Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
15 Сентябрь 2022, 11:00

Бөгөн Булат Йосоповтың көнө!

Булат Тимер улын тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөгөн Булат Йосоповтың көнө!
Бөгөн Булат Йосоповтың көнө!

Булат Тимербай улы Йосопов 1973 йылдың 15 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университетының (Всероссийский государственный университет кинематографии имени С. А. Герасимова) режиссёр факультетын тамамлаған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы. Булат Тимер улы төшөргән "Беренсе Республика", "Бабич "Наган", "Визит, "13 раунд",  "Арҡайым сере",  "Айыу (мини-сериал)",  "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Сөмбөлдөң етенсе йәйе"  фильмдарын тамашасылар йылы ҡабул итте. 2004 йылда «Vista Vision» студияһын ойоштора, ике сериал һәм бер ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә. «Айыу»сериалы ТВЦ һәм НТВ Донъя үҙәк телеканалдарынан күрһәтелә. 2009 йылда Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ярҙамы менән "Булат Йосопов киномәктәбе"н аса, уның төп маҡсаты: бөтә теләүселәрҙе кинола үҙ уй-фекерҙәрен дөрөҫ сағылдырыуға өйрәтеү.

Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: