+4 °С
Болотло
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты студенты Арсен Хәлилов Амур гуманитар-педагогия университетында үткән ҡытай теле буйынса "Ҡытайса бергә һөйләшәбеҙ" бөтә Рәсәй фонетик конкурсы дипломанты булған. Был хаҡта факультет деканы Гөлфирә Абдуллина: "Конкурсҡа Дағстан Республикаһы, Калининград, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Владивосток һәм башҡа ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттары студенттарының 152 эше тәҡдим ителгән. Афарин, Арсен! Һин булдыраһың", - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә. Беҙ ҙә Арсенды уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Алда ҙур уңыштар көтһөн!
Фото: Бәйләнештә.