Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
16 Май 2022, 08:12

Фәриҙә Ғаззалова йырлай!

Әйткәндәй, бөгөн Фәриҙә Ғаззалованың тыуған көнө. Яратҡан йырсыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре, алҡыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фәриҙә Ғаззалова йырлай!
Фәриҙә Ғаззалова йырлай!

Уны тамашасылары шул тиклем яратып, үҙ итеп, "һандуғас" тип йөрөтә. Ахыры, моң өсөн һинең йөрәгеңдең ҙурлығы түгел, хистәр кисерергә һәләтле булыуы кәрәклерәктер ул, моғайын, тип уйлайһың уны тыңлаған һайын. Башҡорт эстрадаһының иң матур тауыштарының береһе, йәш йырсы Фәриҙә ҒАЗЗАЛОВА менән сәнғәт, башҡорт эстрадаһы, уның үҙенең тормошо тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Әй ҡыҙы

Мин Салауат районы Лағыр ауылында Әй һыуын эсеп, Әй һыуын ҡойоноп үҫтем. Бала саҡ ниндәйҙер бер мөғжизә, бәхетле мәл булып хәтерҙә ҡалған. Хәҙер мине һәм һеңлемде тәрбиәләп үҫтергән олатай менән өләсәй иҫән түгел, улар булмағас, өйҙөң дә йәме юҡ, йыш ҡайтып та булмай. Ваҡыт булғанда туғандарға ҡайтырға тырышһаҡ та, танһығымды был ғына баҫа алмай. Ауылым иҫемә төшһә, бәғерҙәр өҙөлә, нишләптер, кендек ҡаны тамған ер күңелемә яҡын. Ошо һағыныу хисен йырҙарыма ла һаламдыр, сөнки минән, ни эшләп йырҙарың шул тиклем моңһоу, тип йыш һорайҙар. Ауылым, туғандарым төшөмә генә инһә лә ҙур шатлыҡ кисерәм. Холҡомда салауаттарға ғына хас саялыҡ бар, һары башҡорттар, тип йөрөтәләр беҙҙе. Беҙҙә халыҡ шаян да, шул уҡ ваҡытта ҡаты ла була белә.
Тауышым барлығын кемеһе алдараҡ күргән-тойғандыр, һәр хәлдә, мине ун йәшемдә генә Өфөгә уҡырға ебәрҙеләр. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатында уҡыным. Унда Тәнзилә Үҙәнбаева тәүләп миңә халыҡ йырҙарын өйрәтә башланы. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы хәстәре менән беренсе тапҡыр бәйгелә ҡатнаштым, "Ирәндек моңдары"нда 3-сө урын алдым, ул ваҡытта миңә 12 йәш ине.

Халыҡ йыры тураһында...

Әле лә башҡарам халыҡ йырҙарын, бигерәк тә "Зөлхизә"не яратам. Ғөмүмән, халыҡ йырҙарының ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары тураһында һөйләгәндәре күңелгә яҡын. Арабыҙҙа быуаттар ятһа ла, мин Зөлхизәне лә, Ғилмиязаны ла, Зәлифәкәйҙе лә, Сәлимәне лә аңлайым, улар тойғанды күңелемдән ҡабат-ҡабат кисерәм. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы бөгөн дә улар кеүек сибәр ҙә, уңған да, ҡыйыу ҙа, сабыр ҙа, илһөйәр ҙә, һөйгән йәренә тоғро ла булырға тейешлеккә инанғанмын. Әле сәхнәлә башҡорт халыҡ йыры үҙенсәлекле бер үҙгәреш осоро кисерә. Бөгөнгө быуын тамашасыһының йырҙы тыңлауы ла үҙенсә, улар өсөн ритм мөһимерәк. Әлбиттә, халыҡ йырын уларға яраҡлаштырыу мөмкин булмаған хәл. Сөнки борондан уҡ шундай юғары, профессиональ кимәлдә эшкәртелгән һәм заманға яраҡлаштырып, яңыса аранжировкалар яһау уны боҙоуы ла бар, тигән хәүефтәрҙе мин ихтирам итәм. Эшләгәндә лә кәңәшләшеп, ҡурай, баян ҡушыу дөрөҫөрәк булыр ине. Шуға ла әлегә заманса эшкәртелгән халыҡ йырҙарын йырларға ҡыймайым, бының өсөн тамашасы өлгөрөп етергә тейеш.

Эстраданың үҙ ауырлығы

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, бер йыл Благовещен районында мәктәптә һәм балалар баҡсаһында уҡытып йөрөнөм. Уҡытыу эше оҡшап китте, үҙемде ошо һөнәрҙә таптым кеүек ине. Училищела төплө белем алаһың, классиканы ла, камера музыкаһын да, халыҡ йырҙарын да йырларға өйрәнәһең. Шулай ҙа юғары белем алырға кәрәклеген тойоп, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Шул уҡ ваҡытта мине "Гәлсәр һандуғас" проектында ҡатнашырға саҡырҙылар. Эстрадала ижад итеүҙең ауырлығын белгән булһам, аңлы рәүештә уға килер инемме икән, әйтә алмайым. Ошо проект мәлендә мине халыҡ таный башланы, сәхнәлә сығыш яһауҙың тәмен тойҙом, шуға ла мин уға ныҡ рәхмәтлемен. Училищела бергә уҡыған курсташтарым - Рөстәм Шаһыбалов, Рәдиф Зарипов, Айгөл Һағынбаевалар менән бергә ҡатнаштым "Гәлсәр һандуғас"та. Башҡорт эстрадаһы хәҙер яйлап үҫешә, талантлы, матур тауышлы йәштәр күп килә. Эстрадала һәр кем үҙенә үҙе юл ярырға тейеш, тиҙәр ҙә ул, тик дәүләттең иғтибары ла мөһим. Йырсыларҙы берләштереүсе ниндәйҙер бер ойошма ла кәрәктер, моғайын. Беҙҙең республикала йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе меценаттар ҙа юҡ. Шуға ла эстраданың кимәле, йырҙарҙың, аранжировкаларҙың сифаты тураһында һүҙ йөрөтөүе ауырыраҡ.

Яҡындарым һау булһын

Йырсыларҙы сәхнәлә лә, тормошта ла ныҡ әүҙем кешеләр, тип уйлаусылар хаталана. Мин шул тиклем өйҙә ултырырға, тәмле итеп ашарға бешерергә яратам. Ирем дә, улым да ваҡ бәлеш, ыумаслы аш яраталар. Улыма 5 йәш, уны бейеүгә лә, гимнастикаға ла, вокалға ла йөрөтәбеҙ. Мин күберәк гастролдәрҙә, шуға ла был бурыс атаһының иңендә. Малай булғас, миңә еңелерәк булды, ҡыҙ булһа, ҡалдырып йөрөүе ауыр булыр ине, тип уйлайым. Буйым бәләкәй, шуға сәхнә кейемдәре таба алмай йонсой инем элек. Сәхнәлә лә, тормошта ла яҡын дуҫым булған Альбина Килдейәрова мине тегергә өйрәтте. Бөтөн костюмдарҙы уның бергә үҙебеҙ тегәбеҙ. Йырҙар ҙа яҙабыҙ. Ғөмүмән, Альбина бар яҡлап маһир, талантлы.
Ғүмер бер генә икәнен аңлап, матур итеп, татыулыҡта йәшәргә кәрәк. Ниндәй генә ҡыйын хәлдәр булмаһын, бер нәмәне лә ҙур бәлә итеп ҡабул итмәйем. Туғандарың, яҡындарың, үҙең сәләмәт икән, донъяла барлыҡ проблемаларҙы ла еңеп сығып була. Ауырлыҡтар кешене нығыта ғына ул.

Шулай итеп...
Йыр һәм моң халыҡтыҡы, шуға ла йырсы уны түкмәй-сәсмәй кире халыҡҡа ҡайтарырға тейеш, тип иҫәпләй Фәриҙә. Йырҙарына талапсан булыуы ла ошонан киләлер йырсының. Тамашасы иһә уны һандуғастай моңло булыуы өсөн үҙ итә. Нимә генә тиһәң дә, күңелдәрҙе моң ғына берләштерә, йыр ғына йәшәү көсө бирә ала.

     Ләйсән НАФИҠОВА

Автор:
Читайте нас: