Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
26 Март 2023, 09:35

Мәсәлим Вәлиевте иҫкә алып

Мәсәлим Вәлиев беренсе башҡорт профессиональ хор, симфоник һәм опера музыкаһы авторы. һеҙгә уның әҫәрҙәре танышмы? 

Мәсәлим Вәлиевте иҫкә алып
Мәсәлим Вәлиевте иҫкә алып

Вәлиев Мәсәлим Мөшәрәп улы (26 март 1888 йыл — 2 ғинуар 1956 йыл) — композитор һәм дирижёр, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Беренсе башҡорт операһы авторы. «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). БАССР Композиторҙар союзының беренсе рәйесе (1940—1948).

Мәсәлим Мөшәрәп улы Вәлиев 1888 йылдың 26 мартында Ырымбур губернаһы үҙәге Ырымбур ҡалаһында тыуған. Бала сағында атаһынан скрипкала уйнарға өйрәнә. 1914—1917 йылдарҙа урындағы татар мосолман хәйриә йәмғиәтенең музыка мәктәбендә уҡый. 1917—1930 йылдарҙа өҙөклөк менән Ырымбурҙа йәшәй, йыр дәресе уҡытыусыһы була, ә 1920—1921 йылдарҙа Көнсығыш музыка мәктәбендә скрипка һәм хор класында уҡыта.

1919—1920 йылдарҙа — Ырымбурҙа Төркөстан фронтының сәйәси бүлеге оркестры капельмейстеры[1].

1921—1922 йылдарҙа оркестр менән етәкселек итә һәм Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрында скрипкасы булып хеҙмәт итә. 1922 йылда Сәйфи Кудашевтың драма төркөмө спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәй.

1930—1931 йылдарҙа Ҡаҙанда драма театры оркестрында скрипкасы була.

1932 йылдан алып вафатына тиклем Өфөлә йәшәй, музыка бүлеге менән етәкселек итә һәм Башҡорт драма театрында оркестр дирижеры була.

 

Мәсәлим Вәлиев беренсе башҡорт профессиональ хор, симфоник һәм опера музыкаһы авторы.

Улар араһында иң билдәлеләре — «Һаҡмар» («Айһылыу», Н. И. Пейко менән авторлыҡта, тәүге тапҡыр 1941 йылда ҡуйыла) һәм «Шәүрә» (Баязит Бикбай либреттоһы буйынса, тәүге тапҡыр 1946 йылда ҡуйыла) опералары, «Башҡорт увертюраһы» (1940) һәм «Легенда» (1948) симфониялары, «Салауат» (1945) һәм «Бейеү» (1952) сюиталары, ҡыллы квартет (1954), фортепиано, скрипки һәм виолончель өсөн пьесалар.

Вәлеев «Ҡара йөҙҙәр» (Мәжит Ғафури), «Салауат» (Баязит Бикбай) әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған драма спектаклдәренә көйҙәр яҙа.

Шулай уҡ ул башҡорт һәм татар шағирҙары шиғырҙарына 50-нан ашыу хор һәм йырҙар авторы. Улар араһында иң популярҙары — «Гөлдәр баҡсаһында» (Мәжит Ғафури һүҙҙәре) «Аҡ ҡайын» (Әхмәт Йәрикәй һүҙҙәре), «Матур Өфө ҡалаhы» Ҡадир Даян), «Fәлимә йыры» Ғәйнан Әмири) һәм башҡа йырҙар.

Башҡорт АССР-ыныңатҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940)

«Почёт Билдәһе» ордены(1955)

Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы.

Фото: shareslide.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: