Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
18 Ноябрь 2022, 09:15

Силәбенең данлы улы ине (Бөгөн - Халыҡ-ара философия көнө)

Дамир Вәлиев «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡтары партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.

Силәбенең данлы улы ине (Бөгөн - Халыҡ-ара философия көнө)
Силәбенең данлы улы ине (Бөгөн - Халыҡ-ара философия көнө)

 Дамир Жәүәт улы Вәлиев 1940 йылдың 2 ғинуарында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылында тыуған. Башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).

1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.

1970 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1986—1987 йылдарҙа — тарих факультеты деканы.

2002 йылдың 28 майында Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.

Ғалим-философтың фәнни тикшеренеүҙәре этикаға, Башҡортостаның йәмәғәтселек фекере тарихына, суверенитет һәм федерализм проблемаларына арналған. Ул 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Дамир Вәлиев «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген, Башҡортостан халыҡтары партияһын төҙөү инициаторҙарының береһе.

Фото: ufa-gid.com

Сыҫанаҡ: Башҡортса Википедиянан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: