Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.
Фәтхулла Әһлиулла улы 1923 йылдың 15 июлендә Аҡъяр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1942 йылдың 5 мартында фронтҡа алынған. Сталинградҡа йәйәү барған, Донды аша сыҡҡан, ҡаты алыштарҙың береһендә аяғы яраланған, башына ла бомба ярсығы тейгән. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланған. Тыуған Аҡъярына ул 1954 йылда ғына ҡайтҡан. Ошо уҡ йылда Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән ғаилә ғорған. Улар 58 йыл бергә татыу ғүмер кисергән, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ветерандың һигеҙ ейәне һәм биш бүләһе бар. Хаҡлы ялға тиклем Фәтхулла Әһлиулла улы ауыл хужалығы тармағында эшләгән.