Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
12 Май 2023, 12:25

Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!

Динара Рәил ҡыҙы республика буйынса 23 еңеүсе араһына инеп, “Табип-кардиолог” номинацияһында 2-се урын яулаған.

Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!
Бөрйән ҡыҙы республиканың иң яҡшы табиптары рәтендә!

Ағымдағы йылдың апрелендә Башҡортосан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин рәйеслегендәге конкурс комиссияһы йыл һайын үтә торған “Иң яҡшы йыл табибы – 2023” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын билдәләне. 

Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең республиканы федераль кимәлдә күрһәтеүсе ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Быйыл конкурста республиканың төрлө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан 195 белгес ҡатнашҡан. Уларҙың иң-иңдәре еңеүсе булған.Ошо еңеүселәр араһында Бөрйән ҡыҙы, Өфөнөң 18-се дауаханаһының табип-кардиологы Динара Рәил ҡыҙы Нутфуллинаның да (Зәйнуллианы) булыуы бөрйәндәр өсөн айырыуса ҙур ғорурлыҡ.

Динара Рәил ҡыҙы республика буйынса 23 еңеүсе араһына инеп, “Табип-кардиолог” номинацияһында 2-се урын яулаған.

Афарин, Динара! Киләсәктә лә уңыштар һиңә!

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: