Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Май 2023, 10:06

Илсур Нәбиуллин: Хәләл көс менән эшләнгән аҡса изгелек килтерер

Хәтеремдә, өләсәйем ҡустым менән беҙгә: еңел аҡса булмай, тигәйне. Эшегеҙгә һалынған аҡса изгелек килтерер. Еңел аҡса барлыҡҡа киләсәк тә, китәсәк. Беҙҙе бер туҡтауһыҙ эшләргә өйрәтте. Был, әлбиттә, уның ҡаҙанышы. Ул беҙҙең менән булған бөтә нәмәне бүлеште: йылылыҡ, мөхәббәт, аҡыл. Бөгөн мин эшләгәндәрем менән уртаҡлашам һәм бындай мөмкинлек өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдерәм, - ти Илсур Нәбиуллин.  

Илсур Нәбиуллин: Хәләл көс менән эшләнгән аҡса изгелек килтерер
Илсур Нәбиуллин: Хәләл көс менән эшләнгән аҡса изгелек килтерер

Һынауҙарҙы, уңыштарҙы был юлдың бер өлөшө булараҡ ҡабул итеп, хыял артынан барырға һәм йүнәлештән тайпылмаҫҡа. «Ярзам - изге эштәр ваҡыты» проекты геройы, эшҡыуар һәм меценат Илсур Нәбиуллин күп йылдар элек ошондай юл һайлаған һәм әле лә уға тоғро ҡала. Бөгөн республикала уны мәсет төҙөүсе Һәм мохтаждарға ярҙам итеүсе «Атайсал» проекты ҡатнашыусыһы булараҡ беләләр.

Тимур һәм Илсур

Утыҙ йыл элек Баймаҡ районының Бетерә ауылынан Фәриҙә Назарғолова ҡыҙы һәм кейәүе фажиғәле һәләк булғандан һуң ике ейәне менән тороп ҡала. Тимурға ун йәш, Илсурға биш йәш була. Ҡатын етемдәргә бөтә һөйөүен һәм көсөн һалырға тырыша. Балалар, өләсәһенең һүҙҙәре эш менән тап килеүен күҙәтеп үҫә, ул хыялланыуҙан һәм хыялдарын тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмай, һәм яйлап үҙ-үҙенә шундай тәртипкә өйрәнә.

2006 йыл. Тимур Себерҙә вахта ысулы менән эшләп тәүге машинаһын һатып ала. Илсур Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында 4-се курста уҡый. Фәриҙә апай ауырып китә һәм кесе ейәнен саҡыра. Күп йылдар ул пенсиянан һәм ауыл һөтөн, ҡаймағын һатыуҙан аҡса йыйып барған була. Ул Илсурҙың үҙенә яңы машина һатып алыуын теләй. Йыйылған 150 мең һум аҡсаны өләсәһе ейәненә тапшыра.

Ярты йылдан һуң егеттәрҙең өләсәһе вафат була. Илсурға 21 йәш тула. Ул аҡса менән нимә эшләргә кәрәклеген уйлай башлай. Машина һатып алып, кеше ташырға, таксиҙа эшләргә мөмкин. Әммә... Ул бындай тормошто теләмәй. Ике йыл дауамында Илсур эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһына, командаһы буласағын күҙ алдына килтерә, күп уҡый. Ул ағас ҡырҡыу машинаһын ҡуйырға ҡарар итә һәм 138 мең һумға станок һатып ала. Ҡалған 12 мең һумға бензобысҡы һатып ала.

 
 

Шунда уҡ проблемалар башлана

Техниканы өйөнә алып ҡайта, һәм шунда уҡ проблемалар башлана: күршеләре уның пландары тураһында ишетеп, мәктәп эргәһендә шау–шыу ярамай, тип көслө тауыш, саң буласағына зарлана башлай. Ағаһы пилораманы ауыл ситендә ҡуйырға кәңәш итә. Шулай эшләйҙәр ҙә. Материалдар юҡ, аҡса ла юҡ. Урман арбаһы өсөн 5600 һум аҡса һорайҙар. Илсур Сибайҙа һаҡлыҡ банкында бер аҙ аҡса барлығын иҫенә төшөрөп, бәхеткә күрә, унан кәрәкле сумманы алып ҡайта.

Бүрәнә һатып ала, ярҙамға бала саҡ дуҫын саҡыра. Нисек һатырға белмәйҙәр. Йәйгеһен таҡталарҙы киптерергә кәрәклеген дә белмәйҙәр. Улар дөрөҫ һаҡламау арҡаһында тиҙ ҡарая. Әлбиттә, уларҙы бер кем дә һатып алырға теләмәй. Әммә Илсур бирешмәҫкә, түҙергә итә. Барыбер килем килмәй. Бер ваҡыт бер мулла килеп инә. Мунсаға таҡта аласағын әйтә һәм ташлама һорай, 12 меңгә материалдар һатып ала. Шул саҡта мулла пилорама нигеҙенә доға уҡыны, тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Илсур.

 
 

Дөрөҫ юлда булыуына инана, сөнки яҙмыш үҙе йүнәлеш бирә

Бөтә булған аҡсаһына йәш егет ике урман арбаһы һатып ала. Хәҙер ул барыһын да ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Параллель рәүештә юғары уҡыу йортон тамамлай, сессияларҙы тапшыра. Клиенттар килә, эштәр арта һәм Илсур ағаһынан ярҙам һорай. Тимур ярҙам итәсәген һәм кире ҡайтасағын әйтә – ул үҙ эшен яратып башҡара. Ике ағай–эне бурыстарҙы билдәләй: өлкән ағаһы –ташыу, кесеһе ҡырҡыу һәм һатыу өсөн яуаплы була. Бөтә аҡса техниканы ҡуртымға алыуға китә. Трактор талап ителә.

– 447 мең һумдың 400 мең һумын йыйҙыҡ: клиенттарҙан алдан түләүҙе һораныҡ, дуҫтарыбыҙҙан һәм күршеләребеҙҙән үтескә алып торҙоҡ. Өфөлә трактор бронләнек. Әммә тәүҙә диплом тапшырыу тантанаһына барырға кәрәк ине. Сараларҙан һуң ректор Зиннур Йәрмөхәмәтов мине үҙенә саҡырҙы һәм активист булыуым өсөн премия әҙерләнеүен әйтте. Нимәгә тотонасаҡмын, тип һораны. Мин, трактор һатып алғанға күрә, солярка кәрәклеген әйттем. Конвертты алып, рәхмәт әйтеп, ағайымдың машинаһына ултырып, конвертты асһам – унда тап етмәгән сумма. Ошо мәлдә мин дөрөҫ юлда булыуыма инандым, сөнки яҙмыш этәргес бирҙе. Беҙ шатланып Өфөгә барҙыҡ һәм тракторҙы үҙаллы ауылға килтерҙек, – тип ҡыуанып һөйләй Илсур.

2007 йылда ағалы-ҡустылы тәүге килемдәренә күрше Түбә ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән сабыйҙарға бүләктәр алырға ҡарар итә. Бер кемде лә иҫкәртмәйҙәр, беренсе осраған тәрбиәсегә күстәнәс һәм уйынсыҡтар биреп китәләр. Икенсе тапҡыр уларҙы туҡтаталар һәм, кем икәнен әйтмәһәләр, бер нәмә лә алмаясаҡтарын әйтәләр. Һөйләргә тура килә. Һуңынан улар учреждениены шефлыҡҡа ала.

 
 

Сибай урамы халыҡта – Нәбиуллиндар урамы

Бөгөн пилорама шул уҡ урында тора. 15 йыл эсендә бик күп яңы ҡиммәтле техника алынған, әммә тәүге станок һаман да сафта. Илсурға уны һатырға йәки алып ташларға тәҡдим итәләр, ул йылмайып, был – талисман, тип яуаплай.

Ағалы-ҡустылы тәрән эшкәртеү цехын, евровагонка, плинтус етештереү цехын аса, үҙ материалдарынан йорттар төҙөй башлай. Аукцион аша участкалар һатып алалар. Мәҫәлән, урындағы халыҡ үҙ-ара Сибай урамын Нәбиуллиндар урамы, тип атай. Өйҙәр яҡшы сифатлы, йылы, кешеләр ҙә ҡәнәғәт.

- Экскаваторҙарҙы һәм манипуляторҙарҙы ҙур төҙөлөшкә ҡуртымға бирәбеҙ. Бер йыл элек дуҫым менән «Риадент» стоматология үҙәгенең филиалын астыҡ, мин инвестор булып сығыш яһаным, тәүге емештәре бар. Төрлө өлкәләрҙә эшләйбеҙ, әммә ағас ҡырҡыу – беҙҙең төп йүнәлеш. Күптән түгел дәүләт оборона заказына сыҡтыҡ. Рәсәй оборона Министрлығы өсөн снарядтар һәм патрондар өсөн йәшниктәр эшләйбеҙ. 100-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итәбеҙ, – ти Илсур.

 

«ҒәйФәрГүзәл»

Нәбиуллиндар тыуған ауылында беренсе мәсет төҙөй. Атаманы ата–әсәһенең һәм өләсәһенең исемдәрен Берләштереп уйлап сығаралар Ғәйнетдин, Гүзәл һәм Фәриҙә. «ҒәйФәрГүзәл» килеп сыға, урындағы халыҡ был идеяны хуплай.

Илсур «Атайсал» проектында ҡатнаша, параллель рәүештә 40-тан ашыу проектты алып барырға ла өлгөрә. Мәләүез районының Воскресенское ауылына етем балаларға машина тапшырған, мәсеттәр төҙөргә һәм ремонтларға ярҙам итә, район һәм республика конкурстарын финанслай һәм башҡа бик күп нәмәләр эшләй. Йәйгеһен ауылдаштары өсөн ял ойоштора: ике автобуста һәм алты еңел автомобилдә уларҙы Талҡаҫ күленә алып сыға. Сәфәрҙә сабыйҙарҙан алып 80 йәшкә тиклемге ауыл халҡы ҡатнашҡан. Музыкант Зәйнетдин менән «Яңы йыл операцияһы» хәйриә акцияһы ойошторған. Емешле йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Илсур Нәбиуллин республика Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Быйыл йәй ағалы-ҡустылы Башҡортостанда тәүге Урман һабантуйын үткәрҙе.

- Һабантуйҙа баҫыуҙа эшләгән һәм малсылыҡта менән шөғөлләнгәндәрҙе тәбрикләйҙәр. Урал аръяғында күптәр урман хужалығы менән мәшғүл, әммә улар өсөн бындай байрам юҡ. Бына, мин уны үткәрергә уйланым. Алты меңдән ашыу кеше йыйылды, бөтә конкурстар урман менән бәйле булды: тракторҙар ярышы, урман ҡырҡыу һәм хатта геройҙар ярышы. Барыһына ла оҡшаны. Уның исемен үҙгәртергә һәм быйыл көҙ иртә вафат булған Тимур ағайҙың иҫтәлегенә билдәләргә ниәтләйем. Ул атҡаҙанған урмансы булды, - ти Илсур.

 

Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал

- Былтыр ағайым менән тәүге тапҡыр Дубайға остоҡ. Ҡайтабыҙ, һәм мин әйтәм: ял итергә, донъяны күрергә мөмкинлегебеҙ бар. Күпме әсәйҙәр ауылдарҙа ял итә алмай. Һәм беҙ социаль селтәрҙәрҙә улар өсөн бер нисә юллама уйнатырға булдыҡ. Кешеләр: "яҡшылыҡ эшлә һәм һөйләмә", - ти. Беҙ тәүге 10 йылда шулай эшләнек тә инде. Хәҙер үҙемдең пландарым һәм проекттарым менән аңлы рәүештә уртаҡлашам. Кемдәргә яҡын, шулар ҡушыла. Конкурс тураһында яҙма баҫтырҙыҡ һәм шунда уҡ шылтыратыуҙар башланды. Миңә ике юллама ғына етмәүе тураһында дәғүә белдерҙеләр һәм ярҙам тәҡдим иттеләр. Былтыр ике әсәй урынына һигеҙ кешене ялға ебәрҙек, - тип һөйләй Илсур.

Быйыл «Яҡтыкүл» шифаханаһында 12 әсә ял иткән. Береһенең дүрт улын мобилизациялайҙар, икенсеһенең улы СВО-нан ҡайта, ә иртәгәһенә икенсеһен саҡыралар. Йәнә бер ҡатын мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләй. Уларҙың барыһы ла бер аҙна дауалана һәм ял итә. Ҡатын-ҡыҙҙар аралашыуҙы дауам итә, чат булдыра, бер-береһенә сәйгә йөрөй.

Хәтеремдә, өләсәйем ҡустым менән беҙгә: еңел аҡса булмай, тигәйне. Эшегеҙгә һалынған аҡса изгелек килтерер. Еңел аҡса барлыҡҡа киләсәк тә, китәсәк. Беҙҙе бер туҡтауһыҙ эшләргә өйрәтте. Был, әлбиттә, уның ҡаҙанышы. Ул беҙҙең менән булған бөтә нәмәне бүлеште: йылылыҡ, мөхәббәт, аҡыл. Бөгөн мин эшләгәндәрем менән уртаҡлашам һәм бындай мөмкинлек өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдерәм, - ти Илсур Нәбиуллин.

 
 

* * *

«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм республиканың «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор: Алһыу Ғәйфуллина.

 

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/bash-ortostan-esh-yuary-ilsur-n-biullin-h-l-l-k-s-men-n-eshl-ng-n-a-sa-izgelek-kilterer-3268354

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: