Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
26 Май 2022, 20:30

Мәсетле оҫтаһы

Фәнил Ғабдулла улының коллекцияһын төрлө ҡоштар, кеше буйлы хайуандар, айыуҙар менән эскәмйә һәм башҡа һындар биҙәй.Ә һеҙҙең яҡта Фәнил кеүек алтын ҡуллы кешеләр бармы? 

Мәсетле оҫтаһы
Мәсетле оҫтаһы

Әжекәй ауылында һөнәренә ысын мәғәнәһендә тоғро, мауығыусан кеше йәшәй. Бөгөн һүҙебеҙ тирә-яғында матурлыҡ булдырған, һәр әйберенә күңел йылыһын һалып эшләгән оҫта хаҡында булыр.
Фәнил Ғәтиәтуллин үҙе тураһында бик үк һөйләп бармай. Әммә уның ижади кеше икәнен аңлау өсөн ихатаһына инеү ҙә етә. Төп хужалыҡ ҡаралтылары һәм йорт яны биләмәһе уның ҡулдары менән төҙөкләндерелгән, тейешле тәртиптә тотола. Ихатала беседка янында ағастан эшләнгән болан өйөрө ҡаршы ала, өйгә ингән ерҙә ботаҡтарҙан семәрле эскәмйәләр ҡуйылған – быларҙың барыһы ла оҫтаның ҡулдары “алтын” икәнен әйтеп тора.
Фәнил Ғәтиәтуллин күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе колхозда эшләгәнлектән, хужалыҡта иртә хеҙмәткә өйрәнергә тура килә. Әйткәндәй, ул осорҙа күп тиҫтерҙәре өсөн был ҡәҙимге күренеш була. Ихата тирәһендә мәшәҡәттәр күп, әммә ул атаһының ауылдаштарына тәҙрә рамдары, йөҙлөктәр һәм хатта йорт йыһаздары эшләгәнен һәр ваҡыт күреп йөрөй. Шулай итеп, атаһының оҫталығы улына мираҫ булып ҡала.
Мәктәпте тамамлағандан һуң йыл ярым колхозда эшләй. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына уҡырға инә. Ул ваҡытта ағаһы нәҡ ошо уҡыу йортон тамамлай һәм йәш егет уның эштәренән илһамлана. Талдан үреү серҙәренә төшөнөп, диплом эшен ошо тема буйынса яҡлай.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Фәнил Ғабдулла улы өс йыл Оло Аҡа мәктәбендә рәсем һәм һыҙым буйынса уҡытыусы була. Һуңғараҡ илдәге үҙгәрештәр шауҡымы уны үҙен икенсе йүнәлештә һынап ҡарарға мәжбүр итә: крансы, төҙөүсе, урмансы булып эшләй. Йылдар уҙа, тик ағас эшенә ҡыҙыҡһыныу һүрелмәй – бөтә буш ваҡытын ул оҫтаханала үткәрә: йорт йыһаздары, өй кәрәк-яраҡтары әҙерләй. Ауылдаштары ла мөрәжәғәт итә.
Ағас эше оҫтаһы тураһындағы хәбәр районға тиҙ тарала. Һәм ул балалар шифаханаһы өсөн ағастан алты фигураға тәүге заказ ала. Ҡәҙимге ағасты скульптураға әүерелдереү процесы уны ныҡ мауыҡтыра. Шулай итеп уның был эше тормошондағы иң мөһим шөғөлдәрҙең береһенә әйләнә.
– Ағастан һын киҫеү – ул нескәлек һәм таҫыллыҡ талап иткән оҙайлы процесс. Бер әйберҙе эшләүгә ике аҙна, ә ҡайһы берҙә, ҡатмарлығына ҡарап, унан да күберәк ваҡыт китә, – тип һөйләй оҫта.
Уның бер кемгә лә бирмәй торған эштәре лә бар. Уларҙы үреп яһалған ҡойма менән уратып алынған ихаталарында күрергә мөмкин. Фәнил Ғабдулла улының коллекцияһын төрлө ҡоштар, кеше буйлы хайуандар, айыуҙар менән эскәмйә һәм башҡа һындар биҙәй.
Изделиелар өсөн материалды үҙе эҙләй: төпсөк, кәкре ағас, ел ауҙарған ағас олоно. Бындай әйберҙәрҙе ҡайҙан табырға мөмкин булыуын ҡайһы берҙә халыҡ әйтеп ебәрә, ҡайһыларын таҡта ярыу урындарынан үҙе һатып ала.
Оҫта ҡулында ағастан ғына түгел, тимерҙән дә мөғжизәле әйберҙәр барлыҡҡа килә, ә уның нигеҙен таштан һала. Мәҫәлән, Әжекәй ауылына ингән ерҙәге стеланың проектын ул төҙөгән, тимерҙән яһалған иң ҙур эш – ҡанаттарын йәйгән дүрт метрлыҡ бөркөт. Шулай уҡ оҫта бер нисә йыл буйына боҙ ҡаласыҡтарын биҙәү һәм төҙөү менән шөғөлләнә.
Ул күп тапҡыр район, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ағымдағы йылда “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестивале барышында республика халыҡ ижады үҙәгенән килгән комиссия уның оҫтаханаһындағы эштәрен баһаланы һәм халыҡ оҫтаһы исеменә лайыҡ тип тапты.
Һөнәрсене бөтә яҡлап ҡатыны Айгөл Ғәтиәтуллина илһамландыра һәм ярҙам итә, уның мауығыуын хуплай. Ул да – рәссам, Балалар сәнғәт мәктәбендә балаларҙы һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтә. Ҡайын туҙынан әйберҙәр эшләй, тормош иптәше менән бергәләп этюдтар яҙа.
Уларҙың һәр ижадында – ҡабатланмаҫ колорит һәм күңел йылыһы. Бындай матурлыҡты бары кеше ҡулдары ғына булдыра ала.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:
Читайте нас: