Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Май 2023, 10:10

Айрат Ҡобағошовты тыуған яғында иҫкә алдылар

Өфөнән күпләп килгәндәр, Стәрлетамаҡтан, Стәрлебаш, Баймаҡ... Ҡәберенә зыярат ҡылғанда ла, аҙаҡ табын артында ултырғанда ла һүҙҙәр күп яңғыраны: кеше үҙе китеп барғас ҡына уның кем булыуын күберәк аңлайбыҙ. Башҡорт милли музыкаһына баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән Айрат ағайыбыҙ тураһында тыңлайһың да, аптырап ҡуяһың: ошо ауылдан (Таймаҫтан) сыҡҡан ябай ғына малай булған да ул, анауы йылғала һыу ингәндер, бынау тауҙан мал ҡыуғандыр, урамдары буйлап йүгергәндер... Ә ниндәй бейеклеккә күтәрелгән - бының сере нимәлә икән?

Айрат Ҡобағошовты тыуған яғында иҫкә алдылар
Айрат Ҡобағошовты тыуған яғында иҫкә алдылар

Айрат Ҡобағошов 1950 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Күмертау районының Таймаҫ ауылында тыуған.

ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң  БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетытының музыка мөхәррире булып эшләй. 1985 йылдан алып ӨДСА‑ла фольклор кабинеты мөдире, 1986 йылдан — уҡытыусы, 1996 йылдан башлап башҡорт музыка факультеты деканы һәм традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире.

Уның музыкаһы романтизм һәм милли колорит һыҙаттарын берләштерә, башлыса оҙон көй стилистикаһына нигеҙләнеп ижад ителгән. Әҫәрҙәре араһында «Шоңҡар» операһы (1985, Ғ. Сәләмдең ш. уҡ исемле поэмаһына үҙе яҙған либреттоһы), «Ғилмияза» симфоник поэмаһы (1985), Р. Назаров шиғырҙарына «Тауҙар тураһында уйланыу» хор поэмаһы (1986); камера-инструменталь әҫәрҙәр, башҡорт шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу вокаль әҫәр.

Башҡорт халыҡ музыкаһы ҡоралдары оркестры өсөн 20‑нән ашыу әҫәр, драма спектаклдәренә, к/ф музыкаһы, уҡытыу-методик дәреслектәр һәм программалар авторы; балалар өсөн фольклор‑музыкаһы йыйынтыҡтарҙың автор‑төҙөүсеһе.

250‑нән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм көйөн нотаға һала, 200‑ҙән ашыуын эшкәртә. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын (думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙ һ.б.) тергеҙеү инициаторы.

Сәнғәт училищеһында башҡорт халыҡ музыкаһы ҡоралдары оркестрын, Сәнғәт академияһында башҡорт музыкаһы факультетын ойоштороусы. Уның уҡыусылары араһынан БР‑ҙың халыҡ артистары Ришат Рәхимов, Айбулат Рәхмәтуллин, БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н. М. Кейекбирҙин һәм башҡа күптәр республикала киң билдәлелек яуланы.

Фото: "Юшатыр" гәзитенән. 

 

Автор:
Читайте нас: