Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Июнь 2022, 13:35

Яратҡан йырсыбыҙҙы юғалттыҡ

Бәхил бул, яратҡан йырсыбыҙ. Һинең моңдарын халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле. 

Яратҡан йырсыбыҙҙы юғалттыҡ
Яратҡан йырсыбыҙҙы юғалттыҡ

Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында СССР эстрадаһында йондоҙ булып балҡыған  Юрий Шатунов мәрхүм булған. 15  йәшендә  миллионлаған тамашасыһын йыр-моңдары менән ҡыуандыра – Рәсәй буйлап гастролдә йөрөй үҫмер. 
Ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған Юра 1973 йылда Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылында донъяға килә. Малайға өс йәш тулғанда атаһы Василий Клименко ғаиләнән китә, ә 11 йәшендә әсәһе үлеп ҡала. Ошонан һуң башлана ла инде малай алдында төрлө һынауҙар. Тәүҙә өләсәйҙәрендә йәшәй, улар ҙа донъя ҡуйғас, Юраны балалар йортона тапшыралар. Унан ҡасҡан малай бер аҙҙан интернатҡа барып эләгә.
Йырсы 2000 йылдан бирле Германияла йәшәй. Ҡатыны Светлана менән Дэннис һәм Эстелла исемле балалар үҫтерә. Әйткәндәй, Юраның атаһы бөгөн Күмертау ҡалаһында йәшәй. Бала сағындағы ауырлыҡтарҙы онота алмаған йырсы: "Атайым менән ҡыҙыҡһынмайым, ул миңә бар ни ҙә, юҡ ни", – ти ине.

Йырсының директоры Аркадий Кудряшов әйтүенсә, 48 йәшлек артистың йөрәгенә инфаркт булған - "Ашығыс ярҙам" машинаһында йөрәге туҡтаған. 

Фото: артистың шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: