+22 °С
Болотло
Өфөлә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз ҡумыҙсы Роберт Абдрахман улы Заһретдиновҡа һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы Хажыева-Заһретдиноваға мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала бөйөк шәхестәрҙең дуҫтары, коллегалары, ижадын һөйөүселәре һәм уҡыусылары ҡатнашты.
Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең мемориаль таҡтаташтары улар йәшәгән йорттоң Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 120-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Сығанаҡ: Мәсетле районы башҡорттары.
Фото: Мәсетле районы башҡорттары.