп күрһәткәс, уҡырға инәсәгенә һис шикләнмәй. Айсыуаҡ Йомағолов артист булараҡ ижад юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай: Эдуардо де Филиппоның “Филумена Мартурано”һында — Умберто, Уильям Шекспирҙың “Ун икенсе төн”өндә Мальвилио ролдәрен уңышлы башҡара. Бөгөн беҙ Айсыуаҡты артист булараҡ ҡына түгел, ә “Башҡортостан” киностудияһының иң лайыҡлы эштәренең береһе “Ел аулаусы” фильмының режиссеры тип беләбеҙ. Әйткәндәй, С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институтында уҡығанда ул курс эше итеп ҡыҫҡа метражлы “Башватҡыс” фильмын төшөрә. Унда Ғүмәр бабай ролендә Илшат Йомағолов уйнай. Бик тәьҫирле кино Айсыуаҡта әле булһа тәрән кисерештәр уята. Фильмда малайға бабай башватҡысты йыйырға өйрәткән була. Булат уны йыя алырына һис шикләнмәй. Әммә бабай үлгәс, ул, башватҡысты йыя алмауын күреп, илап ебәрә. “Үҙемде ниндәйҙер кимәлдә ошо малай хәлендә хис итәм мин. Атайымдар быуыны сәхнәнән киткән һайын сәнғәт үҙенең төп маҡсатынан тайпыла бара. Әйтерһең, улар беҙгә тормош асылын сисергә башватҡыс ҡалдырып киткән. Улар барҙа бөтәһе лә еңел, ябай төҫлө ине, ә хәҙер беҙ уйға ҡалдыҡ”, — тине ул.
Айһылыу ҙа бөгөн ата-әсәһе көс түккән театрҙа эшләүен дауам итә. Атаһының “Нәркәс” драмаһы өсөнсө тапҡыр сәхнәгә ҡуйылғанда, ҡасандыр әсәһе башҡарған ролде Айһылыу сәхнәгә алып сыға. Унынсы класты һәм сәнғәт академияһының беренсе курсын бер юлы тамамлаған ҡыҙыҡай тап атаһының төркөмөндә сәнғәт серҙәренә төшөнә башлай. Стәрлетамаҡ театрында ла бергә эшләргә насип була уларға. Сәхнәнән тыш аралашҡанда, Илшат ағай Айһылыуға бөтә күңел йылыһын һалырға, ярҙам итергә, сәнғәт тип янған миҙгелдәрендә бүлмәгән иғтибарын бирергә тырыша. Бергә ижад иткән осорҙарын Айһылыу яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. “Ҡатындарымдың береһен дә ғәйепләмәйем, сөнки үҙем сәнғәтте бар нәмәнән өҫтөн күреп йәшәгәнмен. Әле генә килеп шуға төшөнәм. Ҡартайғас, кеше яңғыҙ ҡала, тиҙәр, мин уны һиҙмәйем, сөнки башкөллө драматургияға сумдым”, — тип иҫкә ала ғаилә тормошон Илшат ағай. Күрәһең, ул үҙенә ҡарата тәрән хөрмәт, иғтибар тойоп йәшәгәндер. Рәмзиә апайҙың уға ғүмер буйы ихтирам менән “Илшат ағай” тип өндәшеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Бер-береһенә, сәнғәткә мөхәббәттән яралған балаларының йөҙөндә лә сәнғәт усағының ялҡыны балҡый.

Һуңғы һүҙ урынына


Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың исемен мәңгеләштереүгә бәйле саралар хаҡында әйтеп китһәк тә, тағы ла бер ҡабатлағы килә. Ул башҡарған ролдәрҙең яҙмаларын мотлаҡ сәнғәт академияһы студенттары күрергә тейеш. Был — өлгө, юғары кимәл. Халыҡ араһында күптән халыҡ артисы исеме яулаған мәшһүр сәнғәт әһеленә халыҡ артисы исемен биреү иң беренсе милли сәхнәбеҙгә ихтирам билдәһе күрһәтеү булыр ине. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит был: Илшат Йомағоловтың халыҡ артисы исеме юҡ... Стәрлетамаҡ театрына бәйле тәҡдим дә ерлекле һәм атҡарып сығырлыҡ.
Йәнә лә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле шәхестәрҙең ғүмер, ижад юлына бағышланған альбомдар сығып тора. Кисекмәҫтән Илшат Йомағоловҡа арналғанын туплай башлау зарур. Артисҡа һәм драматургка рухи һәйкәл булыр ине был.
Илшат Йомағоловты сәнғәт юлына сәхнәгә һөйөү, ҙур ынтылыш алып килә. Уның ғүмер һәм ижад юлында иң һоҡландырғаны — тәбиғәт биргән талантты үҫтереп, эҙләнеү юлында булыу, сәхнәгә тоғролоғо, сәнғәткә һуңғы тамсы көсөнә тиклем хеҙмәт итеү. Бик һирәктәр өлөшөнә төшкән фиҙаҡәрлек менән һуғарылған бәхет был. Артистарҙың да бит төрлөһө бар: кемдер бары менән байрам, ти, икенселәр яуланғаны менән маһайып ғүмерен үткәрә, өсөнсөләр

бөтөнләй сәхнә ҡуйған талаптарҙы күтәрә алмай. Илшат Йомағолов ижады — театр сәнғәте ҡаһарманлығы ул.
Лариса АБДУЛЛИНА.

Архив. 2012 йыл. 

 

 

Автор:
Читайте нас: