Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
22 Декабрь 2022, 12:00

“Һөнәрем менән ғорурланам...”

Йырсы, рәссам, архитектор... Ошондай һөнәр эйәләрен генә талант булараҡ ҡабул итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Төптән уйлаһаң, һәр эште теүәл, урыны-еренә еткереп башҡарыу өсөн Хоҙай биргән һәләт тә, таһыллыҡ та кәрәк булыуы бәхәсһеҙ. Иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған Мораҙым Мәмбәтов менән һөйләшкәндә тәү ҡарауға ябай кеүек күренгән был шөғөлдөң дә беҙ белмәгән әллә күпме нескәлектәре барлығына инанаһың.

“Һөнәрем менән ғорурланам...”
“Һөнәрем менән ғорурланам...”

Мораҙымдың бала сағы Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында үтә. Әсәһе Зәлифә апай менән атаһы Илфат ағай ике улын да бәләкәй саҡтан спортҡа ҡарата һөйөү менән үҫтерә. Ҡустыһы Зөлфәт бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетының магистратураһында белем ала.
Мораҙымдың мәктәп йылдары файҙалы уҙа. Сос һәм теремек малай төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Айырыуса шахматты үҙ итә. Был спорт төрө малайҙа бәләкәйҙән сабырлыҡ, уйлап эшләү сифаттарын тәрбиәләй. Шунһыҙ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин булмауын яҡшы аңлай. Серле шаҡмаҡтар буйынса һәләтен үҫтерә барып, район беренселегендә даими тәүге урындарҙы алып йөрөй ул. Шулай ҙа үҫмергә тимер-томор менән эш итеү һөнәре лә яҡын. Мәктәптән һуң ике лә уйлап тормай Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
– Бында белем алыу бик оҡшай ине, иретеп йәбештереү технологияһы йәлеп итте. Уҡыу йортонда минең өсөн бөтөнләй яңы, таныш булмаған нәмә – электродтар, битлектәр, яҡтылыҡ фильтрҙары булды. Тәү ҡарауға ғына был һөнәр ябай күренһә лә, үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу өсөн күпте белергә кәрәк. Остаздарыбыҙ ҙа был хаҡта йыш әйтеп торҙо. Шуға ла һөнәрҙең нескәлектәрен ихлас өйрәндем. Үҙемдең тәүге иретеп йәбештереүемде, мастерҙың кәңәштәрен, хуплап ебәреүен бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Барыһын да үҙем эшләнем, барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Һуңынан практиканы төрлө предприятиеларҙа үттем, – тип һөйләй һөнәр оҫтаһы.
Диплом алыуға, егетте армия сафына саҡыралар. Пенза өлкәһендә Радиация, химик һәм биологик һаҡлау (РХБЗ) ғәскәрҙәрендә хужалыҡ взводында хәрби бурысын үтәй. Демобилизациянан һуң йөк машинаһында бер аҙ эшләп ала, ләкин был уның күңеленә ятмай. Тиҙҙән егет һөнәре буйынса Өфө нефть-газ ҡорамалдары заводына урынлаша. Бында аҡыллы һәм оҫта остаздары ярҙамында яҡшы тәжрибә туплай, уҡыу йортонда алған белемен камиллаштыра, профессионал оҫталыҡ серҙәренә төшөнә. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән, һәр бурысты еренә еткереп башҡарған егетте коллективта тиҙ күрәләр. Төрлө ауырлыҡтағы ҡатмарлы эштәрҙе ышанып тапшыралар, йыш ҡына сит өлкәләргә хеҙмәт хаҡы яҡшы түләнгән командировкаларға ебәрәләр.
– Һөнәремә бәйле күп кенә төбәктәрҙә йөрөргә тура килә, – тип һүҙен дауам итә Мораҙым. – Буш ваҡыттарҙа, ял мәлдәрендә ҡалалар менән танышырға, иҫтәлекле урындарҙа булырға тырышам. Былар барыһы ла үҙ сиратында күңелде байыҡтыра, тормошҡа дәрт өҫтәй. Череповецкийҙағы “Ренесанс констракшен” Төркиә ойошмаһында ла эшләргә тура килде. Бында төрлө халыҡ менән бергә аралашып, үзбәк, төрөк телдәрен тиҙ генә өйрәнеп алдым, хатта тәржемәсе булып та йөрөнөм, сөнки төрөктәр ҙә, үзбәктәр ҙә русса аңламай тиерлек.
Заман, технологиялар үҙгәреп тора. Билдәле – был һөнәр оҫталарына аппараттар, металдар һәм уларҙың үҙенсәлектәре, һәм, әлбиттә, норматив документтар тураһында белемдәрен даими яңырта барыу талап ителә. Мәҫәлән, илгә тәүгә килтерелгән материалдар һәм иретмәләр менән осрашҡанда, иң тәүҙә уларҙың үҙенсәлектәре тураһында белергә кәрәк. Саҡ ҡына яңылыштыңмы, тиҙҙән ҡурҡыныс авария буласағын көт тә тор.
Коллегалары менән төрлө һыйҙырышлы үткәргес торбалар төҙөгән саҡта Мораҙым менән дә тап шундай хәл булған. Ойошмаға бығаса күрмәгән үҙенсәлекле материал алып киләләр. Тап ошо ваҡытта башлана ла инде ижади эш. Эйе, эйе, ижади эш. Оҫтаға бар һәләтен егеп, аппаратының эш режимын көйләргә һәм составтары төрлө булған ике материалды сифатлы итеп тоташтырырға кәрәк.
Иретеп йәбештереүсе һөнәрен алырға теләгән кеше түҙемлек, сабырлыҡ, уйлап эшләй белеү кеүек мөһим сифаттарға эйә булырға тейеш. Үҙ өҫтөңдә эшләү мотлаҡ. Ҡуйылған бурысты ваҡытында үтәү өсөн йылдамлыҡ та, сослоҡ та талап ителә.
Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта техник белгестәр етешмәүе күҙәтелә. Бәғзе йәштәр түләп булһа ла юғары белем алырға тырыша. Ә ҡулдарына диплом алғас, күбеһе эш таба алмай. Үкенескә ҡаршы, белем усаҡтарында ла эшсе һөнәрҙәр хаҡында һөйләп бармайҙар. Ҡасандыр һөнәрселек училищелары гөрләп торһа, хәҙер уларҙың күптәрен ябып бөттөләр. Тап шуға ла бөгөн ойошмаларҙа эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ ҙур. Мәҫәлән, слесарь, төҙөүсе йәки туҡыусылар етешмәй. Ә трендта – эшсе һөнәрҙәр.
“Әгәр үҙ эшеңде яҡшы беләһең, еренә еткереп башҡараһың икән, һиңә ихтирам менән ҡарайҙар, фекереңә ҡолаҡ һалалар, – тигән фекерҙә Мораҙым. – Профессионал һөнәр оҫтаһына хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. Эшеңде ни тиклем яҡшыраҡ башҡараһың икән, һинең перспективаң да, ҙурыраҡ эш хаҡы алыу мөмкинлеге лә үҫә бара. Кәрәкле һәм мөһим профессияны һайлағаныма ышанам”.

Айнур АҠЫЛОВ.

Автор:
Читайте нас в