Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
15 Май 2023, 09:10

Мөхәмәтхан ни өсөн Мстислав Александрович булып киткән?

Татарстан башҡорттары - Ҡазан төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ҡазанда башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943) Мөхәммәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаевтың, уның туғандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтергәндәр. Изге эште шәхестең ейәне Михаил Дмитриевич менән Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов бергәләп атҡарған.

Мөхәмәтхан ни өсөн  Мстислав Александрович булып киткән?
Мөхәмәтхан ни өсөн Мстислав Александрович булып киткән?

Татарстан башҡорттары - Ҡазан төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ҡазанда башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943) Мөхәммәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаевтың, уның туғандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтергәндәр. Изге эште шәхестең ейәне Михаил Дмитриевич менән Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов бергәләп атҡарған

Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) ҡулаевтың исеме башҡорт халҡының, иленең егерменсе быуат башындағы тарихына яҙыл­ған. Башҡорт Хөкүмәте рәйесе, ғалим-филолог, медицина фәндәре докторы ул.
Мөхәмәтхан сығышы менән Үҫәргән ырыуы башҡорттарынан, Ырымбур өлкәһе ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауылында тыуған. Ни өсөн ул Мстислав Александрович булып киткән, тигән һорау ҙа тыуыр. Мөхәмәтхан тәүҙә мәҙрәсәлә, аҙаҡ башҡорт-рус мәктәбендә, Ырымбур гимназияһында белем ала. Артабан ҡазанға, университеттың медицина факультетына юллана. Әммә ситтән килеүселәргә, христиан булмаған­дар­ға бында ҡапҡа ябыҡ булғанлыҡтан, егет православие динен ҡабул итә.
Табиплыҡ фәне менән бер рәттән, ҡулаев башҡорт теленең грамматикаһын һәм фонетик төҙөлөшөн өйрәнә. Ул – башҡорттар өсөн рус графикаһындағы алфавит һәм әлифба авторы. 1912 йылда ошоға бәйле китабы ла нәшер ителә. Әлифба 34 хәрефтән тора һәм билдәләрҙең бөтәһе лә тиерлек башҡорт өндәре менән тура килә.
Варшавала табип булып эшләй, Беренсе донъя һуғышынан Бөйөк Октябрь революцияһынаса көньяҡ-көнбайыш фронтында госпиталдә баш табип булып хеҙмәт итә. ҡайтҡас, Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙыл Армия яғына сыҡҡас, 1919 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, Мстислав ҡулаев Хөкүмәт рәйесе итеп һайлана. Был саҡта арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғәскәрен етәкләй.
Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә Мстис­лавтың (башҡортсаһы ниңәлер Мөхә­мәтғәли тип алынған) исеме ихтирам менән телгә алына.
Буласаҡ Башҡорт автономияһы башында тороусылар 1919 йылдың мартында Мәскәүгә Ленин менән осрашыуға бара. “Сталин миңә бер көн телефон аша шылтыратып, һеҙҙе Ленин күрергә теләй, үҙегеҙ менән бер-ике иптәшегеҙҙе лә алығыҙ, тине. Хөкүмәт рәйесебеҙ, доктор ҡулаев менән бергә киттек… Ул бәләкәй сағынан рус миссионерҙары ҡулына эләгеп, христиан мөхитенә йәлеп ителеп, христианлаштырылған башҡорт. Беҙ уға ысын исеме менән Мөхәмәтғәли ағай тип өндәшә торғайныҡ, ул үҙе лә шуны теләне. Әммә рәсми исеме менән Мстислав ҡулаев тип имза ҡуя ине. ҡазан университетында медицина буйынса уҡыған бик яҡшы доктор. Был ваҡиғаларҙан һуң да, сәйәси эштәрҙән айырылып, профессор булды. Намыҫлы бер зат. Мосолман булмаһа ла, башҡортлоғона һәм төркилегенә тоғро ҡалды. Рустарҙың ҡаты бәғерлелеген, оятһыҙлығын яратмай ине…” − тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ҙә (269-сы бит).
Шулай итеп, тап ҡулаевҡа Башҡортостан автономияһы яҙмышын хәл итергә, 1919 йылдың 20 мартында Владимир Ленин менән бергә уның барлыҡҡа килеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға насип була.
Артабан Мстислав ҡулаев, сәйәсәттән ситләшеп, фән, медицина юлында ҡала. Уның “Башҡорт теле өндәре тураһында” (1928 й.), “Башҡорт теленең ҡаты алфавиты” (1928 й.), “Башҡорт теле ҡылымдары тураһында” (1930 й.) хеҙмәттәре баҫылған. Бынан тыш, “Башҡорт-рус” һүҙлеге, “Башҡорт теленең синтаксисы”, “Үҫәргән һөйләшендә Яҡындары ла, милләттәштәре лә онотмай
синтаксис системаһы” тигән эштәре баҫылмай ҡала. Мстислав ҡулаев 1959 йылда вафат була.
Билдәле булыуынса, ҡулаев рус ҡыҙына өйләнә, өс балаһы тыуа. Елена исемле ҡыҙы атаһының тыуыуына йөҙ йыллыҡты билдәләгәндә хәтерләп һөйләүенсә, Мстислав ҡыҙҙарын бик ярат­ҡан, Еленаһын, башҡортҡа оҡшағанлыҡтан, айырыуса яҡын күргән. Эш кабинетында тыуған яғынан алып килгән бер услам дала ҡылғаны, көмөш биҙәкле йүгән һаҡланған. Студенттары килһә, йыш ҡына ҡурай моңон тыңлап ултыр­ғандар.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе ул Мстислав-Мөхәмәтхан ҡулаев. Тари­хыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе белергә, уларҙы ихтирам йөҙөнән хәтер­ҙә һаҡларға хаҡыбыҙ бар.

Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.

Ҡоролтай

 

Автор:
Читайте нас: