Сараны башлап Йылайыр районы урман хужалығы етәкселегенән Юрий Чекалов һәм Ислам Игебаев сығыш яһаны. Улар урман хужалығы тарафынан йәш үҫентеләр әҙерләп биреүҙе ойошторған һәм ҡарағайҙарҙы ултыртыу өсөн урын билдәләгән.
Иҫтәлекле сарала һикһәнгә яҡын кеше ҡатнашты. Күмәк эш ырамлы тигәндә, йыйылған халыҡ 5,3 гектар ергә үҫентеләрҙе ултыртып та ҡуйҙы. Юламановтар һәм Таһировтар ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, йылы аш менән һыйланы. Аш алдынан батыр егеттәребеҙ рухына аят бағышланды.
Әлбиттә, ата-әсә өсөн бала юғалтыу ҡайғыһынан да ауырырағы юҡ... Уның рухын мәңгеләштереү бер сә моңһоу ҙа, ғорурлыҡ тойғоһо ла килтерә.
Әле районыбыҙ етәкселеге һәм батырҙарҙың яҡындары тарафынан яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереп “Хәтер баҡса”лары, таҡтаташтар, спорт уйындары, кисәләр уҙғарыла. Шулай уҡ, тиҙҙән Фирғәт Таһировтың да яҡты иҫтәлегенә тыуған мәктәбендә таҡтаташ асыу планлаштырыла, ә Иштуған Юламановтың атаһы Ҡаҙырша мәктәбе алдына 26 ағас үҫентеһе ултыртырға ниәтләй.
– Улыма нисә йәш ине, ағастарҙың да һаны шунса була. Хәҙер инде, улым өсөн иң күбе, ошоларҙы ғына эшләй алам. Уны ауылдаштарым, киләсәк быуын балалары һәр ваҡыт хәтерләр һәм уның менән ғорурланыр тип ышанам”, – ти Рәил Әхмәтсәғит улы күҙҙәренә йәш алып.
Оло ҡайғы кисергән ата-әсәләргә сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. “Хәтер баҡсаһы” янынан үткәндә егеттәребеҙгә арнап ултыртылған һомғол ҡарағайҙар ҙур иҫтәлек булып үҫһен. Һәр юлаусы уларға ҡарап Фирғәт менән Иштуғанды иҫкә төшөрөр тип уйлайбыҙ.
"Ауыл уттары"