Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
26 Июль 2023, 19:12

Наҙгөл исемле стюардесса

Аҡъяр ауылынан Наҙгөл  Азаматова  әле  башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ  стюардесса булырға хыяллана.

Наҙгөл исемле стюардесса
Наҙгөл исемле стюардесса

Аҡъяр ауылынан Наҙгөл  Азаматова  әле  башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ  стюардесса булырға хыяллана. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер, ҡыҙҙың хыялдары тормошҡа аша. Ул  2-се Аҡъяр мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Ҡартәсәһе,  педагогия хеҙмәте ветераны, абруйлы башҡорт теле уҡытыусыһы  Мәрфуға   Азаматованың һөнәри  юлын һайлап, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Әле филологик белеме  йәш стюардесссаға ныҡ ярҙам итә, сөнки һөнәре  телмәренең дөрөҫ  һәм аныҡ булыуын талап итә.

Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән Наҙгөл Азаматова ҡартәсәһе Мәрфуға Хужәхмәт ҡыҙы  һәм әсәһе  Гүзәлиә Хәмит ҡыҙының, йәғни педагогик ғаилә династияһын дауам итеү маҡсатында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Әммә самолетта беренсе тапҡыр осоп ҡарау, тағы ла бала саҡ хыялы уның  киләсәккә пландарын ҡырҡа үҙгәртә. Был турала тулыраҡ һөйләгәндә, Наҙгөл мәктәптә уҡыған саҡтан  шәфҡәтлелек акцияһы менән шөғөлләнә,  балалар йорттарына һәм ветеран ойошмаларына ярҙам күрһәтә. 2018 йылда, әле  студент ҡыҙ,  Башҡортостанда йыл ирекмәне тип таныла. Йәш волонтер  Ҡырымда Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыуға саҡырыу ала.  Унда барыу өсөн тәүҙә Өфөнән Мәскәүгә осорға тура килә. Наҙгөлгә беренсе тапҡыр самолетта осоу оҡшай, хатта бортпроводница һөнәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына.

--Әле лә хәтеремдә, был  Мәскәүгә “ЮТэйр” рейсы ине. Стюардессаларҙы күреп һоҡланғайным, барыһы ла бик матур, итәғәтле. Ә иллюминаторҙан күренгән зәңгәр күк, аҡ болоттар, аҫта  уттары ялтлап күренгән ауыл-ҡалалар, йәшеллек бөтөнләй әсир итте.  Шунда мин дә мотлаҡ нәҡ ошо авиакомпанияла бортпроводница  буласаҡмын тигән аныҡ ҡарарға килдем,--тип хәтерләй Наҙгөл.

Бер нисә йылдан педагогия университетын тамамлаған йәш белгес, Өфөлә “ЮТэйр” компанияһының бортпроводниктар йыйыуы тураһында иғлан иткәнен күреп, һис икеләнмәй етди ҡарарға килә.  Кастинг, беренсел уҡыуҙар үткәс, 2020 йылдан эшкә тотона. Тағы ла ике йылдан Наҙгөл Азаматова бортпроводник-бригадир итеп тәғәйенләнә.

Бөгөнгө көндә Хәйбулла районы ҡыҙы,  яҡташыбыҙ Boeing-737 һәм ATR-72 самолеттарында оса, киләсәктә  ул инструктор-методист булырға,  киң фюзеляжлы Boeing-767 самолетында эшләргә теләй. Бортпроводница  беҙҙең менән тағы ла бер хыялы менән уртаҡлашты.

--Төньяҡ балҡышын күрергә теләйем. Әлегә уны иллюминаторҙан ғына күргәнем бар. Ә яратҡан рейстарым—Югра һәм Себер ҡалаларына осоу. Самолетта осаһың, ә унда аҫта, мәңге йәшел икһеҙ-сикһеҙ тайга. Ғәжәйеп тәбиғәт. Был үҙе бер үҙенсәлекле романтика. Беҙҙең һөнәр ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға ла бай. Мәҫәлән,   Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй эстрада йырсыһы Григорий Лепс, “Дабро” төркөмө кеүек билдәле кешеләр беҙҙең самолетта осҡаны булды,--тине ул.

Яҡташыбыҙ тыуған районына Аҡъярға ҡайтҡанда ҡасандыр үҙе белем алған 2-се Аҡъяр мәктәбендә уҡытыусылары менән осраша, уҡыусылар менән киләсәктә һөнәр һайлау буйынса әңгәмә үткәрә. Йәштәргә уҡырға, үҙ көсөнә ышанырға кәрәк, хыялдар ҙа тормошҡа аша, барыһы ла ҡулдарынан килер, тигән фекерҙә әңгәмәсем.  “Аҡъярға йыш ҡайта алмайым. Әммә ғаиләм минең һәр башланғысымды хуплай, йыш осраша алмаһаҡ та, социаль селтәрҙә беҙ һәр саҡ бәйләнештә”,--ти Наҙгөл Тимербулат ҡыҙы.

Наҙгөл менән беҙҙең әңгәмә тамамланды. Стюардессаның күктәге ғәҙәти эше башланды.  “...Корабль командиры һәм экипаж һеҙҙе Boeing-737 бортында сәләмләй. Беҙ 10 мең метр бейеклектә, сәғәтенә 700 саҡрым тиҙлек менән осабыҙ. Хәйерле юл теләйем һеҙгә!”. Уңыштар, һиңә Наҙгөл!

Автор:Марьям Имангулова
 
Сығанаҡ: https://haibh.ru/news/y-m-i-t/2023-07-25/na-g-l-isemle-styuardessa-3355283
Автор:
Читайте нас: