Ҡара диңгеҙ буйындағы "Сириус" мәғариф үҙәгендә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының химия буйынса финалында Башҡортостандан биш уҡыусы ҡатнашты. Өсәүһе республика инженер интернат-лицейынан: Фаил Мәҡсүтов, Эмиль Ғәлинуров, Вадим Харисов. Динис Ғизәтуллин - Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейынан, Рафаэль Латипов - Бөрөләге 8-се мәктәптән. Көсөргәнешле ярышта Вадим Харисов
еңеүсе булып танылды. Ә Фаил Мәҡсүтов менән Динис Ғиззәтуллин призерҙар булды. Яҡташтарыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Бәйләнештә.