Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
30 Сентябрь 2022, 10:15

Бөгөн Айбулат Хажин тыуған көнөн билдәләй

Айбулат Вәкил улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп,сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөгөн Айбулат Хажин тыуған көнөн билдәләй
Бөгөн Айбулат Хажин тыуған көнөн билдәләй

 

Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.

Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 19972000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 20032007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.

1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

20012008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.

20032008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.

20082009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.

2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

20092010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.

20102014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

20142016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.

20162018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе[1].

2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы[2].

Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы.

Фото: ирекле сығанаҡ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: