Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
21 Ғинуар 2023, 17:16

Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...

Башҡорт моң донъяһының табышы ла, һағышы ла булды шул Сулпан...

Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...
Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...

Башҡорт моң донъяһының табышы ла, һағышы ла булды шул Сулпан... Уның хаҡында хәтирәләр бирергә күптән теләй инек. Әммә кисектерә килдек. Сәбәптәре лә бар. Яҡындарының ҡайғыһын яңыртырға теләмәйбеҙ. Шулай ҙа күптән түгел “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙгә уның матур фотоһына тиҫтәгә яҡын йырын беркетеп һалғас: “Үлеменә инде нисәмә йыл үтте, ә Сулпан Кейекбирҙинаны бер ҙә иҫкә алмайҙар, хәтер кисәләрен дә уҙғармайҙар, уға бағышланған тапшырыуҙар ҙа төшөрмәйҙәр” тип күп яҙҙылар. Уның ижадын һөйөүселәр, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итеүселәр матур-матур фекерҙәр ҡалдырҙы.
Эйе, быйыл Сулпанға 45 йәш тулған булыр ине. Арабыҙҙан китеүенә иһә алты йыл үткән. Үҙ халҡым тип йән атҡан, һоҡланғыс, тәңкә сыңы кеүек сыңлап торған сағыу ижад емештәрен ҡалдырған Сулпан Кейек­бирҙинаны, иҫкә алыу, һис шикһеҙ, кәрәк... Һүҙ ‒ уның рухташтарына, ижадташ дуҫтарына.

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, сәсәниә, филология фәндәре докторы, Башҡор­т­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

“Ихлас, яҡты йылмайыу
менән йәшәне...”
Сылтырап, ялтырап торған көмөш сың, тауыш, аһәң, тәрән моң... Беренсе тапҡыр тыңлағанда уҡ Сулпандың шундай тауышына һоҡланғайным. Тауыш матурлығы ‒ бер, уның фекере булырға тейеш. Ә ул фекер, ижадта философия булыуы – йырсының интеллектуаль, рухи камиллығына бәйле. Йылдар буйы тауыш феноменының, халыҡ ижадының һүҙ тылсымына ғына түгел, көй тылсымына ла бәйле булып килгәнен өйрәнә-өйрәнә шуны аңланым: тауыш – эске донъяның, интеллекттың, кешенең рухи, дәрәжәле, таҙа аңының материаль сағылышы, материаль яңғырашы. Йәғни тауыш бәндә күңеленең, йөрәгенең, рухының дауамы тип әйтә алам. Сулпандың асыҡ йылмайыуы ундағы ябайлыҡ һәм аристократизмдың ҡатнашмаһы ине. Уның кешелек сифаты ижадында сағыла ине.
Икенсенән, ул ауылдан сығып, үҙен ҡалала табып, йырсы тигән бик ҙур фиҙаҡәр хеҙмәте менән ижадын ырыҫлы һәм ғорур алып барырға үҙен йүнәлдергән шәхес булып килә ине. Ул үҙенең миссияһын, маҡсаттарын дөрөҫ аңланы. Донъяға ни өсөн килгәнен аңлаған шәхес егәрле, ныҡышмал, ғәҙел була, нимә эшләргә тейеш икәнлеген дә белә. Сулпан да шундай ине. Шуға күрә уның өсөнсө көслө һыҙаты – егәрлелек тип билдәләйем. Күп йырҙар өйрәттем уға: “Сәҙе буйы”, “Көмөш кенә йөҙөк”, “Тирмән һыуы”, “Яйыҡҡай”, әйтештәр, бейеү көйҙәре, таҡмаҡтар – улары барыһы ла уның аудиояҙмаларында бар.
Йәнә бер һыҙаты иһә — халыҡты яратыуы. Һәм ошо яратыуын ул халыҡ йырын бар нескәлеге, аһәңе, дәһшәтлеге менән йырлауҙа сағылдыра торғайны. Һәр һүҙ мәғәнәһенә, интонацияһына, милли бөгөлдәргә, йыр-моң идеяһына битараф булмай ихластан йөрәк менән өйрәнде Сулпан һәм халыҡҡа күп аманатты тейешенсә хазина итеп тапшырҙы.
Хоҙай урынын йәннәт түрендә итһен.

Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, профессор Флүрә Килдейәрова:

“Илап ҡайтып киткән
саҡтары ла бар ине...”
Эй Сулпан балаҡай... Студент йылдарыңды иҫкә алһам, ”йырлайым, булдырам” тип торған, бик намыҫлы, бик үткер ҡыҙыҡай инең... Шул тиклем тырыш булды ул. Сәнғәт училищеһын тамамлап килгәндә тауышы асылып бөтмәгәйне әле уның. Ул саҡта театрҙа ла, филармонияла ла эшләй инем, үҙемдең дә сәнғәт академияһына яңы уҡытырға килгән сағым. Күп студент алмайым, тинем. Ике генә уҡыусым булды. Шуларҙың береһе Сулпан ине. Тауышы академик вокалға етеңкерәмәй ине, шуға халыҡ йыры йүнәлеше буйынса уҡыһын тинек. Дәрестән, тауышым ниңә дөрөҫ сыҡмай һуң ул, тип сәмләнеп, илап ҡайтып иткән саҡтары ла була торғайны. “Ашыҡма, сығыр әле”, ‒ тим. Ысынлап та тембр булһын өсөн тауышын тын юлына, күкрәк юлына ултыртырға кәрәк ине Сулпандың.
Миңә уҡырға килгән сағында уҡ ғаиләле ине, ҡулында өлкән улы – Әхсәне лә бар. Өсөнсө курста уҡығанда тауышы асылып китте. Диапазоны үҫеп, өҫкө ноталар менән күкрәк тултырып йырлай башланы. Һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе теләп өйрәнде. Ул йырҙарҙы һуңынан дискыһына ла индерҙе. Һуңғы имтихан эшендә комиссия алдында бик оҫта сығыш яһаны. Барыбыҙ ҙа бер тауыштан “бишле” ҡуйҙыҡ. Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина ла: “Бына бит тауышы ниндәй матур булып асылып китте”, — тип һоҡланыуын белдерҙе. Уны шунда уҡ филармонияның фольклор төркөмөнә алдылар. Спонсорҙар табып, телевидениеға барып, әүҙем рәүештә клиптар төшөрөргә тотондо, дискыһын сығарҙы. Тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм хатта ниндәйҙер кимәлдә фанатизм менән тиер инем, халыҡ йырҙарын башҡарғым, тауышымды үҫтергем килә, тип сәнғәт академияһына аяҡ баҫҡан ҡыҙ бына шулай үҫеп китеп, үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә мәңге юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Иптәшенә өс улан бүләк итте. Халҡына бик сағыу ижадын ҡалдырҙы. Ҡайһы бер кеше ялҡау була бит. “Булһа ‒ булыр, булмаһа ‒ юҡ”, тип йәшәй. Ә Сулпан балаҡай булмағанды бар итә торғандарҙан ине. Ғүмере ҡыҫҡа булырын тойопмо, йүгереп йөрөп эшләне. Фатир юллау мәсьәләһен дә хәл итте. Балалары иртә әсәйһеҙ ҡалды, шуныһы бигерәк тә йөрәкте әрнетә.

Харис ШӘРИПОВ, йырсы:

Ҡабатланмаҫ моң
Телевидениенан йәки радионан Сулпан Кейекбирҙинаның йырын тапшырһалар, ҡыйын булып китә. Яҡты донъяны, балаларын ҡалдырып, бик иртә китеп барҙы ҡабатланмаҫ моң эйәһе. Маңлайына яҙған яҙмыштыр инде, ни хәл итәһең.
Хәтеремдә, мин “Йәдкәр” төркөмөндә эшләгәндә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева “Уралтау итәгендә” тип аталған ике бүлектән торған ҙур, яңы программа ҡуя башланы. Сәнғәт институтын тамамлап, яңы ғына филармонияла эш башлаған Сулпан Кейекбирҙинаны төркөмгә алдылар. Талантлы йәш йырсы тиҙ арала үҙ кеше булып китте. Уның репертуарында булған “Урал бәйете” лә яңы программаны байытты. Төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә алған тамашаны Башҡортостан, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе халҡы бик яратып ҡабул итте.
Профессиональ сәнғәткә һуңлабыраҡ, ғаиләле булып килеп керһә лә, Сулпан йырсы булараҡ тиҙ арала танылыу алды. Уның, тәбиғәттән бирелгән көслө, моңло тауышы, гүйә, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу өсөн яратылған ине. Егәрле йырсы һәр саҡ эҙләнде. Бығаса ишетелмәгән халыҡ йырҙарын тапты, уларҙы радиоға яҙҙырҙы, телевидениеға төшөрҙө. “Ҡарасай һылыу”, “Тал­дары-тирәк­тәре”, “Мәх­мү­зә”, “Нау­руз бәйете”, “Һандуғас” (вариант), “Салауат ҡоба­йыры” – былар уның йырҙарының ҡайһы бер­ҙәре генә. Эстрада йырсыһы булараҡ та еңел-елпе йырҙар менән мауыҡ­маны Сулпан. Рөстәм Яхин, Айрат Ғайсин, Юлай Үҙәнбаев, Зөһрә Фәйзул­лина, Римма Садиҡова­ларҙың киң диапазонлы, мәғәнәле йырҙарын баш­ҡарҙы.
Сулпан Кейекбирҙинаны тамашасы һәр ваҡыт яратып ҡаршы ала, алҡышлай торғайны. Уның менән гастролдәрҙә йөрөүе күңелле ине. Сөнки һәр ваҡыт йор һүҙле, шаян булды.
Ғаиләләребеҙ менән аралашып йәшәнек. Хужабикә булараҡ та бик уңған, ҡунаҡсыл ине. Уның холҡонда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас саялыҡ та, шаянлыҡ та булды.
Йылдар үтә барған һайын юҡһындыра моңо бик иртә өҙөлгән һандуғас...

Хима ЙӘНБИРҘИНА, йырсы:

“Өс таған” тиҙәр ине беҙҙе...
Сулпан мәрхүмә менән бергә эшләп өлгөрҙөк. Бик талантлы ине. Уның кеүек тә алсаҡ, тормошто яратыусы кеше буламы икән?! Халыҡ йырҙары өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүе, архивтарҙа ҡаҙыныуы күптәрҙә һоҡланыу тойғоһо уятты. Мин дә уның егәрлелегенә, ташып торған энергияһына ҡарап ҡыуана, ошондай ҙа тырыш, моңло тауышлы һылыуыбыҙ барлығына ғорурлана инем. Ижад менән генә ҡайнап йәшәмәне, тормош шарттарын яҡшыртырға тырышты Сулпан. Бар йәһәттән дә бөтмөр булды. Йүгереп йөрөп фатир юлланы. Ул фатирҙы матур итеп йыһазландырҙылар. Әммә, үкенескә күрә, үҙе унда йәшәй ҙә алманы.
Ашҡынып йәшәне шул Сулпан. Ижадында ла, тормошонда ла... Барыһын да эшләп өлгөрөп ҡалайым тигән кеүек йүгерҙе лә йүгерҙе. Әммә бар нәмәне күңелен, йөрәген һалып, яратып, еренә еткереп башҡарҙы. Бергә эшләгәндә уның өлкән улы Әхсән генә бар ине. Мин хаҡлы ялға сыҡҡас, бер-бер артлы ике малай табып, декрет ялында ултырҙы. Һәм һуңынан, декреттан сығып, ярты йыл хеҙмәт иткән осоронда ла байтаҡ клиптар эшләргә, хатта фильмда төшөргә өлгөрөүен белеп хайран ҡалғайным. Үлеменән алда, 2015 йылда, аттестация үтеп, бик яҡшы баһалама алған тип тә ишеткәйнем. Ифрат егәрле ине шул Сулпан. Кешегә бигерәк асыҡ күңелле, ябайыраҡ заттарҙан да булды. Ана шул артыҡ ябайлыҡ та, күңелеңдәгене һәммәһенә асып һалыу ҙа ҡайһы саҡта кәрәкмәй шул. Эйе, өлкәндәргә ҡарата ла иғтибарлы, ихтирамлы була белде. Тормошто ярата ине. Уның шулай ҡапыл китеп барыуы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.
Бергә эшләгән йылдар шул тиклем матур булып хәтерҙә ҡалған. Харис Шәрипов, Сулпан һәм мин һәр ваҡыт өсәүләп йөрөнөк. “Өс таған” тиҙәр ине беҙҙе. Филармонияға килгәс тә Харис менән икәүләп Сулпанды үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына адыҡ. Гастролдәргә бергә йөрөгән саҡтар әле лә күҙ алдында. Сит өлкәләрҙә лә күп концерттар бирҙек. Сулпан Харис Шәрипов менән дуэт башҡара, беҙ Ғәли ағай Хәмзин менән бергә йырлай инек. Бер ваҡытта ла һытыҡ йөҙ менән йөрөгәнен күрмәнем. Балаларына шул тиклем хәстәрлекле әсәй ине.
Донъяһы ялтлап торҙо. Тәмле генә ризыҡтар әҙерләп тиҙ генә сәйгә саҡырып та алды... Һағындыра Сулпанды... Бик ныҡ һағындыра. Уның сыңғырлатып көлөүе әле лә ҡолағымда яңғырап тора... Йәнекәйҙәре йәннәттә булһын...
Миңһылыу СӘЛИМГӘРӘЕВА, әхирәте:

“Әхирәттәр генә түгел, әҡрәбә лә
булып сыҡҡанбыҙ...”
Сулпандың тормош иптәше Юламан — минең ауылдашым. Шул арҡылы танышып, Өфөлә тап булышып, аралашып киттек. Бер ҡайтҡанымда әсәйемә: ”Юламанды осраттым әле, ҡатыны Сулпан менән таныштым”, – тип хәбәр һалдым. Әсәйем: “Сулпан бит ул беҙгә әҡрәбә килеп сыға, ҡыҙым. Өләсәйең яғынан туған ул”, – тине. Ысынлап та, беҙҙең ҡарт олатайҙарыбыҙ Айса менән Муса бер туғандар икән. Беҙ Сулпан менән дүртенсеме-бишенсеме быуын вәкилдәре. Был хаҡта белгәс, әхирәттәр генә түгел, апалы-һеңлелебеҙ ҙә икән, тип мин дә, Сулпан да бик ҡыуандыҡ. Байтаҡ ваҡыт ғаилә дуҫтары булып аралашып йәшәнек. Үҙебеҙҙең дә, балаларҙың да тыуған көндәрен, төрлө байрамдарҙы бергә үткәрер инек. Сулпан тик ыңғай яҡтан ғына иҫтә ҡалды. Минең кәйефем төшөүен күрһә, ыңғай эмоциялары менән бүлешеп, күңелемде күтәреп ебәрергә тырышыр ине. Ә уның үҙенең бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән сағын күргәнем булманы.
Балаларына ул мөкиббән бирелгән әсәй ине. “Улыҡайҙарым”, тип кенә йәшәне. Өлкән улы Әхсән менән минең ҡыҙым бер йәштәрәк. Ул осорҙа балалар ҙа бер-береһе менән аралашты. Берәй байрамға тип йыйылһаҡ, Әхсән ҡурайҙа уйнай, ҡыҙым Сулпандың сәхнә кейемдәрен кейеп бейей ине. Иҫ киткес күңелле мәлдәр булған икән шул.
Ғаиләләребеҙ менән тәбиғәттә ял иткән саҡтарыбыҙ ҙа булды. Бергәләшеп концерт-тамашаларға ла йөрөй инек. Әсәйем Өфөгә килһә, Сулпан беҙҙе сәйгә саҡырып алыр ине. Әсәйем мәрхүмә лә матур йырлай торғайны, уның йырлағанын тыңларға яратты. Беҙгә үҙенең эше, башҡорт халыҡ йырҙары, уларҙың тарихы хаҡында һөйләр ине. Башҡа берәйһе халыҡ ижады өлгөләре хаҡында һүҙ йөрөтһә, уны ла йотлоғоп тыңланы.
Тәүҙә ғаиләләребеҙ менән йыш аралаштыҡ. Һуңынан Сулпан бер-бер артлы ике малай тапты, мәшәҡәттәре артты. Мине лә донъя баҫты, өлкән балалар мәктәптә уҡый башланы. Осрашып-күрешеүҙәр ҙә һирәгәйә төштө. Күбеһенсә телефондан аралаша инек. 2014 йылда ул минең яныма килде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. “Миңһылыу апай, эшкә сығам, шул тиклем пландарым күп”, – тине. “Малайың бәләкәйерәк түгелме һуң?” – тинем. “Юҡ, алдыма ҡуйған ниәттәрем күп, апай, сольный концертымды әҙерләргә кәрәк, уның өҫтөндә эш башлағанмын инде”, – тине. Ысынлап та, декрет ялынан сығып, ярты ғына йыл эшләү дәүерендә лә байтаҡ йырҙар яҙҙырған, хатта фильмда төшөргә лә өлгөрҙө шул.
Эйе... Фажиғәле үлем менән китте. Бик күп хәбәрҙәр йөрөнө. Барыһын да Хоҙай үҙе генә белә. Беҙ хөкөмдар түгел... Балаларын йәндәй күргән әсәй, уңған хужабикә, ышаныслы дуҫ, асыҡ күңелле матур ҡатын-ҡыҙ, илһамлы, моңло йырсы булып хәтеремдә ҡалды Сулпан... Ярай әле яҙмыш мине шундай матур кеше менән осраштырған. Етмәһә, әсәйем әйтмешләй, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ.
Шуныһы үкенес, малайҙар бик иртә әсәйһеҙ ҡалды. Өлкәненең хәтерендә уйылып ҡалғандыр ҙа ул, ә бына бәләкәй Тамъяны иҫләйме икән әсәһен?! Уны мин шул тиклем Сулпанға оҡшатам...

Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Башҡортостан” киностудияһының баш ре­жиссеры:

“Хазиналар тупланған
һандыҡ менән йөрөр ине...”
Ике меңенсе йылдарҙың башында Сулпандың ике йырына клип төшөрҙөк. Икеһе лә халыҡ әҫәре ине. Ҡариҙел районына алып киттем мин уны. Унда киң, мул һыулы матур йылға аға, бейек-бейек ҡаялар, ҡарағай урмандары бар. Беҙҙең тарафтан быға тиклем әллә ни тапалып өлгөрмәгәнгә ятыраҡ ергә алып барып, башҡорт халыҡ кейемендә төшөрөүҙе хуп күрҙем. Сулпандың башҡа йәш артистарҙан айырмалы иң һәйбәт сифаты – ул һәр ваҡыт халыҡ йырҙарын эҙләне. Тап шундай һирәк башҡарылған йырҙарҙан тупланған аудиодиск сығарыу маҡсаты менән янды һәм уны тормошҡа ашырҙы. “Тәңкә йыры” тигән бынамын тигән диск ҡалдырҙы. Ә тауышы шундай матур ине уның. Бер ниндәй көсөргәнеш юҡ, боролоштары ла тәбиғи, ябай, һығылмалы. Йырҙы тойоп, бөтә нескәлегендә аңлап башҡара торған йәш, өмөтлө йырсыларыбыҙҙың береһе ине. Уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге, халҡына булған мөхәббәте булмышында ярылып ятты. Телевидениеның “Музыка” ижад берекмәһендә эшләгән сағымда “яңы йыр алып килдем” тип ашҡынып килеп инеүҙәре әле күҙ алдымда тора. Ә бит уйлап ҡараһаң, бөгөн алтмышҡа еткән йырсы апай-ағайҙарыбыҙ араһында һаман да сумаҙандарына әллә ҡасан яҙҙырған, инде иҫкереп бөткән йырҙарын һалып йөрөүселәр юҡ түгел. Шул ярлы ғына репертуарҙары менән халыҡ йырсыһы булып йөрөүселәр бар. Ә Сулпан йәш кенә сағында уҡ тәрән эҙ ҡалдырҙы. Иманым камил, әгәр ҙә ул бөгөн иҫән булһа, әллә ниндәй хазиналар тупланған һандыҡ менән йөрөр ине. Һәм әле булһа эҙләнеүҙән туҡтамаҫ, “апай, мин яңы йыр яҙҙырҙым, шуға матур бер клип төшөрәйек” тип йүгерер ҙә килер ине. Бағымсылар ҙа табыр ине. Эйе, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә байтаҡ йырҙар яҙҙырып, клиптар төшөрөп ҡалдырҙы. Беҙҙең фондта уның тауышы менән яҙылған йырҙар күберәк булырға тейеш ине, шулай ҙа. Уның иртә китеүе — аяныслы хәл. Ысынлап та, халыҡ йырсыһы ине ул...
Бөгөн ижад иткән кешегә халыҡҡа күренеү юлдарын эҙләп йөрөйһө түгел. Телевидениеға сығыу ҙа бер ни тормай. Ижадыңды телефонға ғына яҙҙырып та бөтөн донъяға еткерергә мөмкин. Ә ул саҡта халыҡҡа күренеүҙең берҙән-бер юлы – телевидение ине. Шуға ла ул, һис тартынып тормай, илһамланып йүгереп килгәндер инде. Дөрөҫ эшләгән. Әммә үҙ концертын эшләргә өлгөрҙөмө-юҡмы икәнен хәтерләмәйем. Шул осорҙа уҡ уның үҙенең генә ике сәғәтлек концерт бирерлек бынамын тигән репертуары бар ине. Шоу-бизнеста ла, телевидениела ла, радиола ла Сулпан һымаҡ үҙенсәлекле, йөрәктәргә үтеп инерлек тауышлы йырсыларҙы әлегә ишеткәнем юҡ...

Сулпан Әсхәт ҡыҙы Кейекбирҙина 1976 йылдың 12 июлендә Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлай. Артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала. Бала саҡтан йырсы булырға хыяллана. Ата-әсәһе йыр-моңға әүәҫ кешеләр булһалар ҙа, башта Сулпандың йырсы булыуына ышанып етмәйҙәр, уны башҡа һөнәр һайлауға өндәйҙәр, әммә йырсы булыу теләге һәм хыялы уны Өфөгә юлландыра. Үҙенсәлекле лирик-колоратуралы сопрано тауыш эйәһе Сулпан Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм ошо осорҙа уҡ республика вокалистары конкурстарында приз­лы урындар яулай. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында халыҡ йырҙары бүлегендә уҡый (уҡытыусыһы — Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова). Институттан һуң “Йәдкәр” фольклор-эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен һәм шаян йырҙарын, башҡорт композиторҙарының романстарын һәм арияларын ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Сулпан “Йәдкәр” коллективы өсөн үҙе бер табыш була. Ғөмүмән, Сулпанды үҙ репертуарына етди иғтибар биреүе, ижади багажын һирәк яңғыраған халыҡ йырҙары менән байытыуы айырып торҙо. Сулпан юғалып барған, күптән яңғырамаған боронғо йырҙарға өҫтөнлөк бирә һәм яңылышмай. Тамашасы уның башҡарыуындағы йырҙарҙы ихлас ҡабул итә, ярата.
Сулпан Кейекбирҙина Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойошторған хәйриә концерттарында йыш сығыш яһай, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Республика сәнғәт оҫталары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында әүҙем ҡатнаша.
2015 йылдан Сулпан Кейекбирҙина “Сармат” эстрада төркөмөндә эшләй башлай (етәксеһе — Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов), республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Яңы коллектив менән Пермь ҡалаһында һәм Әбйәлил районында ойошторолған һабантуйҙарҙа ҡатнашып өлгөрә. 2015 йылда “Урал” мәрхәмәтлек фонды ярҙамында “Р. И. Продакшн” студияһы төшөргән «Бибигөл менән Сәйфелмөлөк» тип аталған тарихи-музыкаль фильмы төшөрөлә (Сулпандың идеяһы). Өс башҡорт халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән фильмда “Ғәрипҡол”, “Сәйфелмөлөк”, “Һөйгән йәр” тигән халыҡ йырҙарын Сулпан башҡара. Фильм реаль ваҡиғаларҙы һүрәтләй, ХIХ быуат аҙағындағы — XX быуат башындағы ябай халыҡтың тормошон сағылдыра. Фильм II Халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кинофильмдар фестиваленә һайлап алынған эштәр исемлегенә инде. Уның сценарийын режиссер Айсыуаҡ Йомағолов менән видеооператор Рияз Исхаҡов “Сөйфелмөлөк” йырының ҡыҙғаныс сюжетына нигеҙләп ҡорған. Төп ролдәрҙә уйнаған Сулпан Кейекбирҙина, Эльмир Хәйретдинов, Нәркәс Байбулдина менән бер рәттән Сулпандың Тимерхан һәм Тамъян исемле улдары ла төшкән.
Йырсы фильмдың презентацияһын күреп өлгөрмәне...

Автор:
Читайте нас: