Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
25 Октябрь 2022, 17:50

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Жәлил КЕЙЕКБАЕВ

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белә (12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай), мәҫәлән, немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә итә.

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?   Жәлил КЕЙЕКБАЕВ
Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Жәлил КЕЙЕКБАЕВ

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған, 1968 йылда вафат булған. 1942 йылдан — КПСС һәм 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1926 йылда Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.

1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары вазифаһын да башҡара. Жәлил Кейекбаев Башҡорт педагогия техникумын тамамланғандан һуң Мәскәүҙә Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында немец теле уҡыта.

1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй.

1942—1943 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баш редактор булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый.

1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында филология фәндәре кандидатлығына « Әҙәби башҡорт теленең орфоэпияһы» темаһына диссертация яҡлай.


1949 йылдан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит ил телдәре факультеты деканы, 1957 йылдан 1961 йылға тиклем университеттың проректоры булып эшләй.

1960 йылда Жәлил Кейекбаев, башҡорт интеллигенцияһынан иң беренсе булып, «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасури һәм тарихи—сағыштырма тикшеренеү тәжрибәһе)» («Фонетика башкирского языка (опыт описательного и сравнительно-исторического исследования)») темаһы буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.

Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белә (12 теледе һәйбәт белә, 50-гә яҡын телде аңлай), мәҫәлән, немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә лә уңышлы эшләй. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.

Башҡорт Википедияһы.

 

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да торған. Бал ҡорттары мыжғып торған ағас ҡыуышын күрһә, айыуҙың шатлығы эсенә һыймаған. Ул ағас башына менә. Умартаны пыр туҙҙыра. Бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар. Сағырға уйлайҙар. Ләкин булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, бал ҡорттарының саҡҡысы ҡып-ҡыҫҡа. Бал ҡорттары айыуҙың йөнө араһына уралып бөтәләр. Айыу ағастан төшә лә ергә ятып аунай башлай. Бал ҡорттары иҙелә лә бөтәләр. Шунан һуң айыу солоҡтағы бал менән рәхәтләнеп һыйлана икән, ти.
Бер ваҡыт урманға утын ҡырҡырға бер кеше килгән икән. Ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, үҙе йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.
— һин, тайыш табан, ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙөрмөн! — тип ҡысҡырған кеше. Ул айыуға балтаһын һелтәгән. Ләкин балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тейеп, уны сабып өҙгән.
Шулай итеп, айыу ҡойроғо менән хушлашҡан. Шунан бирле айыу ҡойроҡһоҙ йөрөй, ти.

Фото: resh.edu.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: