Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
25 Октябрь 2023, 22:35

Учалы ҡыҙы бөтәһен таң ҡалдырған!

Рәсәй ярышында ул бөтәһен артта ҡалдырған...

Учалы ҡыҙы бөтәһен таң ҡалдырған!
Учалы ҡыҙы бөтәһен таң ҡалдырған!

Татарстандың Алабуға (Елабуга) ҡалаһында традицион уғатарлыҡ буйынса “Туған батыр” тип аталған Бөтә Рәсәй турниры үтте. 
Ә беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы - данлыҡлы мәргәнбикәбеҙ – Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева тотош илдә иң мәргән уҡсыбикә тип танылды
-Фәҡәт был сағыу милли спорт тантанаһы икенсе тапкыр үткәрелә, ара йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың байтаҡ уҡсылары үҙҙәренең көстәрен һынаны. Ғөмүмән, Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән йыйылған уҡсылар ҡатнашты, -ти Динә ханым.- Ярыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Был сығышым менән бик ныҡ ҡәнәғәтмен, сөнки икенсе урынға сыҡҡан уксыны ҡырҡҡа яҡын мәрәйгә артта ҡалдырҙым, миңә тағы ла нығыраҡ көс һәм дәрт өҫтәлгәндәй булды. Ойоштороу кимәле юғары кимәлдә булды, ныҡ оҡшаны, барыһына ла рәхмәт!

Динә Мәһәҙи ҡыҙы төп сығышы буйынса Әбйәлил районының Байым ауылынан. Наурыҙ ауылынан Ринат Вәлиевҡа кейәүгә сыға ла, хәҙер байтаҡ йылдар килен булып төшкән ауыл мәктәбендә немец теле, хеҙмәт һәм музыка дәрестәренән уҡыта.
Уҡатарлыҡ менән2017 йылдан шөғөлләнә, нисә ярыштың еңеүсеһе йә призеры булды – иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел хәҙер. Хоҙай Тәғәлә биргән талант, һуғышсан ата-бабаларҙан күскән ҡан һәм үҙенең шәхсән тырышлығы үә ныҡышмалығы ошондай һөҙөмтә бирә торғандыр! 
Афарин, Динә ханым, сираттағы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да хәйерле ғүмер, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Илфат Янбаев

"Яйыҡ" гәзитенән

 

Автор:
Читайте нас: