Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Февраль 2023, 14:25

Фән кандидаты Азат

8 февраль - Рәсәй фәне көнө алдынан Азат Рифҡәт улы Ҡорбанғолов физика-математика фәндәре кандидаты исемен яҡланы. Һәләтле егеткә эшендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләргә генә ҡала.

Фән кандидаты Азат
Фән кандидаты Азат

 

Ғафури районының хозур тәбиғәтле Үзбәк ауылында 1989 йылдың 27 апрелендә Рәшиҙә һәм Рифҡәт Ҡорбанғоловтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һалған ул. Үзбәк мәктәбен “көмөш” миҙалға тамамлап, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының физика-математика факультетына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортон бөткәндә ҡулына Ҡыҙыл диплом алған йәш белгес, киләсәген фән һәм мөғәллимлек эше менән бәйләргә тигән ниәт менән, аспирантураға уҡырға керә. Әлеге көндә ошо уҡыу йортоноң дөйөм һәм теоретик физика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булараҡ студенттарға белем бирә. Йәш ғалимдың физика өлкәһендәге ныҡышмал эҙләнеү-өйрәнеүҙәренең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй – “Баҡыр теллуридтарының фаза диаграммаһы, кристалл-химик һәм электрофизик үҙенсәлектәре” темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Азат Рифҡәт улының физика фәненә ынтылышы ғаиләнән килә тиергә лә була. Әсәһе Рәшиҙә Ниязбай ҡыҙы ла үҙ ваҡытында Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетын тамамлаған. Үзбәк мәктәбендә тәүҙә физика, математика фәндәре, һуңынан башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән.
Йәш фән кандидаты Азат Рифҡәт улы тормош иптәше, ошо уҡ уҡыу йортонда инженер булып эшләүсе Баймаҡ һылыуы Зөмәрә Сәғәҙей ҡыҙы менән Дим һәм Ирек исемле улдар үҫтерәләр. Татыу, берҙәм ғаилә Башҡортостанбыҙҙың төрлө матур урындарына сәйәхәткә йөрөргә ярата. Эше буйынса ла Азат Рифҡәт улына илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булырға тура килгән.
“Ҡасандыр фән юлын һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Дөрөҫ йүнәлеш биргәндәре өсөн атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Үҙ һөнәремде бик яратам, студенттарға яңы фән офоҡтарын асыуым, үҙем белгәнде өйрәтә алыуым менән бәхетлемен”, - ти фән кандидаты Азат.
Һәләтле яҡташыбыҙға эшендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләргә генә ҡала.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Сығанаҡ: "Табын"

Автор:
Читайте нас: