Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Сентябрь 2022, 11:21

"Ғаиләмдән - бәхет, эшемдән йәм алам..."

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилә Сәйетова ғүмер байрамын билдәләне. Яратҡан артисыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

"Ғаиләмдән - бәхет, эшемдән йәм алам..."
"Ғаиләмдән - бәхет, эшемдән йәм алам..."

Арабыҙҙа һәр көндән, тормоштан йәм табып йәшәгән матур кешеләр бар. Ундайҙарға күңел үҙенән үҙе тартылып торған кеүек. Әйтерһең дә, ер йөҙөнә гөл сәскәләр бүләк иткән яҙ ҡояшы балҡый! Күңел бөтөнлөгө, ихласлыҡ – ошо ике һыҙат хас тормошто яратҡандарға. Ә инде ул һыҙаттарға тағы ла талант һәм матурлыҡ та ҡушылһа, иҫ киткес ҡатын ҡыҙ образы барлыҡҡа килә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Зилә Сәйетова ана шундайҙарҙан да инде! Уның менән аралашыу үҙе бер байрам кеүек. Ихласлыҡ, мөләйемлек, ябайлыҡ бөркөлгән ҡатын үҙен бер ваҡытта ла сәхнә йондоҙо итеп иҫәпләмәй. Әммә ул тормошон театр сәнғәтенә арнап, Аллаһы Тәғәлә биргән талан ты менән үҙ бурысын үтәй – сәхнәгә хеҙмәт итә.

– Зилә апай, әйҙәгеҙ әңгәмәне бала саҡтан башлайыҡ. Беҙ, ғәҙәттә, артистарҙың бәләкәйҙән шаян, йор һүҙле булыуына күнеккәнбеҙ. Һеҙ ниндәй бала булдығыҙ?

– Мин, киреһенсә, тыныс, баҫалҡы, хатта оялсан булдым. Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуһам да, бала сағым Белорет райо ны Әзекәй ауылында үтте. Иҫ киткес матур тәбиғәт: ҡуйы урмандар, ҡаялы бейек тауҙар, саф һыулы шишмәләр... 5-се класҡа тиклем өләсәй тәрбиәһендә булдым. Иң оло ейәнсәр, ул саҡта бер бөртөк кенә инем әле. Шулай ҙа мине артыҡ иркәләтмәнеләр. Мохтажлыҡ күрмәнем, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт тәрбиәһе лә алдым. Бесән, утын әҙерләштем, йәй емеш-еләк йыя инек, көйәнтә менән һыу ташыған да иҫтә ҡалған. Өләсәйем бер генә эште өйрәтмәне – һыйыр һауа белмәнем. Ул үҙе оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләне, ауыр хеҙмәт икәнен һәр кем белә. Моғайын, ейәнсәрен бер аҙ ҡурсығыһы килгәндер. Тәбиғәт ҡосағы тигәндән, беҙ һауынсылар менән һәр йәй тиерлек йәйләүҙә йәшәй торғайныҡ.
Әсәйем Өфөлә эшкә урынлашып, ныҡлы төпләнгәс, мине үҙе янына күсереп алды. Өйрәнеп китеүе ауыр булды, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа тәүге осорҙа һағынып илаштыра инем. Ҡустым Урал тыуғас, шуға әүрәнем. Хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20- се башҡорт ҡала гимназияһына уҡырға бирҙеләр. Рус телен һәйбәт белмәйем, тип ҡайғыра инем, уҡытыу башҡорт телендә булғас, тиҙ өйрәнеп киттем. Уҡытыусылар ҙа, класташтарым да үҙ итеп торҙо. Ул мәктәптә элек-электән башлыса интеллигенция вәкилдәренең балалары уҡый. Һәр ваҡыт тәртип, тәрбиә матур булды.

– Артист булыу теләге ҡасан уянды?

– Аныҡ ҡына әйтә алмайым. Бәләкәйҙән үк бар ине ул, тик был турала кемгәлер һөйләргә лә ояла торғайным. Белорет районының тау-урмандар араһында ултырған ауылға концертспектаклдәр бик килмәй торғайны. Йырсы Ғәли ағай Хәмзин беҙгә алыҫ ҡына туған була, онотҡанда бер үҙ бригадаһы менән концерт ҡуйырға ҡайта торғайны. Артистар менән беҙгә килеп, сәй эсеп китәләр. Уларҙы оялып та, һоҡланып та ситтән күҙәтәм.

Төпкөл ауыл булһа ла, һәр йортта радио һөйләп торҙо. Театр менән уның аша таныштым: көн һайын эфирға радиопостановкалар сыға. Мин уларҙы йырға ҡарағанда ла яратып тыңлай торғайным. Гәзит-журналдарҙа артистар тураһында мәҡәлә сыҡһа, йотлоғоп уҡыным, улар кеүек булырға хыялландым. 20-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәликә Йосопова алып барҙы. Дәрестә хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы ролдәргә бүлеп уҡыта торғайны. Ғөмүмән, уның һәр дәресе ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Шул саҡта теге радиопостановка тыңлауҙарым иҫкә төштө лә инде. Башҡорт академия драма театрына спектаклдәргә йөрөй башланыҡ. Береһендә беҙгә класс менән сәхнә артына экскурсия ойошторҙолар. Ул саҡтағы кисерештәрҙе һүҙ менән аңлатып булмай – үҙемде тылсымлы донъяға эләккәндәй хис иттем. Артист булырға тигән хыялым тағы ла нығынды, хатта тормош маҡсатыма әүерелде.

– Сәнғәт институтына уҡырға инеүе ауыр булдымы?

– Оялсан холҡом тураһында әйтеп үттем бит инде. Нисек имтихандар биргәнмен дә, нисек уҡырға алғандарҙыр – һаман аптырайым. Унда бит әле әҙерләнергә лә кәрәк. Иптәшкә әхирәтемде өгөтләп алып барҙым. Ул конкурстан үтә алманы. Ә мин һәр турҙан һуң исемлектә үҙемдең фамилияны күреп шатланам. Шулай итеп театр факультеты студенты булып киттем. Имтихандар алдынан ғына әсәйем дауаханаға эләкте. Артист булырға теләүемде уға ла әйтмәгән инем хатта. Уҡырға инеүем миңә генә түгел, әсәйем өсөн дә көтөлмәгән хәл булды.Улмине йә табип, йә үҙе кеүек ашнаҡсы булыр тип көтөп йөрөгән.

– Ә оялсанлыҡ артист кешегә ҡамасаулаймы?
– Әлбиттә, ҡамасаулай. Оялсанлыҡ арҡаһында мин артист булараҡ бик әкрен, яй асылдым. Тәүге осор хатта сәхнәгә сығырға ла тартына инем. Сабырлыҡтары өсөн режиссерҙарыма рәхмәтлемен: көттөләр, асылырға ярҙам иттеләр. Был холҡом менән нисек сәхнә һөнәре
һайлағанмындыр, һаман да аптырайым. Эшләйэшләй тәжрибә туплана. Хәҙер оялсанлыҡты еңергә өйрәндем. Сәхнәгә сыҡҡас онотолаһың: спектаклдәге хәл-ваҡиғалар менән йәшәй башлайһың, яныңдағы партнерҙарыңдан башҡа бер кемде лә күрмәйһең. Ә тамашасы залынан бары тик энергетика ғына килә. Хатта кем яратып ҡарауын, кем битараф икәнен аңларға була.

– Сәхнәлә төрлө хәлдәр була бит инде. Уларҙан нисек сығырға була?

– Артистың ярты уңышы – партнерҙан. Мәҫәлән, уйнап йөрөгәндә һүҙен оноттоң икән, ти. Оҫта, талантлы партнерың күҙ ҡарашыңдан уҡ һиҙеп, ярҙам итеп ебәрә. Хатта тамашасы уны аңламай ҙа ҡала, шулай тейеш икән тип уйлай. Ул оҫталыҡ йылдар менән килә. Ә инде ярҙам итер кешең булмаһа, көтөлмәгән хәлдәрҙе нисек тә булһа үҙеңә йырып сығырға тура килә инде. Был актер һөнәренең сере.

– Театрҙағы тәүге ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?

– Ҡурҡыныс төш кеүек, онотолмаҫлыҡ булды ул. Театр репертуарында Сәүиә Сираева, Ринат Басариев, Әхтәм Әбүшаһманов, Роза Кәримова кеүек билдәле артистар уйнаған “Алтын балта” әкиәте бар ине. Эшкә урынлашып, 2 – 3 көн генә ваҡыт үткәйне, Роза апай ауырып китеп, мине көтмәгәндә уның урынына уйнарға ҡуштылар. Репетицияһыҙ, әҙерлекһеҙ килеш сәхнәгә сыҡтым. Етмәһә, ул әкиәтте уға тиклем бер генә
тапҡыр ҙа ҡарарға тура килмәгәйне. Иҫләһәм, бөгөн дә оят һәм ҡурҡыныс булып китә. Ситтән ҡарағанда бигерәк тә килбәтһеҙ булғанмындыр инде. Уйнаманым, ә бары тик костюм кейеп, сәхнәлә генә йөрөнөм. Байтаҡ йылдар үткәс, шул уҡ әкиәтте режиссер Илнур Муллабаев ҡабат сәхнәләштерҙе. Унда мин Байбисә ролен уйнаным. Үҙемә тәғәйен булған тәүге ролем дә уңышһыҙ булды. “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклендә ҡыҙ образы бирелгәйне. Әйтеүемсә, оялсан булыуым ҡамасауланымы, әллә образды аңламаныммы – килтереп сығара алманым. Өс дублер инек, аҙаҡ Альбина Кашанова менән Гөлфиә Рафиҡова ғына уйнаны.

– Ә күңелегеҙгә яҡын ролдәр бармы? Ниндәй драматургияны яратаһығыҙ?

– Артист кешенең ниңә йөрәге ауырта беләһегеҙме? Сөнки ул һәр ролен уның аша үткәрә. Хәсрәт тә, ғазап та, шатлыҡ та йөрәктә үҙ эҙен ҡалдыра. Шуға күрә, яратмаған роль булмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫлөккә тап килә. Нисек инде күңелең аша үткәреп тыуҙырған образды яратмаҫҡа мөмкин – ул бит минең бер өлөшөм. Үҙем милли драматургияны яратам – үҙ стихияңда йөрөгән кеүекме ул, күңелгә яҡыныраҡмы, аңлата алмайым. Шул уҡ ваҡытта, сит милләт драматургияһы ла күңелгә яҡын була. Мәҫәлән, Сыңғыҙ Айтматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” әҫәре лә оҡшай, спектаклен дә яратам. Тик шуны оноторға ярамай: актер кеше һайлай алмай, роль бирелһә – оҡшаһа ла, оҡшамаһа ла, һинең халәтеңә тап килмәһә лә, сығарырға, уйнарға тейешһең.

– Студент йылдарына әйләнеп ҡайтҡанда, һеҙҙе кемдәр уҡытты?

– Курс етәксеһе Рифҡәт Исрафилов булды. Шулай уҡ Булат Хәйбуллин, Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Күсимова, Тамара Хоҙайбирҙиналарҙа белем алыу бәхете тейҙе. Вокал буйынса Мәжит Алкин уҡытты, тик мин артыҡ тырышманым: йырға талантым юҡ кеүек ине. Әлеге лә баяғы оялыу инде (көлә. – Авт.). Беҙҙең курс бик үҙенсәлекле булды: ғаилә парҙары бик күп. Гөлнара менән Алмас Әмировтар, Айгөл менән Рәсүл Ҡарабулатовтар, Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар, Азамат Хәлилов та бер курсҡа алдауҡыған Зөлфиәгә өйләнде. Уларҙан тыш, беҙҙең менән бергә Юнир Ғәйнуллин, Светлана Хәкимова, Марс Итбаев мәрхүм уҡыны. Һабаҡташтар менән һаман да аралашабыҙ,ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Бик татыу курс булдыҡ.

– Шулай уҡ Алмаз ағай менән һеҙ ҙә сәстәрегеҙҙе сәскә бәйләгәнһегеҙ. Уның ниндәй холҡо оҡшай? Тәү ҡараштан мөхәббәт булдымы?

– Мин хатта уның тәүге тапҡыр күргәндәгекейемен дә хәтерләйем: текә яғалы күлдәк менән“банан” салбар кейгән ине, ҡулында – дипломат. Йәй имтихан тапшырғанда ул булманы, көҙ өҫтәлмә имтихандар ойоштороп, тағы ла дүрт егетте уҡырға алдылар. Лекция башланырға ғына торғанда бер егет
аудиторияға килеп инде лә, сәләмләп, барлыҡ студенттарҙы күҙҙән үткәрҙе. Аҙаҡ минең яныма килеп ултырҙы ла: “Беҙҙең урындар йәнәш!” – тине. Рөхсәт һораманы, ә кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп әйтте. Илеш районынан килгән Алмаз Сәйетов булып сыҡты ул. Шулай дуҫлашып киттек. Сумкамды тотоп, өйгә тиклем оҙата бара торғайны. Уҡыу менән бер рәттән академтеатрҙа монтер булып эшләп тә йөрөнө. Шул саҡта уҡ уның хәстәрлекле ир булырын һиҙгәнмендер ул. Алтын сылбыр бүләк итте, ул мәлдә иҫ киткес ҙур биҙәүес ине бит ул. Студент йылдарында уҡ ғаилә ҡорған булыр инек, моғайын, тик үгәй атайым диплом алмайынса кейәүгә сыҡмайһың, тине. Ололар һүҙе закон – уҡып бөткәс тә өйләнештек.

Алмаз ғаилә өсөн өҙөлөп торған ир – мохтажлыҡ кисермәнек, һәр ваҡыт эшләй, аҡса таба. Ҡыҫҡаһы, хәстәрлекле ғаилә башлығы. Нимә эшләһәм дә, ярҙам итә. Арыҫлан бәләкәй саҡта төндә тороп бәүелтеп тә ултыра торғайны. Әле ҡала ситендә йорт төҙөй, ял һайын нимәлер эшләй, төҙәтә, үҙгәртә. Ялҡау түгел, килгән кешегә ҡунаҡсыл. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була бит инде, шуларҙы нисектер еңел генә итеп үткәреп ебәрә белә. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-егет!

– Ә икегеҙҙә бер театрҙа эшләргә мөмкинлек булманымы?

– Студент саҡта бергә уйнаһаҡ ине, тип хыяллана торғайным. Ә диплом алғас, бик ҡыҙыҡ булды ул. Алмазды академтеатрға эшкә саҡырҙылар. Ә беҙгә – Юнир Ғәйнуллин, Марс Итбаев һәм миңә Сибай башҡорт дәүләт драма театрына юллама бирҙеләр. Йәшлек йүләрлеге булғанмы инде, әллә театр тип йән атыумы, белмәйем – яңы ҡауышҡан иремде, әсәйемдәрҙе ҡалдырып, сит ҡалаға юлландым. Артабан нимә булыр, Алмаз яныма күсеп килерме, тип уйлау ҙа юҡ. Төнөн поезд менән юлға сыҡтым да, таң менән Сибайға барып төштөм. Ел, һыуыҡ – күңелемә ятманы ул ҡала. Дуҫтар ҙа, таныштар ҙа юҡ. Алмазды һағынам, кис етһә, телеграфҡа барып, илай-илай уға шылтыратам. “Килеп алайыммы?” – тигән һүҙе етте, икенсе көнө Өфөлә ултыра инем инде. Беҙҙе айырмаҫҡа булалыр, Рифҡәт Вәкил улы академтеатрға мине режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә алды. Бер генә миҙгел эшләп өлгөрҙөм, улым менән декрет ялына сыҡтым. Аҙаҡ Азат Нәҙерғолов эшкә саҡырғас, Милли йәштәр театрына килдем һәм ныҡлап ижадҡа тотондом. Аҙаҡ икенсе театрға саҡырһалар ҙа, китергә теләмәнем. Башҡа ерҙә эшләүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Алмаз иһә уҡыуҙы тамамлағанда уҡ актер булып эшләргә теләмәне. “Ир-егет аҡса табырға тейеш,” – ти торғайны. Етәксе вазифаһы ла еңелдән түгел. Шуға күрә өй йылыһы менән булһа ла ярҙам итергә тырышам, ваҡ-төйәк мәсьәләләр менән борсомайым.

– Артист эше лә еңелдән түгел...

– Хәҙер бер аҙ еңеләйҙе – оҙайлы гастролдәр юҡ. Ә элек айҙар буйы тәгәрмәс өҫтөндә булдыҡ. Көндөҙ – балалар өсөн әкиәт, кис ололарға спектакль уйнайбыҙ. Ауыл ерендә халыҡ һыпырылып килә, зал туп-тулы. Тик киске эш бөткәс кенә. Уйнап бөткәнсе, ҡайтып ятҡансы таң һыҙыла башлай. Иртәнсәк сәғәт 8-ҙә торорға ла тағы юлға, тағы уйнарға. Бала өйҙә ҡалған, хәл белешергә телефон юҡ. Телеграф ишектәрен һаҡлап тора торғайныҡ. Ғәҙәттә, балалар баҡсаһында, йә лагерҙа йәшәйбеҙ. Унда карауаттар бәләкәй генә, иркенләп йоҡлап та булмай. Магазинда консерванан башҡа бер нәмә лә булмай торғайны. Хәҙер рәхим ит – магазин тулы ярымфабрикат. Тиҙ әҙерләнә торған бутҡаларҙың ғына ниндәйе юҡ. Автобустар уңайһыҙ, юлдар насар. Йәшлек ме - нән йөрөгәнбеҙҙер инде, хәҙер сабырлыҡ етер инеме икән, белмәйем. Зарланыу түгел был, тормош ысынбарлығы. Шулай тейеш тип уйланыҡ та, эшләнек тә йөрөнөк.

– Шул ыҙаларҙы күреп, улығыҙ Арыҫлан артист булырға теләмәгәндер?

– Ул ыҙаланып үҫте тип әйтмәҫ инем – әсәйем алып ҡалырға, ҡарашырға һәр саҡ риза ине. Икебеҙ ике театрҙа эшләгәс, нисектер гастрол - дәр тап килмәй ине. Атаһы юлда саҡта мин өйҙә, йә, киреһенсә. Бер нисә тапҡыр ғына Алмаз миңә әйтмәйенсә үҙе менән гастролдәргә лә алып сыҡҡан булған. Тәрбиәләүҙә мин ҡатыраҡ булдым, шикелле, бер бөртөк булһа ла, елкәгә менеп ултырырға ирек бирмәнек. Ярамайярайҙы белеп үҫте. Баланы арҡыры ятҡанда
тәрбиәләргә кәрәк, буйға ятһа һуң була, тиҙәр. Холҡо формалашһа, үҙгәртеп булмай. Хәҙер инде үҙ тормошобоҙ менән миҫал ғына күрһәтә алабыҙ. Һөнәргә килгәндә, Арыҫлан үҙе үк сәхнәгә тартылманы. Йыр-бейеүгә лә барымы булманы. 
Миңә оҡшап, оялсаныраҡ ине. Бала саҡта минең менән эшкә лә йөрөнө, репитициялар ваҡытында сәғәттәр буйы көтөп ултыра торғайны. Үҫә килә тик минең ҡатнашлыҡтағы премьераларға йөрөнө. Гөлләмә тотоп килә ине. Ә хәҙер инде уның ҡыҙыҡһыныуҙары башҡа. Атаһы институтҡа тиклем Бөрө һөнәрселек училищеһының художество бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Улыбыҙҙың да һынлы сәнғәткә һәләте бар ине. Өфө нефть-техник университетының архитектура бүлеген тамамлап, һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Ғаиләле булып, беҙҙе олатай-өләсәй итеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

– Ижад кешеләре араһында дуҫлыҡ бармы?

– Беҙҙең театрҙа конкуренция тигән нәмә юҡ. Киноларҙа күрһәткән, китаптарға яҙған этлектәр беҙгә ҡағылмай. Шәхсән үҙем уны бөтөнләй аңламайым, ҡабул итә алмайым. Хеҙмәттәш - тәремдең һәр береһенә ярҙам итергә тырышам. Шуға күрә ижадта ла дуҫлыҡ булыуы мөмкин. Тик минең ниндәйҙер һынауҙар булғанда, ауыр саҡта үҙ-үҙемә йомола торған холҡом бар. Ул ышанмағандан түгел, ә тәбиғәтем шулай. Шулай ҙа ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кешеләрем барҙыр тип уйлайым. Күп ижадсылар менән һәйбәт аралашабыҙ, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Каша нова менән дуҫбыҙ тип ышаныслы әйтә алам. Оҙаҡ йылдар бергә эшләйбеҙ, тормошта ла аралашып йәшәйбеҙ. Серҙәребеҙ уртаҡ.

– Ижадтан тыш нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ?

– Ҡыҙыҡһыныуҙар күп. Әсәйемә, өләсәйемә оҡшағанмын – бешеренергә яратам. Әсәйем “Башҡортостан” ресторанында ашнаҡсы булып эшләне, бәләкәйҙән буҙа, гөбәҙиә, бишбармаҡ, тултырма һәм башҡа милли ризыҡтар әҙерләргә өйрәндем. Ғаиләмде, ҡунаҡтарҙы ҡулдан килгән тиклем һыйларға тырышам. Тәбиғәт яратам. Форсат сыҡҡанда миндек әҙерләү, еләк-емеш, шифалы үләндәр йыйыу һылтауы менән урманға сығыуҙан баш тартмайым. Мин үҫкән Белорет районы ҡырыҫ тәбиғәтле. Картуфтан башҡа йәшелсә үҫтерә алмай инек. Һуңғы йылдарҙа, ҡаланан ситтә йорт һала башлағас, баҡсасылыҡ менән ныҡлы ҡыҙыҡһына башланым. Өйрәнсек кенәмен, шулай ҙа оҡшай: сәскәләргә күмдем. Айырыуса георгиндар яратам. Өй тулы гөлдәр. Күрше-күләндән, ғаилә дуҫтарынан һорашам, интернеттан мәғлүмәт эҙләйем. Теплицала ҡыяр менән борос үҫтерәм.

– Үҙегеҙгә тормошта кемде өлгө итеп ҡуяһығыҙ? Кумирығыҙ бармы?

– Кумирҙар юҡ, шулай ҙа мин Башҡорт академия драма театры спектаклдәрен ҡарап үҫтем. Ундағы барлыҡ оло быуын артистарын яратам. Ә минең өсөн башҡорт ҡатындарының өлгөһө – өләсәйем. Холҡо, тырышлығы, уңғанлығы, сабыр - лығы, хатта бер аҙ ҡырыҫлығы – барыһы ла урынлы булды. Олатайым мәрхүм булғас, йәшләй тол ҡалһа ла, өс балаһын аяҡҡа баҫтырҙы. Һынмаҫ, бөгөлмәҫ кеше ине ул. Ябай һауынсы булһа ла, ул шул тиклем халыҡ педагогикаһына таянып йәшәгән ҡатын булған, хәҙер генә аңлайым. Ауыл ҡатындарының балаһын ҡосоп, иркәләп ултырырға ваҡыты булмай. Уның яратыуын бары тик күңел менән тоя инем.

– Сәхнә һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете. Уларҙы йәнәшә ҡуйып буламы?

– Булған хәлдә лә бик һирәктәргә эләгә ул. Әгәр театрҙа йондоҙ булһаң, нимә менәндер ҡорбан итергә тура килә. Көнө-төнө уйнаһаң, ғаиләгә ваҡыт етмәй, тимәк, ирең, балаларың менән ҡорбан итәһең. Ә миңә һәр саҡ ғаиләм беренсе урында булды. Шуға ла артыҡ дан яуламаным, ролдәрем дә аҙыраҡ булды. Зарлан - майым, ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, йорт усағын һаҡлаусы булып ҡалырға тейеш. Ғаиләмдән – бәхет, эшемдән йәм табып йәшәйем. Киләсәктә лә шулай ижад менән йәшәргә яҙһын, ғаиләмдә именлек булһын, тип теләйем.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зилә апай. Матур йөҙөгөҙҙө һәр ваҡыт йылмайыу биҙәһен, ә үҙегеҙ сәхнә биҙәп йәшәгеҙ. Уңыштар һеҙгә!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: