Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
18 Май 2022, 08:20

Бөгөн Илшат Яхинға 49 йәш тулыр ине

Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ҙур эштәр башҡарып өлгөрҙө ул. 

Бөгөн Илшат Яхинға 49 йәш тулыр ине
Бөгөн Илшат Яхинға 49 йәш тулыр ине

Арабыҙҙан иртә киткән билдәле композитор, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка өлөшө мөдире Илшат Яхинға бөгөн 49 йәш тулған булыр ине. 

Оҫта баянсы, композитор һәм аранжировкалаусы Илшат Ғәббәс улы 1973 йылдың 18 майында Учалы районының Ҡотой ауылында тыуған.

1988 йылда хәҙерге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инә. Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын баян класы буйынса тамамлаған. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына баян класы буйынса уҡырға инә.

Студент сағынан Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе булып эш башлай. Был коллектив составында Франция, Греция, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалалрында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 2001 йылдан “Каруанһарай” төркөмөнөң аккомпаниатр-концертмейстеры була, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының музыка өлөшө мөдире итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. 

Илшат Яхин республика кимәлендәге сараларҙың композиторы һәм аранжировкалаусыһы, музыка биҙәлеше авторы: “Башҡорт йыры”, балалар араһында “Байыҡ” бәйгеһе һәм башҡалар. Шулай уҡ “Ете ҡыҙ” йырлаусы фонтанының музыкаль материалын ул әҙерләгән.

Фото: "Башинформ"

 

Автор:
Читайте нас: