Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Май 2023, 13:57

Бөрйәндәр уҡытыусыларын ҙурланы

Мәғариф өлкәһенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр - Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы һәм Баязитов Роберт Ишдәүләт улы иҫтәлектәренә Байназар мәктәбендә хәтерташ астылар. 

Бөрйәндәр уҡытыусыларын ҙурланы
Бөрйәндәр уҡытыусыларын ҙурланы

"Быйылғы йыл ил Президенты Указы менән Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан мәғариф өлкәһенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙ - районыбыҙҙың Почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улының һәм Рәсәйҙең, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Баязитов Роберт Ишдәүләт улының яҡты иҫтәлектәренә Байназар мәктәбендә хәтерташ асылды.
Улар үҙҙәренең төп эштәре менән бер рәттән район тормошонда әүҙем ҡатнашып, халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡына тырышып, янып йәшәнеләр һәм йәштәрҙе үҙ өлгөләрендә лайыҡлы тәрбиәләүгә өлгәшкән Аҡһаҡалдарыбыҙ булдылар.
Беҙ яҡташтарыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ һәм онотмайбыҙ. Яҡты иҫтәлектәрен үҫеп килеүсе быуынға еткереү йәһәтенән эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов. 

 

Фото: Газиз Манапов

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: