Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Ноябрь 2022, 21:05

Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә

 Биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалерына мәрмәр таҡтаташ шәхес үҙе нигеҙ һалған Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә асылды. 

“Умартасылыҡ – башҡорттоң тарихы ла, мәҙәниәте лә, йәшәү сығанағы ла...”

– Әмир Миңнәхмәт улы, теле­ви­зорҙы асһаң, һеҙ һөй­ләп тораһығыҙ, төрлө “тү­ңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыусы ла – һеҙ, республика кимә­лендәге сара­ларҙа күргәҙмә ойоштороусы ла, сит ил­дәр­гә барып, башҡорт прополи­сын күрһәтеп йөрөүсе лә... Барыһына ла нисек өлгө­рәһегеҙ? – Республикала ғына түгел, донъяла билдәле Башҡорт­остан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғил­ми-тикше­ренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир ИШЕМ­ҒОЛОВҠА тәүге һорауым шул булды.

– Барыһы ла кешенең тормошта ниндәй маҡсат ҡу­йы­уынан тора, – тип яуап бирҙе етәксе һәм ғалим. – Кешегә йәшәү өсөн күп нәмә кәрәк: һауаһы ла, һыуы ла, ашар ризығы ла... Шулар рәтендә ҡай­һы берәүҙәр аҡсаны ла күрә. Ләкин уны тормоштоң маҡсаты итеп ҡарарға ярамай. Аҡса – уй-ниәткә өлгәшеүҙәге ярҙамсыларҙың береһе генә. Ә кешенең төп маҡсаты Тыуған иле, халҡы, йәшәгән төбәге ме­нән бәйле булырға, уның һә­ләтен билдәләргә, аҙаҡ бо­ролоп ҡарарлыҡ эш һө­ҙөм­тә­һен тыуҙырырға тейеш. Минең маҡ­сат – аҡса табыу түгел, ә ха­лыҡ­ҡа хеҙмәт итеү. Умар­та­сылыҡ – ул башҡорт халҡының тарихы ла, мәҙәниәте лә, йәшәү сығанағы ла. Мин һәр саҡ шуны күҙ уңында тотам. Умар­та­сылыҡҡа килем табыу сы­ға­нағы тип түгел, ә халыҡҡа хеҙ­мәт итеүҙең бер юлы итеп ҡарайым.

– Һиҙеүемсә, һеҙ, тимәк, бәхетле кеше?
– Был һорауҙы миңә беренсе тапҡыр ғына бирмәйҙәр. Бәхетте һәр кеше үҙенсә аңлайҙыр, моғайын. Кемдер уны яратып башҡарған эшең булыуҙа, бәғзеләр аҡ­са­ла, ҡайһы берәү һөйөклө ғаиләһендә күрә. Улар менән бәхәсләшмәйем, шулай ҙа бәхетте халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә тоям. Кешеләргә аҙ ғына ярҙамым тейһә лә, күңелемә ҙур кинәнес алам. Әйтәйек, әле­ге һөнәремде лә – умартасылыҡты үҫте­реү­ҙе – шул маҡсат менән тығыҙ бәй­лә­йем: был эшмәкәрлек алға киткән һайын халыҡтың көнкүреше лә ниндәйҙер кимәлдә яҡшыра бара бит.
– Халҡым тип яныу, күрәһең, ни­геҙ­ҙә, тәрбиәнән килә. Белеүемсә, һеҙ – халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе Зәйнәб Биишеваның ейәне, атай-әсәйегеҙ ҙә уҡытыусы булған...
– Олоғая барған һайын үҙемдең нәҫел-нәсәп тураһында йышыраҡ уйлайым шикелле. Ата-бабамда “революцион” рух көс­лө булған. Әсәйемдең ағаһы, Ырым­бурҙағы Башҡорт педагогия техникумы директоры, ғалим Абдулла Ибраһимов – Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше. Зәйнәб өләсәйемдең тәрбиәүи йоғонтоһо ла бик юғары булды. Атайым – Теләүембәт урта, ә әсәйем Бикес башланғыс мәктәптәренә етәкселек итте. Әсәйемдең ике апаһы медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәште, ҡустыһы философия фәндәре докторы, профессор исемдәрен алды, атайым яғынан Ҡотлогилде Ишемғолов – 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы. Тоҡомом менән ихлас ғорурланам, илке-һалҡы эшләүҙе уға тап төшөрөү тип ҡабул итер инем. “Һин – умартасылыҡтың фанаты!” – ти миңә ҡайһы бер дуҫ-ишем. Эш фанат булыуҙа түгел, ә шөғөлөңдө яратып башҡарыуҙалыр, тип уйлайым.
– Әмир Миңнәхмәт улы, һеҙ етәксе­лек иткән учреждение – ҡортсолоҡ буйынса төрлө продукция етештергән, эште фәнни нигеҙҙә алып барған бер­ҙән-бер үҙәктер, моғайын. Һәр хәлдә, башҡа ундай ойошма тураһында ишеткәнем йәки уҡығаным юҡ. Үҙәк нисек барлыҡҡа килде, уның бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, Башҡортостан умар­тасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге 10 йыл эшмә­кәрлеге дәүерендә республиканың һәм Рәсәйҙең умартасылыҡ тарихында үҙ уңыштары менән тәрән эҙ ҡалдырып та өлгөрҙө, тип уйлайым. Былай тип һөй­ләргә нигеҙ ҙә бар: уның илдә берҙән-бер һәм донъяла тиңһеҙ структураһы, эшмә­кәрлек системаһы фәнде, етештереүҙе һәм сауҙаны дөйөм циклға берләштерә. Бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы бал йыйған ҡорттарҙың үҙаллы тоҡомо була­раҡ раҫланды, ошо нигеҙҙә ҙур тоҡомсо­лоҡ заводы ойошторолдо. Илдә беренсе тапҡыр халыҡ медицинаһы менән шөғөл­ләнгән апитерапия үҙәге асылды, ул беҙ­ҙең учреждениеның структур өлөшө бу­лараҡ эшләп килә.
Беҙҙең ойошма 2000 йылдың 4 декаб­рендә барлыҡҡа килде. Уға саҡлы баш­ҡорт балы менән сауҙа итеү бик түбән ки­мәлдә ине, ә умартасылыҡ продукция­һы нигеҙендә дауалау-иҫкәртеү һәм косметика әйберҙәре етештереү бөтөнләй булманы.
Бөгөн Башҡортостан умартасылыҡтың төп күрһәткестәре – ғилми-етештереү эшмәкәрлеге, күстәр һаны, бал етештереү – буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге урындарҙың береһен биләй. Әле республиканың барлыҡ милек төрөндәге хужалыҡтарында 300 меңдән ашыу күс тотола, йыл һайын 12 мең тоннанан ашыу продукция алына.
Умартасылыҡ һәм апитерапия учреж­де­ниеһы “Башҡорт балы” исемле сауҙа мар­каһына патент нигеҙендә эшләй. Ошо бренд менән сауҙа итеү ғәйәт киң күләмдә алып барыла. Шулай ҙа был эшмәкәрлек Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең сауҙа ойош­ма­лары ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп өл­гөр­мәй! Тимәк, үҫеш өсөн мөмкинлек ҙур әле.
– Һеҙҙең учреждениеға ингәс тә, иғти­барҙы шул йәлеп итә: грамоталар һәм рәхмәт хаттары стенаға һыймай төҫлө. Кабинетығыҙҙа иһә тағы хайран ҡала­һың – бында приздарға урын да етмәй!
– Учреждениеның ғилми-етештереү эшмә­кәрлеге республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә танылыу тапты. Беҙ­ҙең 70 төрҙән ашыу яңы продукция Рәсәй төбәктәренә, АҠШ, Франция, Япония, Монголия, Германия, Кувейт һәм башҡа яҡтарға оҙатыла. Ғилми-тикше­ренеү үҙәге үҙ йүнәлеше буйынса төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша, халыҡ-ара һәм ил күргәҙмәләрендә 500-ҙән ашыу миҙалға лайыҡ булды. 2010 йылда Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының “Алтын Меркурий” Милли премияһына конкурста еңеп сыҡ­тыҡ. Илдең “Алтын көҙ” агросәнәғәт күр­гәҙ­мәһендә ғәҙәттә иң күп награданы беҙҙең ойошма яулай. Берлиндағы “Йә­шел аҙна” халыҡ-ара күргәҙмәһендә беҙ­ҙең учреждениены йыл һайын Баш­ҡорт­остандың лайыҡлы вәкиле була­раҡ ҡабул итәләр.
– Һеҙҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тайҙың әүҙем депутаты итеп тә беләбеҙ...
– Әүҙем булырға тура килә, сөнки етештереү һәм фән өлкәләрендә уңышлы эшләү өсөн тәү сиратта хоҡуҡи нигеҙ булдырырға һәм уны даими камиллаштырып торорға кәрәк. Ошо маҡсатта яңыраҡ беҙҙең коллектив “Умартасылыҡ тура­һында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының яңы проектын әҙерләне. Был ҡанун 2004 йылда ҡабул ителгәйне, ләкин, минеңсә, уға етди үҙгәрештәр индереү зарур. Айырыуса башҡорт бал ҡорто тоҡомон ситтән килтерелгәндәрҙең төрлө сир йоҡтороуы ихтималлығынан һаҡлау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Беҙҙә норматив-хоҡуҡи акттар эшләү тәжрибәһе элек­тән бар. Мәҫәлән, 2006 – 2010 йылдарға Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы һәм программаһын әҙерлә­гәйнек, уны республика Хөкүмәте раҫланы.
– Һеҙҙең менән аралашҡанда кеше­не, ысынлап та, хеҙмәт кенә юғары кү­тәрә алыуына тағы бер ҡат ышана­һың. “Башҡортостан” гәзите редак­ция­һы Һеҙҙе 55 йәшлек юбилейығыҙ ме­нән ихлас ҡотлай, ныҡлы һаулыҡ, халыҡ мәнфәғәтендәге тынғыһыҙ эше­геҙҙә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләп ҡала.

Әмир ИШЕМҒОЛОВ 1960 йылдың 22 майында Күгәрсен районының Әлимғол ауылында тыуған. “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм ошо ведомство етәксеһенең исемле сәғәте менән бүләкләнгән. Ике тапҡыр “Бөтөн Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге лауреаты” исеменә һәм был үҙәктең ике алтын миҙалына лайыҡ булған. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Әмир Ишемғоловҡа 2010 йылда Салауат Юлаев ордены бирелде.

Архив. 2015

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: