Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
27 Октябрь 2022, 11:05

Билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Тимур Нәбиуллин ҡустыһының терәге, иң яҡын кешеһе ине. Улар бергәләшеп эшҡыуарлыҡҡа тотона. Үкенескә ҡаршы, Тимурҙың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлдө. Илсур, ауыр ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һиңә сабырлыҡ бирһен. "Шоңҡар"ҙар. 

Билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Бына Бетерәгә лә аяҡ баҫтыҡ. Ғәжәп матур төбәктә урынлашҡан ул. Район үҙәгенән 75 cаҡрым алыҫлыҡта. Был ауыл үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында нигеҙләнә. “Һәүәнәк” төҙөлөш комбинаты булдырылғас, ауыл да үҫә. Аҙаҡ ул Темәс леспромхозына әйләнә, әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында ойошма юҡҡа сыға.
— Булдырам тигән кеше юҡты ла бар итә, — тип һүҙен дауам итте район етәксеһе. — Беҙ күрәсәк егеттәр Тимур менән Илсур кескәйҙән етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Хәҙер ауылдарында эшһеҙ кеше юҡ.
— Һаумыһығыҙ! — Беҙҙе эшҡыуарҙарҙың өлкәне Тимур ҡаршы алды.
— Илсур ҡайҙа? — тип һорап та өлгөрмәнек, ул зәһәр шәп машинаһында елдереп килеп тә етте. Күҙҙәренән нур, йөҙҙәренән дәрт, ихласлыҡ бөркөлөп торған егеттәр беҙҙе арбаны ла ҡуйҙы.
Хакимиәт элек буш торған бинаны биреп ҡуйған. Уға матур итеп төкәтмә эшләгәндәр. Ике ҡатлы ял бүлмәһе лә ҡайһылай ҡупшы килеп сыҡҡан! Теләйһең икән, телевизор ҡарап алырға мөмкин.
Хайран ҡалып, Нәбиуллиндарҙың эше менән танышабыҙ. Күптән түгел Таиландтан, Германиянан махсус ҡорамалдар килтерткәндәр. Беҙҙең күҙ алдында евровагонка, ваҡ таҡтаны елем менән “үҫтергәндәре” барлыҡҡа килә. Хатта һәр бер хеҙмәткәргә махсус кейем дә тектергәндәр. Сер түгел: бөгөн бары табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел. Күрше ауылдарҙан килеп эшләүселәргә Нәбиуллиндар үҙҙәренең йортонан урын биргән. Башлыҡ уларҙың хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынды.
— Оҡшай, — тине барыһы ла. — Ҡыш хатта Абҙаҡтағы тау саңғыһы юлына, “Яҡтыкүл” шифаханаһына ял итергә барып ҡайттыҡ.
Нәбиуллиндар йыл да Түбә балалар йортондағы сығарылыш класс уҡыусыларының һәр ҡайһыһына берәр мең һум аҡса бирә.
— Ә мәсеткә кеше йөрөймө? — тип ҡыҙыҡһынды хакимиәт башлығы, ҡалҡыулыҡта ауылдың йәме булып ултырған иман йортона күҙ һалып. Баҡһаң, уны ошо бер туғандар төҙөткән икән.
— Йөрөй. — Егеттәрҙең яуабы ышаныслы яңғыраны. — Беҙҙә халыҡ дәррәү бит ул, башлап ебәреүсеһе генә булһын. Төҙөгәндә лә, биҙәкләү, буяу эштәренә лә һәр береһе сыҡты. Дингә йөҙө менән боролоусылар һаны артҡандан-арта, әле илленән ашыу кеше иман юлында.

Архив. 2013 йыл. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: