Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Март 2023, 21:05

Бәхил бул, замандашыбыҙ!

Хәсән Сәғитйән улының ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабаҙ. Һеҙгә сабырлыҡ теләйбеҙ.  "Шоңҡар"ҙар. 

Бәхил бул, замандашыбыҙ!
Бәхил бул, замандашыбыҙ!

 

Республикала билдәле йылҡы үрсетеүсе, крәҫтиән (фермер) хужалығы хужаһы Хәсән Иҙиәтуллин ҡаты һәм оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булған.  Был хәбәрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева раҫланы.

“Хәсән Сәғитйән улын йәмәғәт эшенә тиклем үк белә инем. Аттарҙы бик яратам, ошо нәзәкәтле, аҡыллы хайуандарға һоҡланам. Иглин районында Хәсән Иҙиәтуллиндың уларҙы үрсетеүен белгәс, уның хеҙмәте менән ҡыҙыҡһындым. Хәсән Сәғитйән улы зыялы, күп уҡыған, шиғриәтте белгән кеше ине, бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһынды – ветеринариянан башлап йыһанға тиклем. Һабантуйҙар, ат сабыштары ойошторҙо. Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышының Туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһын булдырған шәхес тә ул. Шул рәүешле үҙенең илһөйәрлеген белдерҙе. Хәсән Иҙиәтуллин кеүек кешеләр йәмғиәтте берләштерә. Уның өсөн бөтә милләттәрҙең дә бер ғаилә булыуы мөһим ине. Юҡҡа ғына "Аллаһ яҡшы кешеләрҙе үҙенә ала" тимәйҙәр бит. Хәсән Сәғитйән улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", – тип белдерҙе Римма Үтәшева.

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: