Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
26 Февраль , 19:10

Өфөлә Ришат Муллагилдиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Ул донъяға билдәле башҡорт архитекторы ине...

Өфөлә  Ришат Муллагилдиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Өфөлә Ришат Муллагилдиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

27 февралдә Өфөлә архитектор Ришат Муллагилдинға арналған мәғлүмәт таҡтаһы асыла. Ул «Торатау» конгресс-холы бинаһына (5-се ишек, Вәлиди һәм Ғафури урамдары мөйөшө) ҡуйыла.

Конгресс-холдың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, таҡтаташта учреждениеның сайтындағы архитектор хаҡында сәхифәгә инеү өсөн QR-код урынлаштырыла. Асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә була. Әсәһе, туғандары, дуҫтары һәм архитекторҙың коллегалары саҡырылған.

Һуңынан эстә Ришат Муллагилдиндың тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә асыла.

«Ришат Усман улы заманса башҡорт архитектураһын тормошҡа ашырған ижадсы булды. Башҡорт мәҙәниәте архетиптарына нигеҙләнгән «Торатау» конгрес-холы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ҡалабыҙҙы биҙәп кенә ҡалманы, уның визит карточкаһына әүерелде, — тип билдәләнеләр конгресс-холдың матбуғат хеҙмәтендә. — Ришат Усман улы үҙе лә республика мәнфәғәтенә хеҙмәт итте, Өфө ҡала төҙөлөшө үҫешенә сит ил белгестәрен дә йәлеп итә алды. Мәҫәлән, әлеге биналарҙың проекттары Япония архитекторы Киокадзу Араи менән бергә әҙерләнгән. Бынан тыш, яҡташыбыҙ илдән ситтә ҙур проекттар өҫтөндә эшләп, донъя аренаһында юғары үрҙәргә күтәрелде».

...

Ришат Усман улы Муллагилдин 1969 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған. 1999 йылдан - Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Токио ҡалаһындағы Шибау технология институтында стажировка үткән, Кейо университетында уҡыған. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның “AIDA Awards” милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.

1997 йылда Ришат Усман улы Японияға бер йыллыҡ профессиональ стажировкаһы грантына лайыҡ була. Эшләп йөрөгән саҡта Шибаур Технологик Университетының докторантураһына инә (1997—2000), 2000 йылда профессоры менән Япониялағы иң боронғо һаналған Кео университетына күсә, шунда докторантураны тамамлай (етәксеһе Риичи Мияке). Йәш архитектор проект конкурстарында ҡатнаша, һөҙөмтәлә Токио үҙәгендәге мәктәп, Фокусима префектураһы опера центры һәм Экспо Айичи (2005) Халыҡ-ара күргәҙмәһе өсөн информацион технологиялары үҙәге биналары өсөн ике Икенсе һәм бер Беренсе премияларға лайыҡ була.

1997—2005 йылдарҙа Японияла йәшәй, шуның менән бергә уның эшенең төп секторҙарының береһе — Башҡортостандың төҙөлөш-проект потенциалын асыу була. Муллагилдин тыуған яғының халыҡ-ара аренала билдәле булыуын теләй. Мәскәүҙә «Зодчество-2003» Халыҡ-ара фестивалендә ул республикаһының баш архитекторы урынбаҫары Ураҡсин Урал Ғәзиз улы менән таныша. Ошо ваҡыттан алып уның һәм республикалағы башҡа коллегалары менән хеҙмәттәшлеге башлана.

1997 йылдан — «Kajima Design», 1998—1999 йылдарҙа «Nihon Sekkei» проект фирмалары архитекторы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа Шибаур технологик институтының (бөтәһе лә — Япония) архитектор-инструкторы, 2005 йылдан башлап «RAUM Architects» ЯСЙ президенты, бер үк ваҡытта 2008 йылдан алып «RAUM Design» ЯСЙ (икеһе лә — Өфө) директоры.

Өфөлә Муллагилдиндың проекттары буйынса Ағиҙел йылғаһының уң ярының көньяҡ битләүендә ҡала төҙөлөшө эштәре башҡарыла (2005 йылдан алып), Конгресс-холл бинаһы төҙөлә, «Аҡбуҙат» ипподромына реконструкция (икеһе лә — 2007; бөтәһе лә — Киоказу Араи менән берлектә, «Arai Architects», Токио) яһала.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: