Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
15 Октябрь 2023, 16:55

Бәхил бул, Фидан!

Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Бәхил бул, Фидан!
Бәхил бул, Фидан!

 

Нуримандар  Нур ауылы егете Фидан Фаил улы Сәғиҙуллин менән хушлашты. Был хаҡта социаль селтәрҙә район башлығы Вилдан Ситдиҡов хәбәр итә.

 

"Фидан Фаил улы 1999 йылдың 22 ноябрендә тыуған. Мәктәпте 2015 йылда тамамлай. Бынан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжына уҡырға инә. 2017 йылда уны хеҙмәткә саҡыралар. Былтыр сентябрҙә контрактҡа егет ҡул ҡуя, ул мотоуҡсылар бүлеге командиры була.

Дуҫтары һәм яҡындары Фиданды яуаплы, ышаныслы, эшһөйәр, яҡшы холоҡло кеше булараҡ иҫкә ала. Фидан Нуриман халҡының хәтерендә намыҫлы кеше булараҡ ҡаласаҡ. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам", - тип яҙҙы муниципалитет башлығы.

Фото: Нуриман районы башлығы Вилдан Ситдиҡовтың социаль селтәренән

Автор:
Читайте нас: