-2 °С
Ҡар
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы һәм наградалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле башҡорт шағирәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина бар. Ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды!
Лариса Хашим ҡыҙын оло бүләге менән ихлас ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар.
Фото: ирекле сығанаҡ.