Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
28 Август 2023, 23:05

Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем

Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында хөрмәтле уҡытыусылар Сәлиха менән Шәһит Әхмәтшиндарҙың хәтер кисәһе үтте. 

Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем

Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы халҡыбыҙға бөйөк тел белгесе, профессор, яҙыусы Жәлил Кейекбаевты биргән төбәк булараҡ билдәле. Тәбиғәттең һоҡланғыс урынында урынлашҡан ауыл үҙенең талантлы, эшсән кешеләре менән дан тота. Ошо көндәрҙә ауыл клубында хөрмәтле уҡытыусылар Сәлиха менән Шәһит Әхмәтшиндарҙың хәтер кисәһе үтте. Мәҙәниәт усағы фойеһында ҡунаҡтарҙы уларҙың ейәнсәре, рәссам Альбина Әхмәтшина-Таҡалова ойошторған күргәҙмә ҡаршы алды. 

    Ғүмер буйы ауылда балаларға белем биргән ике шәхес тә оҙон ғүмерле булды. Үҙҙәре лә бына тигән биш бала үҫтереп, уларға белем биреп, туйҙар яһап, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер иттеләр.

     Хәтер кисәһенә арҙаҡлы уҡытыусыларҙың төрлө тарафтарға таралған уҡыусылары йыйылды. Улар араһында кемдәр генә юҡ бөгөн – Миңниә Вәлиева педагогия фәндәре кандидаты, Фәнүр Махиянов – Рәсәйҙең атҡаҙанған шахтеры, Суфия Вәлиева алыҫ Когалымда балаларға инглиз телен өйрәтә, Нәрисә Йәрмиева – балалар табибы. Ҡыҫҡаһы, бөтә тармаҡта ла уларҙың уңышлы эшләп йөрөгәнуҡыусыларын осратырға мөмкин. 

    Сарала сығыш яһаусылар Сәлиха менән Шәһит Әхмәтшиндарҙың киң күңелле, эшсән, йомарт  булыуы хаҡында телгә алды. Ҡыҙы, мәғариф ветераны Гөлшат Шәһит ҡыҙы: “Ауылда балаларына, яҡындарына һыймаған инәйҙәр гел беҙҙә булды. Бер мәл хатта өс әбей йәшәне”, - тип атай-әсәйҙәренең киң күңелле булыуы, балаларын да ошо өлгөлә тәрбиәләүе хаҡында һөйләне.

    Хәтер кисәһен китапханасы Гөлшат Вәлиева  матур һәм йөкмәткеле итеп барҙы.

 

Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар биреүсем
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: