«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 8 июлдә, оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. "Бөгөн "Башинформ"мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров тыуған көнөн билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Фәнүр Мөхәррәм улы бик мөһим йүнәлештә эшләй, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау менән шөғөлләнә. Мин һеҙгә эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – ысын илһөйәр һәм яугир, – тине Радий Хәбиров, Фәнүр Йәғәфәровҡа лайыҡлы награданы тапшырып.
Беҙ ҙә Фәнүр Мөхәррәм улын юбилейы, оло наградаһы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.
Фото: скриншот