Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
8 Август 2022, 22:30

БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Байназарға үҙе килгән

Ни өсөнмө? 

БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Байназарға үҙе килгән
БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Байназарға үҙе килгән

БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов данлыҡлы Шүлгән мәмерйәһендә, яңы төҙөлгән музей комплексында булып киткән. 

-Тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап сәфәрҙәр миңә һәр ваҡыт энергия һәм көс бирә. Ошондай мөмкинлек килеп сыҡһа, яңы тәьҫораттар алыр, ял итер өсөн ғаиләбеҙ менән мотлаҡ сәйәхәткә сығырға тырышабыҙ.

Үткән ял көндәрендә “Шүлгән-Таш” музей комплексына барҙыҡ. Музейҙа бөгөнгө заман менән боронғо мәҙәниәт, технологиялар һәм тәбиғәт үҙенсәлекле рәүештә бергә сағылыш тапҡан. Кем быға тиклем унда булмаған, мотлаҡ барырға тырышығыҙ. Балаларға ла, үҫмерҙәргә лә бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Ләкин минең сәфәремдең был юлы тағы ла бер мөһим миссияһы бар ине - Байназар егете Айҙар Зәйнуллиндың часы командованиеһының Рәхмәт хатын тапшырыу өсөн Байназар ауылына унәң әсәһе Инзирә Әмир ҡыҙына һуғылдым.

Айҙар Зәйнуллин әсәһенең лайыҡлы улы, Ватанының ысын һаҡсыһы. Ул 2015 йылда армияға алынған. Десант-штурм дивизияһында хеҙмәт иткән. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһының эске ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хеҙмәтен дауам итә. Күп кенә награларға лайыҡ булған. Әлеге ваҡытта Шали ҡалаһында өлкән наводчик вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.

Беҙ Башҡортостаныбыҙҙың ошондай улдары менән ғорурланабыҙ, - тип яҙған вице-премьер үҙенең сәхифәһендә.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Автор:
Читайте нас: