Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Ғинуар 2023, 16:10

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте.

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар

 

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә." Был эш генерал Шайморатов һәйкәленең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа йөкмәтелгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа өс көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты", - тиелә унд. 

«Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлде ниндәй итеп күреүен  Салауат Александровичтың үҙенән һорарға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Фото:Олег Яровиков

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: