Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
24 Октябрь 2023, 19:20

Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән

Яҡшы хәбәр менән дауахананың баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы СӘФӘРҒОЛОВ социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән
Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән

Яҡшы хәбәр менән Красноусол дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сабирйән улы СӘФӘРҒОЛОВ социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

— Бүләк биреү — һәр кем өсөн ҙур сауап. Бүләк биреүсе — ул киң күңелле, ҙур йөрәкле Кеше! Бөгөн мин берсә ҡыуанып, берсә һоҡланып, берсә ғорурланып Красноусол үҙәк дауаханаһына бирелгән бик ҙур бүләкте ҡабул иттем. Ул да булһа стоматология бүлмәһе өсөн махсус эшләнгән кресло. Был ваҡиғаны беҙ бөтә коллектив менән оло бер мөғжизә итеп ҡабул иттек һәм ошо изге хәйриә эшен булдырған ауылдаштарым Рафаэль менән Роза Юлмөхәмәтовтарҙың улдары Айратҡа сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәһем килә. Һеҙҙең үҙегеҙгә ошондай ҙур игелектәр эшләгәнегеҙ өсөн тормош юлығыҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына юлдаш булып торһон, хөрмәтле ауылдаштарым! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, изге эштәр генә ҡылайыҡ! – тип хәбәр итә Хәкимйән Сабирйән улы.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

"Табын" гәзите.

 

Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән
Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән
Йәш эшҡыуар бүләк эшләгән
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: