Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Июнь 2022, 09:39

Аграр университеты ҡыҙҙары — беренсе

Афарин, ҡыҙҙар!

Аграр университеты ҡыҙҙары  —  беренсе
Аграр университеты ҡыҙҙары — беренсе

Башҡорт дәүләт аграр университетының гандбол командаһы Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһында алтын яуланы. Был турала Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Салауатта Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы сиктәрендә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында гандбол буйынса финал турнирҙары тамамланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Кубань дәүләт физик культура, спорт һәм туризм университетының ир-егеттәр йыйылма командаһы һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ҡатын-ҡыҙҙар командаһы уйындарҙа алтын миҙалдар яуланы.

Универсиада-2022 финалы матчында БДАУ йыйылмаһы Кубань дәүләт физик культура, спорт һәм туризм университеты спортсыларын 34:29 иҫәбе менән еңде.

Әйткәндәй, Салауат ҡалаһы ҡабул итәсәк Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы программаһында өҫтәл теннисы буйынса ярыштар ҡаралған. Улар Рәсәйҙең 16 төбәгенән 17 юғары уҡыу йорто исеменән сығыш яһаған 96 спортсы ҡатнашлығында 26-30 июндә үтә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: