Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
28 Сентябрь 2023, 20:20

Ғалимға бюст ҡуйыласаҡ

Бөйөк ғалимдың исемен мәңгеләштереү өсөн тағы нимәләр эшләнә? 

Ғалимға бюст ҡуйыласаҡ
Ғалимға бюст ҡуйыласаҡ

Өфөлә Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә ғалимдың уҡыусыһы Данир Ғәйнуллин яҙа.

«Фәнни монографияла Башҡортостан тарихы» тип аталған сара тарихсыларҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе һәм башҡа белгестәрҙе йыйҙы.
Нияз Мәжитов – башҡорттарҙың тарихын археологик тикшереүҙәр ярҙамында раҫлаған ғалим. Башҡорттар араһындағы беренсе профессиональ археолог Нияз Абдулхаҡ улы Башҡортостан археологияһы фәненә нигеҙ һалды.
Бөгөн Нияз Мәжитовтың уҡыусылары, уның эшен дауам итеүселәр күп. Мин дә уның студенты булдым. Уның ярҙамында күп кенә тарихи археологик экспедицияларҙа ҡатнашырға тура килде. Ырымбур өлкәһендәге Сармат алтыны табылған Филиппов кургандарын ҡаҙыуҙа, Арҡайымды тикшереүҙә ҡатнаштым.Нияз Абдулхаҡ улы беҙҙе Көньяҡ Уралдағы иң ҡыҙыҡлы объекттарҙы тикшерергә ебәрә торғайны.
Әлеге көндә Нияз Мәжитовтың исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр алып барыла. Өфөлә 21-22 ноябрҙә Мәжитов уҡыуҙары үтә. Халыҡ-ара кимәлдәге конференция етди әҙерлек талап итә. Унда бөтә Рәсәйҙән, сит илдән ғалимдар, Нияз Абдулхаҡ улының уҡыусылары һәм коллегаларын саҡырҙыҡ.
Конференцияға тап килтереп, шул арала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында Мәжитов класын асырға йыйынабыҙ.
Шулай уҡ уның Башҡортостан археологияһы өсөн әһәмиәтле ике хеҙмәтен – «Южный Урал в VII–XIV вв» һәм «Курганы Южного Урала в VIII–XII вв» тигән китаптарын ҡабатлап баҫтырабыҙ.
Иң мөһиме, яҡын киләсәктә Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһында уның бюсын ҡуйырға ниәтләйбеҙ", - ти ул.

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: