Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
8 Ғинуар 2023, 19:15

"Ижадымда тағы бер баҫҡысҡа күтәрелдем"

Ауырғазы районы Мораҙым ауылы егете Иншар Вәлитов  "Башҡорт йыры"нда лауреат булды. 

"Ижадымда тағы  бер баҫҡысҡа күтәрелдем"
"Ижадымда тағы бер баҫҡысҡа күтәрелдем"

Яңы йыл сәғәттәре һуҡҡанда һәр кем үткән йылға йомғаҡ яһай. Ауырғазы районы Мораҙым ауылы егете Иншар Вәлитов  "Башҡорт йыры"нда лауреат булыуы менән үҙен сикһеҙ бәхетле һанай.  "Ижадымда тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелдем тип әйтә алам. Мине дәртләндереп тороусы яҡындарыма, маҡтау һүҙҙәре яуҙырыусы дуҫтарыма ҙур рәхмәт! Артабан да яңы үрҙәр яуларға этәргес көс булыр тип ышанам. Ошондай мәртәбәле конкурстың финалында сығыш яһау үҙе оло еңеү, минеңсә. Әммә бының менән генә туҡталып ҡалмаҫмын тип ышанам. Киләһе осрашҡандарға тиклем, "Башҡорт йыры"!", - тип яҙа егет үҙенең сәхифәһендә. 

Фото: "Бәйләнештә" 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: