Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
19 Декабрь 2022, 16:12

"Күңел моңо һүнмәһен!"

Ошо көндәрҙә  танылған композитор Урал Иҙелбаев 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Урал Мирас улын ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаиләһендә именлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар

"Күңел моңо һүнмәһен!"
"Күңел моңо һүнмәһен!"

- 90-сы йылдарҙа һеҙ ойошторған “Аҡйондоҙ” төркөмө концерттарына халыҡ эркелеп йөрөгән. Аҙаҡ ул ижади төркөмдөң яҙмышы нисек булды?

Азат Йыһаншин, Роберт Юлдашев менән бергәләп ойошторғайныҡ. Төркөм тиҙ арала танылыу яуланы. Хатта “Урал моңо” фестивалендә Гран-при алдыҡ. Ул йылдарҙы үҙем дә һағынып иҫкә алам. Йәш, дәртле саҡ. Аҙаҡ һәр кем үҙ йүнәлеше менән китте, шуға ла төркөм тарҡалды. Әммә хеҙмәттәшлекте туҡтатманыҡ. Ҡасандыр Азат менән студент саҡта мин көй яҙһам, һин йырларһың, тип хыялланан инек. Теләгебеҙ барыбер тормошҡа ашты. Мәҫәлән, “Нәркәс”, “Һуңғы ғәйнә” спектаклдәре менән бергәләп Төркиәгә барып, тамашасыларҙы ҡыуандырып ҡайттыҡ.

- Социаль селтәрҙә “Урал моңо” конкурсының атамаһы һеҙгә бағышланған тип тә яҙған инегеҙ...

- Ул конкурсты, уның исемен ҡасандыр элек ағайым Артур уйлап сығарған. Бер йылда, конкурс алдынан ағайыма һүҙ бирҙеләр. Ул шаяртып, бәйгенең исемен ҡустыма бағышланым тип әйткәйне. Шул мәл эргәмдә ултырған Монголиянан ҡунаҡ: “Һинең исемең Моңомо әллә? “ — тип һорап ҡуйҙы.

 

 

Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың декабрь (12/2022)  һанында уҡырға була. 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: