Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
24 Ноябрь 2022, 21:55

Бәхил бул, Юлай!

Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бәхил бул, Юлай!
Бәхил бул, Юлай!

Өфөлә кинематографистар Союзы ағзаһы, кино-һәм телеоператор Юлай Ноғоманов 60-сы йәшендә ҡапыл вафат булды. Юлай 1963 йылдың 16 июлендә Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Барый (Борис) Ноғоманов ғаиләһендә тыуған. Күп йылдар «Башҡортостан» ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕРАДИОКОМПАНИЯҺЫНДА оператор булып эшләй, бик күп фильмдар һәм тапшырыуҙар төшөрөүҙә ҡатнаша, Екатеринбургта УрГЭУ телестудияһында эшләй.

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» фольклор төркөмө өсөн Истанбулда төшөрөлгән видеоклип операторҙың һуңғы эштәренең береһе булды, ул унда бер нисә йыл йәшәгән. Кинематографистар Союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итеүенсә, күптән түгел Юлай Ноғоманов тыуған Яғына Өфөгә ҡайтҡан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: